газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2020, 10:37

Лимон, имбирь һәм парацетомол

Бөтә ил буйынса коронавирус пандемияһы ҡотора. Был халыҡ араһында паника тыуҙырҙы.

Тәүҙә битлектәр, дезинфекция-лаусы әйберҙәр, антисептиктар юғалды. Уныһы аңлашыла, барыһы ла һаҡланыу саралары бит. Шуныһы ҡыҙғаныс, алыпһатарҙар бынан файҙаланып, үҙ кеҫәләрен ҡалынайтып ҡалырға маташты. Был әйберҙәргә хаҡтарҙы ярайһы уҡ күтәреп тә ҡуйҙылар. Шунан халыҡ тотондо ҡарабойҙайға ябырылырға, макаронға, бәҙрәф ҡағыҙына... Ҡыҫҡаһы, кеше нәмә эшләгәнен үҙе лә аңламаны. Макарон-ҡарабойҙайҙы бер аҙ тыныслыҡта ҡалдырып тороуға, “аҡыллы баштар” икенсе “тоҙаҡ” ҡорҙо. Коронавирусты лимон менән имбирь еңә тигән имеш-мимеш таратылды. Шик юҡ, быға тиклем кәштәләрҙә тыныс ҡына ятҡан был әйберҙәргә көн бөтәсәк. Шулай килеп сыҡты ла. Тәүҙә улар магазин-баҙарҙарҙан юғалды, һуңғараҡ яңы хаҡ менән пәйҙә булды. Беләһегеҙме күпме менән һата башланылар уны? Килограмы 100-120 һум торған лимондың хаҡы, һә, тигәнсе 400-500-гә менеп баҫты. Салауаттағы магазинда уны 390-450-гә һаталар. Ә имбирь һуң, имбирь, әйтерһең тамыры алтын. Уны магазиндарҙан элек килограмын 250-300 һумға алып булһа, күҙ асып йомған арала хаҡ тәүҙә 1000-гә, хатта 4000-гә күтәрелде. Был башҡа төбәктә генә түгел, ә беҙҙең күрше ҡалаларҙың береһендә лә теркәлде. Хаҡтар артыуға “Имбирҙе көнөнә өс тапҡыр сәйнәһәң йәки киптерелгән имбирҙе аяҡҡа бәйләп ебәрһәң, вирус яҡын да килә алмаясаҡ, ә ауырыһаң, шул дауалаясаҡ” тигән хәбәр сәбәпсе булған икән.
Был хәлдәргә ҡарап аптырарһың да, көлөрһөң дә.
Яңыраҡ тағы бер хәбәр ишетелде - йәнәһе, аш содаһы ла файҙалы икән. Тимәк, 25 һум торған соданың иртәгә 100 һум тороуына аптырарға кәрәкмәй. Әллә ниндәй имбирь тамырына иҫебеҙ китмәһен. Мәтрүшкәләп сәй, ҡоротлап һурпа эсәйек. Баҡсабыҙҙа йыйылып, туңдырылған емеш-еләктәр менән һыйланайыҡ, һарымһаҡ, һуған ашайыҡ.
Тағы ла парацетомол тигән дарыу тураһында яҙмай булдыра алмайым. Уға ҡарата ла “яу” асылды. Ул дарыуханаларҙан һә, тигәнсе юғалып бөттө. Әлеге лә баяғы уның вирусҡа ҡаршы ғәжәйеп көсө тураһында хәбәрҙәрҙең таралыуы. Беҙҙең ҡалала хәлдәр нисек булыуын асыҡлар өсөн дүрт дарыуханаға кереп сыҡтым. Аңлағанһығыҙҙыр инде, береһендә ул ул булмай сыҡты. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә бишенсеһендә тап иттем уны. Тимәк, әле был дарыуханала парацетомолдың ҡалғанын белмәйҙәр. Хәйер, сират уныһына ла килеп етер.
Аңыбыҙға ҡайтыр кәрәк, йәмәғәт. Мөғжизәләр булһа, әлеге көндә пандемия ла тамыр йәймәҫ ине. Иң мөһиме, коронавирусҡа еңел-елпе түгел, ә етди ҡарарға кәрәк. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙән баш тартырға ярамай. Юғиһә, ана, үҙ аллы изоляция режимын, бер аҙналыҡ карантинды күпселек халыҡ ял, күңел асыу сараһы кеүек ҡабул итте. Күптәр машина багажниктарына шешлек өсөн әйберҙәр тултырып, тәбиғәт ҡосағына юлланды. Бәғзеләре бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә башланы. Әммә шуны оноторға ярамай, үҙ аллы изоляция ҡанундарын боҙған өсөн административ, ҡайһы осраҡта хатта енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Сәләмәт булайыҡ, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Читайте нас: