газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 13:26

Мәрхәмәтлек ауыр саҡта күренә

Минең уйымса, әгәр һәр кем, чиновникмы ул йәки ябай кешеме, мөмкинлеге бар икән, мохтаждарға ярҙам итһә, был ҙур эш буласаҡ. Ошондай фекерҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Ул ошо көндәрҙә ирекмәндәр менән берлектә Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалала-рында өлкәндәргә, күп балалы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә кәрәкле аҙыҡ-түлек йыйылмаларын таратты.

- 9-10 апрелдә мин Өфө, Салауат, Мәләүез һәм Күмертауҙың урындағы ирек-мәндәре менән магазиндан кешеләргә тәү йәһәттә кәрәкле булған аҙыҡ-түлектәрҙе һатып алып, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең өйҙәренә алып барып тапшырҙыҡ. Кешеләр, бигерәк тә өлкәндәр бик шатланды, күҙ йәштәрен дә йәшермәне. Беҙ уларҙың һорауҙарын, тәҡдимдәрен дә тыңланыҡ. Бөтә ҡалаларҙа ла ирекмәндәр менән аралаштым, улар - хәҙерге замандың ысын геройҙары. Уларҙың ошо ауыр ваҡыттағы эскерһеҙ ярҙамы онотолорға тейеш түгел. Мохтаждарға ярҙам итеүҙе бергәләп дауам итербеҙ, - ти Зариф Закир улы.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаһына иң кәрәкле нәмәләр инә: көнбағыш майы, шәкәр, сәй, он, ярмалар, макарон изделиелары, консервалар, ҡуйыртылған һөт һәм печенье.
Әйткәндәй, уның ике ярҙамсыһы Азат Ҡасҡынов һәм Евгений Мельников та ике аҙна буйына ал-ялһыҙ аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм оло быуын вәкилдәренә ярҙам итеү ирекмәне булып эшләй. Улар, башҡа бик күп ирекмәндәр кеүек “Берҙәм Рәсәй” партияһының колл-үҙәгендә дежурлыҡ алып бара. Улар телефон аша шылтыра-тып ярҙам һораусыларҙың мәғлүмәттәрен яҙып ала, уларға аҙыҡ-түлек алып бара һәм сүп-сарҙарын сығара.
Шулай уҡ был көндәрҙә “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте лә пенсионерҙарҙы аҙыҡ-түлек йыйылмалары менән тәьмин итергә ҡарар иткән. Предприятиеның етәк-селегенә ҡала властары мө-рәжәғәт иткәс, улар был идеяны хуплап сыға. Бөгөнгә Салауаттың йөҙәрләгән оло быуын вәкиле аҙыҡ йыйылмаһын алған. Был бүләкте шулай уҡ ирекмәндәр үҙ аллы изоляция ҡағиҙәләрен үтәп өйҙә ултырыусыларҙың йорттарына килтереп бирә.
Читайте нас: