Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2020, 10:28

Миңлеғәли Шайморатов - Рәсәй Геройы!

Ошо көндәрҙә башҡорт халҡының данлыҡлы улы Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһындағы хәбәр берәүҙе лә тыныс ҡалдырмағандыр. Милләтебеҙҙең ғорурлығы булған ҡаһарман генералдың батырлығы, исеме, даны күптән халыҡ йөрәгендә, һәр кем уны бала саҡтан белеп, уның батырлығына һоҡланып, уның тураһындағы йырҙы йырлап үҫә, беҙҙең халыҡ өсөн ул күптән герой. Шулай ҙа Рәсәй Президентының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме биреү тураһындағы Указы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә оло ваҡиға, ҙур шатлыҡ булды, йылдар үткәс тарихи ғәҙеллектең тантана итеүе, данлыҡлы шәхескә лайыҡлы баһа бирелеүе ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә оло ҡыуаныслы яңылыҡ менән былай тип уртаҡлашты:
“Бөгөн Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тормошҡа ашырған көн. Мин был хаҡта бик ныҡ хыялландым. Һуғыш тамамланғандан һуң төрлө инстанцияларға ошо үтенес менән мөрәжәғәт иткән бик күптәр кеүек үк. 1958 йылда был тәҡдимде Семён Буденный үҙе яҙа. Йыл артынан йыл үткән һайын, хат артынан хат тейешле структураларға барған, әммә бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡаты нормативтарға юлығыу сәбәпле, уларҙы үтәп булмаған.
Нимә хаҡында һуң һүҙ? Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Бер киносценарист та бындай ғүмер юлын яҙа алмаҫ ине – хәрби, мажаралы һәм, бер үк ваҡытта, шул тиклем фажиғәле. Генерал Шайморатов дивизияһындағы һымаҡ Советтар Союзы Геройҙары һаны бөтә СССР армияһының ике хәрби подразделениеһында ғына булған.
Был һыбайлылар дошмандың ҡотон алған. Шулай уҡ һуңғы походта ла. Дивизия байрағын ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә сигенһә, Шайморатов иҫән ҡалыр ине. Ләкин ул һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һәм күҙгә күренеп килгән әжәлде үҙенең төп көстәре менән ҡаршы алыуҙы өҫтөн күрә... Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса – барыһы ла асыҡланырға тейеш.
Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы. Һәм бик һирәк була торған иҫкәрмә ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.
Тотош Ер шарына ҙур һынауҙар килгән йылда бының тормошҡа ашыуы үҙе бер символик мәғәнәгә эйә төҫлө. Был донъяла бер нәмә лә юҡҡа түгел. Уйланырға мәжбүр итә. Беҙгә данлы тарихыбыҙ эргәһендә берләшергә кәрәк. Бөйөк кешеләрҙең лайыҡлы вариҫы булыу мөһим.
“Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!” – тип ҡабатлаған генерал Шайморатов үҙенең яугирҙәрен яуға күтәргәндә. Беҙ ҙә бер ҡасан да баш бирмәйәсәкбеҙ. Бер ниндәй ҡурҡыныс дошман алдында да, 21-се быуаттың һис ниндәй эпидемияһы алдында ла».
Данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышында әйтеп бөтөргөһөҙ батырлыҡтар күрһәтеп, илебеҙгә 78 Советтар Союзы геройы биргән. Миңлеғәли Шайморатовҡа Герой исеменең Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылаған мәлдә бирелеүе үҙе үк тарихи ваҡиғаға тиң. Халыҡ батырына был исемде юллауҙа ҙур роль уйнаған республика Башлығы Радий Хәбировтың, шулай уҡ, һис шикһеҙ, Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен биреүҙе даулап, талап итеп меңәрләгән ҡултамғалар йыйған, акциялар ойошторған республикабыҙ халҡының, уларға ҡушылған сит өлкәләрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың тырышлығын да баһалау дөрөҫ булыр. Ниһайәт, легендар генералыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы рәсми рәүештә танылыу алды.
Азат Юлтимеров, Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
- Мин тарихсы булараҡ та, башҡорт булараҡ та, Миңлеғәли Шайморатовҡа Герой исеме бирелеүенә бик шатмын. Был ваҡиғаны беҙ күптән көттөк. Легендар генерал юғары дәрәжәгә күптән лайыҡ ине. Мәктәптә уҡытҡанда ла, төрлө ерҙә эшләгәндә лә беҙ уға герой исеменең бирелеүен бер ҙур хыял итеп йөрөттөк. Был яңылыҡты бик ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. Минеңсә, Миңлеғәли Шайморатов Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Муса Гәрәев, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин кеүек беҙҙең бөйөк шәхестәребеҙ менән бер рәттән ғорурлана торған батырыбыҙ ул.
Минең ғаиләлә атайымдың бер туған апаһының тормош иптәше Хәйрулла Бикбаев Миңлеғәли Шайморатов менән бергә һуғышҡан, кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән. Хәҙерге көндә ул вафат инде, әммә уның Шайморатов ысын мәғәнәһендә бөйөк хәрби башлыҡ булыуы хаҡында ғорурланып һөйләүе яҡшы хәтерҙә.
Ишбулат Иҫәнбаев, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
- Беҙҙең өсөн Миңлеғәли Шайморатов үҙебеҙҙе белә башлағандан бирле батыр булды. Беҙ хатта бала саҡта уның герой исеме юҡлығын белмәнек тә. Бөтә халыҡ уны герой тип һанаһа ла, ни өсөн уға был исем бирелмәгән тигән һорау һәр кемде борсоно. Сәбәптәре төрлө булды. “Аҡбуҙат” ойошмаһы Салауат башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Шайморатов генералға Герой исемен биреүҙе яҡлап халыҡтан ҡултамғалар ҙа йыйып йөрөнөк. Әйткәндәй, ул ваҡытта иң күп ҡултамға йыйыусылар иҫәбендә Салауат алдынғылар рәтендә булды. Һәм бына иң күп Советтар Союзы Геройын биргән башҡорт атлы дивизияһының генералында ла Герой исеме! Был бит тарихи дөрөҫлөктөң тантана итеүе. Ваҡиға һәр кешенең күңеленә ҡыуаныс килтерәлер тип уйлайым. Тәүҙә хәбәргә ышанмайыраҡ торҙом, фейк күп бит хәҙер, республика башлығы сығыш яһағандан һуң, оло шатлыҡ тойғолары кисерҙем. 112-се кавалерия дивизияһының данлыҡлы генералы Миңлеғәли Шайморатовҡа Герой исеме бирелеүе бөтә республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булған ваҡиға ул.
Читайте нас: