газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 23:20

Хеҙмәте өлгөлө, шуға ла маҡтаулы

Кешене ғүмере буйы яратҡан эше оҙатып барһа, шул саҡта ул ысынлап та үҙен бәхетле итеп тоялыр. Иртән тороп, ашҡынып эшкә китеп, бөтә хеҙмәтеңде намыҫ менән башҡарып, тыныс күңел менән өйөңә ҡайтҡан саҡта ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡыуаныс килтерә. Заманалар алға барыу менән хеҙмәт шарттары ла үҙгәрә, әммә йәмғиәтебеҙҙә тырыш, фиҙаҡәр һәм оҫта хеҙмәткәр төшөнсәһе бер ваҡытта ла юғалмай. Гәүһәр Ғәлиәкбәрованың да күп йыллыҡ хеҙмәте тап ошоно иҫбатлай.

Гәүһәр Рәсүл ҡыҙы бөтә ғүмерен үҫемселек тармағына арнаған гүзәл заттарҙың береһе. Стәрлетамаҡ совхоз техникумын тамамлау менән агроном һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлаған ҡыҙ һуңынан Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Уның был өлкәлә эшләүенә хәҙер 38 йыл инде. Иң күбе, 20 йыл тирәһе, “Салауатбыяла” предприя-тиеһының теплицаһында эшләй. Һуңынан яҙмышын ҡаланы йәшәлләндереү өсөн яуаплы булған “Флора” муниципаль учреждениеһы менән бәйләй һәм бөгөнгәсә унда агроном вазифаһын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙен эшенең оҫтаһы, яҡшы һәм юғары квалификациялы белгес, яуаплы һәм үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарыусы хеҙмәткәр итеп таныта. Ҙур тәжрибәгә эйә булып, йәштәргә ошо тәжрибәһе менән уртаҡлашһа ла, үҫемселек буйынса беле-мен камиллаштырыуҙан баш тартмай ул. Сәскә клумба-ларын биҙәүҙең яңынан-яңы алымдарын уйлап тапһын-мы, мулыраҡ уңыш алыу ысулдарын тәҡдим итһенме – быларҙың барыһы ла эштең һөҙөмтәлелеген арттыра. Хеҙмәттәштәре менән дә йылы мөғәләмәлә, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙа белә, шуға ла коллективта хөрмәт ҡаҙанған кеше Гәүһәр Гәлиәкбәрова.
Гәүһәр апайҙы теплицаның юҡҡа сығыуы, “Флора” ойошмаһының ауыр хәлдә ҡалыуы борсоһа ла, һуңғы ваҡытта һуңғыһының әҙ булһа ла яңырыу кисереүенә, техника менән тәьмин итә башлауына, эш даирәһенең киңәйә барыуына ҡыуана.
- Быйыл бына ҡала буйынса сәскә ултыртыу майҙаны ла күбәйҙе. “Обелиск”, мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәләрен йәшелләндереү, күркәм-ләндереү бурыстары тора. Үҫентеләрҙең бик әҙен генә үҙебеҙ ултыртабыҙ, күберәген һатып алабыҙ. Әлеге ваҡытта парктарҙы, аллеяларҙы дезин-фекциялау эшен атҡарабыҙ. Шулай уҡ былтыр “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктә-рендә ҡала буйынса ултыр-тылған ағастарҙы тәрбиәләү, һыу һибеү беҙгә йөкмәтелде, - тип ихласлап һөйләй Гәүһәр Ғәлиәкбәрова.
Ысынлап та, “Флора” пред-приятиеһы хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән Гәүһәр Рәсүл ҡыҙы ултыртҡан сәскә клумбалары иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем салауаттарҙы шатлан-дыра, уларҙы күреп, әлбиттә һоҡланмау мөмкин түгел. Ә йыл һайын уҙғарылған Сәскәләр ҡала байрамында иң матур күргәҙмәне улар ойоштора.
Ошо көндәрҙә Гәүһәр Ғәлиәкбәроваға Башҡортос-тан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Тантанала республика Баш-лығы Радий Хәбиров ҡатнаша һәм төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәрен ҡотлауҙы үҙе атҡара.
- Тантана беҙҙең өсөн бик тулҡынландырғыс шарттарҙа үтте. Минең өсөн республика етәксеһе ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алыу иҫтәлекле булды. Хеҙмәтемде баһалау-сы әле эшләп йөрөгән коллективымдың етәксеһе Михаил Левкинға, шулай уҡ ҡала хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерер инем, - ти Гәүһәр Рәсүл ҡыҙы.
Әйткәндәй, тәжрибәле агрономдың хеҙмәте быға тиклем ҡала хакимиәтенең, БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының да Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән булған.
Кешегә бәхетле тормош күгендә осоу өсөн бер ҡанаты яратҡан эше булһа, икенсеһе, әлбиттә, ғаилә именлеге. Гәүһәр Рәсүл ҡыҙы был йәһәттән дә бәхетле. Янында терәк булырҙай тормош иптәше бар. Ҡыҙҙары менән улда-ры ла ата-әсәләренең йөҙҙә-ренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, йәмғиәтебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып йәшәргә тырыша.
Читайте нас: