газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 13:32

Үҙ аллы изоляцияла нисек түҙергә?

Бөтә донъяға таралған вирус арҡаһында, беҙҙең ил етәкселеге үҙ аллы изоляция режимын ҡабул итергә мәжбүр булды. Тора-бара был беҙҙең республикала ла индерелде.

10 апрелдән өҫтәмә саралар ҙа күрелде. Әйтәйек, Башҡортостанда 65 йәштән өлкән кешеләр һәм балалар өсөн «комендант сәғәте» индерелде. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Радий Хәбиров ололарҙы өйҙә ултырырға һәм тағы ике аҙна түҙергә саҡырҙы. Боҙған өсөн штраф ҡаралған.
- Беҙ 65 йәштән өл-кәндәрҙең, уларҙың ниндәй хәл-шарттары булыуына ҡарамаҫтан, тышта йөрөү ваҡытын сикләйбеҙ. Урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем 65 йәштән өлкәндәрҙең йәмәғәт урындарына бармауын талап итәбеҙ, - тине Башлыҡ.
Балаларға иһә киске сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла. Режимды боҙған өсөн штрафты ата-әсәләр түләй.
- Балалар өйҙә ултырырға тейеш. Бынан тыш, уларҙың дәрестәре бара. Шуға күрә беҙ балалар ҙа урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш тигән ҡарар ҡабул иттек, - тип өҫтәне Радий Фәрит улы һәм биләмәләрҙе тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.
Әммә үҙ аллы режим изоляцияһына күптәр етди ҡарарға ашыҡманы. Уны ҡайһы берәүҙәр ял тип ҡабул итте, ҡайҙа теләйем, шунда барам, тине. Бәғзеләре бер ниндәй ҙә вирус юҡ ул, тип, быға бөтөнләй ҡул һелтәп ҡараны. Бер яҡтан ҡарағанда, халыҡты аңларға ла булалыр. Көнө-төнө таш йортта бикләнеп ултырыу башҡа ла һыймай кеүек. Ә икенсе яҡтан, хәүеф һағалап ҡына тора бит. Ана, сирлеләр һаны республикала көнләп түгел, сәғәтләп артҡан кеүек.
Блидәле булыуынса, Ағиҙел буйы һәр миҙгелдә лә ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны булып ҡала. Яҙын унда кешеләр боҙ киткәнен ҡарап һоҡланһа, балыҡсылар балыҡ тотһа, йәйен ғаиләләре менән бергә унда рәхәтләнеп һыу инеп, ҡояшта ҡыҙына. Үҙ аллы изоляция шарттарында унда хәлдәрҙең нисек булыуын белер өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары менән шунда йүнәлдек. Сәғәт көндөҙгө дүрттәр тирәһе. Ғәжәпкә, Ағиҙел буйы буш булмай сыҡты. Кешеләр ҙә апаруҡ күренә, машиналар ҙа. Полицияның патруль-пост хеҙмәте айырым батальонының взвод командиры урынбаҫары, полицияның өлкән лейтенанты Вил Нафиков үҙе менән таныштырып, улар менән әңгәмә ҡора.
- Илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда индерелгән сикләүҙәр менән танышһы-ғыҙмы? Ни өсөн өйҙә ултыр-майһығыҙ? - тигән һорау бирелде уларға.
Һорашып-белеүселәрҙең көндәр буйы фатирҙа бикләнеп ултырыу мөмкин булмауын, шуға ошонда, кеше күп булмаған урынға килеүен белдерҙе. Билдәле сәбәптәр арҡаһында улар исем-шәрифтәрен күрһәт-мәүҙәрен һораны.
50 йәштәр тирәһендәге ир Ағиҙел буйына ҡустыһы һәм уның малайы менән килгән. Һорауға ла әсенеп яуап бирҙе.
- Карантин иғлан итеүен иттеләр ҙә ул, тик бына тереклек итергә шарттар ҡалдырманылар. Әлеге көндә мин эшһеҙмен. Ә ипотеканы, кредиттарҙы, торлаҡ-комму-наль хеҙмәттәр өсөн түләргә кәрәк. Былай ҙа бер ниндәй кәйеф тә юҡ, өҫтәүенә, саф һауа һуларға ла ирек бирмәйҙәр. Мин изоляцияны боҙмайым. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, ә бары сикләүҙәр генә. Балаларға ниндәй ваҡытҡа тиклем йөрөр-гә рөхсәт ителеүен беләбеҙ. Сәғәттән ашыу ваҡыт бар әле, - тине ул.
Тағы ла бер ир уҙаман пляж биләмәһенә ғаиләһе, балалары менән килгән.
- Ҡатыныма, неврологик ауырыу кисергәндән һуң, даими саф һауала йөрөргә кәңәш итте табиптар. Көн һайын киләбеҙ ошонда. Ул яйлап ҡына йылға буйында йөрөй, үҙем йүгерәм, балалар ҙа спорт ҡорамалдарында шөғөлләнә. Беҙ бит тығыҙ, тынсыу урында йөрөмәйбеҙ, киреһенсә, кеше аҙ булған ерҙе һайлап, бында килдек. Балалар ҙа дистанцион уҡыуҙан бик арый. Көнө буйы тиерлек компьютер артында. Уларға ла һауа кәрәк. Былай ҙа спорт менән шөғөлләнәләр, секцияларға йөрөйҙәр ине. Әлегә бына ошондай шарттарҙа шөғөлләнергә ҡала, - тине ул да.
Бына шулай, йәмәғәт. Һүҙҙә-рендә хаҡлыҡ та бар. Әммә аҙ ғына түҙергә кәрәк барыбыҙға ла.
Читайте нас: