газета "Салауат"
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2020, 10:34

Йорттар йылы, яҡты, урамдар таҙа, матур

Яңыраҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә өлкә хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлау тантанаһы үтте.

- Һеҙҙең хеҙмәт ҡалабыҙҙың һәр кешеһе өсөн мөһим, сөнки тап һеҙ ихаталарҙы һәм урамдарҙы төҙөкләнде-рәһегеҙ, салауаттарҙы йылылыҡ, һыу һәм яҡтылыҡ менән тәьмин итәһегеҙ, бөтә коммуналь системаның эшен көйгә һалғанһығыҙ һәм ниндәйҙер етешһеҙлек килеп сыҡҡанда тиҙ арала уларҙы юҡҡа сығараһығыҙ. Һеҙҙең эш һөйөүсәнлеге-геҙ һәм яуаплылығығыҙ, бурыстарығыҙҙы намыҫ менән башҡарыуығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Бигерәк тә үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй, Башҡортостан наградаларына, Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булғандарға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ветерандарына һәм оҙаҡ йылдар ғүмерен ошо тармаҡҡа бағышлаған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең хеҙмәт - халыҡ өсөн, - тине үҙенең тәбрикләү телмәрендә ҡала хакимиәте башлығының тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Дмитрий Масютин.
Ул кешеләрҙең йәшәү уңайлылығын тәьмин итеү өлкәһендә эшләгән һөнәри династияларҙы ла билдәләп үтте. Улар араһында Баһаутдиновтар, Ханмырҙин-дар, Ғәбиҙуллиндар, Сениндар, Поповтар ҙур ихтирамға лайыҡ. Шулай уҡ Дмитрий Геннадьевич Рәсәй Президенты Влади-мир Путин башланғысындағы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы мөхит булдырыу” программаһы сиктәрендә ҡалала төҙөкләндерелгән ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын телгә алды. Быйыл да ошо юҫыҡта эш дауам итәсәк һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре алдында ҙур бурыстар тороуын да иҫкә төшөрҙө. Һуңынан урынбаҫар бер төркөм эшсәндәрҙе республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының грамоталары менән бүләкләне.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы Таис Колышев беҙҙең ҡалала коммуналь тармаҡтың булдырылыу тарихы менән таныштырҙы.
- 1961 йылға тиклем ҡаланы бер тәртипкә килтерелмәгән торлаҡ-файҙа-ланыу ойошмалары хеҙмәтләндерҙе, был ҡала етәкселегенә лә, халыҡҡа ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Һуңынан рес-публиканың министрҙар кабинеты ҡара-ры буйынса ҡалала махсуслаштырылған предприятиелар барлыҡҡа килде. Тәүҙә был өлкәне фронтовиктар етәкләне. Артабан белемле етәкселәр килде. Был өлкә яйлап күтәрелә башланы һәм ҡала төҙөк, матур булһын өсөн барыһы ла эшләнде. Әлеге ваҡытта коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ошо бай мираҫты дауам итә, - тине Таис Ғөбәй улы.
Һуңынан ҡаланың ижади коллективтары һөнәри байрамдарын билдәләүселәргә йыр-моң менән күтәренке кәйеф бүләк итте.
Читайте нас: