газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 23:39

Ватандың тоғро улдары

Быуаттар буйына беҙҙең илгә йыш ҡына үҙ ерен, Ватанын тышҡы дошмандарҙан һаҡларға тура килә. Кемдәр генә Рәсәй ерен яулап алырға маташмаған да, халҡын бөлгөнлөккә төшөрөргә планлаштырмаған. Әммә ундай яуыз уйҙар, пландарҙың тормошҡа ашыуына бер ваҡытта ла юл ҡуйылмаған. Ватанымдың тоғро халҡы, улдары илебеҙҙе һаҡлар өсөн берҙәм булып яуға күтәрелгән һәм еребеҙгә ябырылып килгән дошмандарҙан азат иткән.

Олатайым Бәхтийәр Ибраһим улы Ибраһимов 1897 йылдың 19 сентябрендә Красноусольск районының (хәҙер Ғафури районы) Имәндәш ауылында тыуған. Олатайыма йәштән үк күп һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килә. 1917 йылда Октябрь революцияһы ваҡытында Совет хөкүмәте яғында, Ҡыҙыл Армия сафында, 1919 йылда Граждандар һуғышында ҡыҙыл командир булып төрлө фронттарҙа “аҡтарға” ҡаршы батырҙарса алыша.
Беҙҙең ил аяҡҡа баҫып өлгөрмәйсә ауыр осорҙар кисергәндә, һуғыш артынан һуғыш иғлан иткән Япония ғәскәрҙәренә ҡаршы минең олатайым тағы Ҡыҙыл Армия сафына алына, Рус - япон һуғышында ҡатнаша.
Олатай һәр һуғышта үҙен батыр яугир итеп күрһәтә, яралар ҙа ала, күп миҙалдарға лайыҡ була.
Фашистик Германия 1941 йылдың июнь айында иғлан итмәйенсә Советтар Союзына баҫып ингәс, Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлау өсөн бөтә ил халҡы күтәрелеп сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, олатайым берен-селәрҙән булып тағы фронтҡа китә. Был һуғыш уның өсөн дүртенсеһе була. Яу яланында дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ һуғыша ул. 1942 йылда ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Унан һуң, һаулығын тотошлай нығытыр өсөн, тыуған яғына ҡайтарыла һәм олатай нығынып аяҡҡа баҫа. 1943 йыл тыуа. Ә көсөргәнешле һуғыш дауам итә. Олатай хәрби комиссариатҡа барып, тағы фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Данлыҡлы яугир, ҡыҙыл командирға рөхсәт бирәләр.
1943 йылдың февраль айында 45 йәшлек олатайым үҙенең оло улы, минең атайым Гәрәй Бәхтийәр улы Ибраһимов менән, бер көндә һуғышҡа китәләр. 1925 йылғы атайыма 18 йәше тулып өлгөрмәһә лә, фронтҡа киткәндә ике метрлыҡ кәүҙәһе, ғөмүмән, физик яҡтан һәм һаулығы яғынан хәрби хеҙмәт алып барырға әҙер булыуын иҫбатлап, фронтҡа китә.
Олатайымдарҙың ғаилә-һендә барлығы ете бала тәрбиәләнгән була. Олатай минең атайым менән бергәләп фронтҡа киткәс, өләсәйем Ғәфүрә алты балаһы менән тороп ҡала.
Атайымдың беренсе улы Винер 1942 йылдың июнь айында тыуа. Ағайым атайым һуғышҡа киткәндә бер йәштә бер айлыҡ ҡына булып ҡала. Әсәйем Кәмилә Шәрифулла ҡыҙы йәш сабый һәм өләсәйем алты бала менән бергә үҙ иңдәрендә һуғыш йылдарындағы бөтә ауырлыҡты, аслыҡты күтәрергә мәжбүр була. Колхоз яландарында, фермаларҙа, баҫыуҙарҙа эшләп фронтҡа, һалдаттарыбыҙға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым әҙерләп ебәргән. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышында Орел ҡалаһындағы фронтта дошмандарға ҡаршы һуғыш-ҡан. 1943 йылдың август айында Орел ерендә һәләк булған һәм шунда ерләнгән.
Атайым, Гәрәй Бәхтийәр улы Ибраһимов, фронтҡа алынғас, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә командирҙар мәк-тәбен тамамлай. Айырым разведчик-десант отрядында төрлө һуғыштарҙа ҡатнаша. Еңеү өсөн мөһим һәм кәрәкле операцияларҙа дошмандарҙы, хәрби объекттарҙы юҡ итәләр, шартлаталар, кә-рәкле хәрби мәғлүмәттәрҙе командирҙарына еткерәләр.
1943 йылдың йәйендә Курск ерендә ҡаты һуғыш була. Ул тарихҡа “Курск дуғаһы” булараҡ инеп ҡала. Аяҡ аҫтында ер янған кеүек була ул алыш ваҡытында. Ике яҡтан да танктар атышыуын, һөжүм итеүен тарихта “танктар һуғышы” тип тә яҙалар. Курск ҡалаһын азат итеүҙә, һуңынан Орел, Белгород ҡалалары өсөн һуғыштарҙа атайым батырлыҡтар күрһәткән.
1944 йылда атайым һуғышҡан айырым отрядҡа яуаплы, йәшерен задание йөкмәтелә. Ниндәй задание икәнен һөйләргә ярамай, ул хәрби сер тип әйтә торғайны. Командованиеның заданиеһы үтәлә, тик атайым бик ныҡ ҡаты яралана. Ул һул күҙен юғалта, әммә тере ҡала. Күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнә. Хәрби госпиталгә ебәрәләр. Унда дауаланып, аяҡҡа баҫҡас, йәшерен бүлеккә күсерелә. Уға үҙенсәлекле матур почерклы бик грамоталы хәрби белгес булғанға күрә, хәрби хеҙмәтен дауам итергә тура килә. Тыуған яҡтарына тик 1946 йылда ҡайта.
Атайым “Ватан һуғыш” (II дәрәжә), “Ҡыҙыл йондоҙ” ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, Бөйөк Еңеүҙең 25, 30, 40, 50 йыллығы юбилей миҙалдарына һәм башҡа күп хәрби наградаларға лайыҡ булған.
Атайымда, үҙенең атаһы кеүек Ватанға, үҙенең иленә тоғро, патриотик кеше булған.
Олатайым өс һуғышта батырҙарса алышып, илде яҡлап, күпме яраланып, уның өсөн дүртенсе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалһа, атайым Тыуған илебеҙҙе баҫып килгән фашистарға ҡаршы алышта күпме яраланып, бер күҙһеҙ ҡалһа ла, уға Бөйөк Еңеү көнөн күреү бәхете тейә. Әммә һуғышта алған яралары атайыма оҙаҡ йәшәргә бирмәне. Шулай ҙа ул алты бала атаһы булды. Атайыбыҙҙың арабыҙҙан ки-теүенә күп йылдар уҙҙы инде. Әммә беҙ уны онотмайбыҙ, ул мәңгелеккә беҙҙең уйҙа, беҙҙең хәтерҙә.
Марс Ибраһимов.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: