газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 13:13

Ҡалала - яңы башлыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауатҡа килгәс, ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашып депутаттарға яңы муниципалитет башлығы кандидатураһын ҡарарға ҡушты. Ул был вазифаға республика сәнәғәт һәм энергетика министрының беренсе урынбаҫары Игорь Мироновты тәҡдим итте. Радий Фәрит улы кандидаттың төбәктең алдынғы предприятиелары менән эшмәкәрлек итеү өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын, эре сәнәғәт үҙәге һаналған Салауат ҡалаһы өсөн бының мөһимлеген билдәләне. Совет депутаттары Игорь Мироновтың кандидатураһын хуплап, уны ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ раҫланы.

Игорь Миронов 1979 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлаған. Төрлө вазифаларҙа эшләгән: бүлек етәксеһе, әйҙәүсе белгес, генераль директор урынбаҫары, министр урынбаҫары.
Республика Башлығы уҙған йылдың февраленән Салауат ҡалаһына етәкселек иткән Динар Хәлиловҡа рәхмәт белдерҙе һәм уның эш тәжрибәһе Башҡортостандың дәүләт идараһы хеҙмәтендә киләсәктә лә кәрәк буласаҡ, тип билдәләне.
Республика етәксеһе артабан “Салауатбыяла” заводына юлланды, көҙгө етештереүҙең технологик про-цесы менән танышты. Был проект былтыр июндә үткән “Инвестсәғәт”тә ҡаралып раҫланғайны. Генераль дирек-тор Сергей Агуреев билдәләүенсә, хаҡы 523 миллион һумға торошло башланғыс йылына 4000 квадрат метр көҙгө етештереүгә иҫәпләнгән. Уға һалынған аҡсаның күп өлөшөн - 419 миллион һумын - йылына бер процент ставкалы займ рәүешендә биш йылға Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды бүлгән. Барлыҡ участкаларҙа һәм линияларҙа ҡәтғи санитар ҡағиҙәләр һаҡлана. Күмәк халыҡтың бергә тупланыуына юл ҡуймау өсөн төп производстволарҙа эш графигы ярты сәғәтлек арауыҡ менән төҙөлгән. Бинала даими рәүештә дезинфекция саралары үткәрелә. Коллективтың сәләмәтлек торошо ла контролдә тотола. Бөгөн 1300 хеҙмәткәрҙең 750-һе етештереү эшенә йәлеп ителгән.
- Һеҙ ҙур күләмдәге инвестициялы бик яҡшы проектты тормошҡа ашыраһығыҙ. Ул тотош төбәк иҡтисады өсөн бик мөһим. Санитар талаптарҙы теүәл үтәүегеҙ ҙә маҡтауға лайыҡ. Бар ерҙә лә ундай тәртип юҡ. Рәхмәт һеҙгә! - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Салауат балалар поликлиникаһының эшмәкәр-леге менән дә танышты. Бинаның бөтә ҡаттары, ҡыйығы ремонтланды, “Асыҡ теркәү” системаһы ғәмәлгә инде, инеү урыны физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы итеп үҙгәртелде, шулай уҡ яңы диагностика һәм дауалау ҡорамалдары алынды.
Мөдир Татьяна Шептулина поликлиника эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы бер сменала 480 кешене ҡабул итә ала, ул 31 педиатрия участкаһын, йәғни 900-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерә. Радий Хәбиров өҫтәмә рәүештә ремонт эштәре башҡарыу, аныҡлап әйткәндә, бинаның тышҡы йөҙөн яңыртыу зарурлығын билдәләне. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә әлеге ҡатмарлы осорҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Былтыр “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, Бочкарев урамында ихата төҙөкләндерелде. Бында ике балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, уларҙың биләмәһе заманса япма менән көпләнде, спорт ҡорамалдары, уңайлы эскәмйәләр ҙә ҡуйылды. Радий Фәрит улы унда ла һуғылды. Кесе архитектура формаларының бер өлөшө идарасы компанияның үҙ көсө менән яһалған. 9-сы йорт идаралығының баш инженеры Оксана Редькина әйтеүенсә, төҙөкләндереү барышында ихатала 1,5 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ ер асфальтланған, 22 яҡтыртыу бағанаһы урынлаштырылған, 210 машина ҡуйыу урыны булдырылған. Видеокүҙәтеү системаһы тәртипте күҙәтә.
Радий Хәбиров үҙ аллы изоляция шарттарында йәшәгән урындағы халыҡ менән дә аралашты.
- Аңлайым, дүрт стена эсендә бикләнеп ултырыу ауыр, әммә тағы ла аҙ ғына түҙергә кәрәк. Был беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим, - тине ул.
Эш сәфәре аҙағында республика Башлығы ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны һәм муниципалитет иғтибар итергә тейешле төп йүнәлештәргә туҡталды.
- Салауат буйынса кадрҙар мәсьәләһе күптән ҡарала ине. Беҙ уның үҫеше тураһында уйлайбыҙ. Бөгөн мин ҡала Советы иғтибарына тәҡдим иткән кандидатура, минеңсә, Салауаттың стратегик үҫешенә иҫәп тота, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: