газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 13:16

«Дошман» килә күрмәһен

Яңыраҡ ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов ҡала буйлап үҙенең беренсе эш сәфәрен ойошторҙо. Ул һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эпидемияға ҡаршы әҙерлеген тикшерҙе.

Ул махсуслаштырылған дауаханаларҙы, уларҙың медикаменттар менән нисек тәьмин ителеүен ҡараны.
- Ҡалала медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, һәр этап уйланып эшләнелгән. Беҙҙә әлегә коронавирустың бер осрағы ла теркәлмәгән, әммә хәлдәрҙең үҙгәреп китеренә күп кәрәкмәй. Шуға күрә һәр ваҡыт әҙер булырға тейешбеҙ. Күреүемсә, дауалау учреждениелары кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, дарыуҙар һәм шәхси һаҡ-ланыу саралары етерлек. Һәр кем теүәл ҡағиҙә-ләрҙе етди үтәһен ине. Түҙем булырға, үҙ аллы изоляция режимын боҙмаҫҡа кәрәк. Ҡала халҡына ла мөрәжәғәт итәм - үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Шул сағында бәлә-ҡазалар урап үтер. Аңлайым, был саралар күптәргә оҡшап та етмәйҙер, әммә бөгөн һаулыҡ һәм ғүмер күпкә ҡәҙерлерәк,- тине Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: