газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2020, 10:36

Күркәм шарттар күңелгә ята

Быйыл Салауат ҡалаһында “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы буйынса 83 күп фатирлы йортта 233 подъезды ремонтлау планлаштырылған. Әлеге ваҡытта идара итеүсе компаниялар был подъездарҙы төҙөкләндереүгә әҙерлек эштәрен башлаған.

Мәҫәлән, Ғафури урамындағы 2-се һәм Пушкин урамындағы 15-се йорттарҙа әле үк радиаторҙарҙы, кабелдәрҙе алыш-тырыуға тотонғандар. Идара итеүсе ойошма вәкилдәре белдереүҙәренсә, Төбәк операторы подъезда ремонт башлағанға тиклем, улар милекселәр менән килешеп, был программа буйынса ҡаралмаған эштәрҙе башҡарасаҡ.
- Беҙ был өс ҡатлы йорттоң подъезын-да 22 секция радиаторҙарҙы алыш-тырабыҙ, домофон селтәрҙәре кабелгә һалына. Былтыр был йорттоң ҡыйығына капиталь ремонт башҡарылғанда люктар янғынға ҡаршыларына алыштырылды. Подъездарында ремонт атҡарылырға тейеш йорттарҙың барыһында ла ошоға оҡшаш эштәрҙе атҡарып ҡуйырға бурыслыбыҙ, - ти “Милексе” идара итеү компанияһының баш инженеры Виктор Шорников Ғафури урамындағы йорттағы эштәр менән таныштырып.
Уның әйтеүенсә, “Милексе” биләмәһендәге 35 йорттоң подъездарын яңыртыу күҙаллана. Ремонт хаҡы уртаса 300 мең һумға төшә.
Пушкин урамындағы 15-се йорт тыш яғынан ялтлап тора, сөнки яңыраҡ ҡына капиталь ремонт программаһы буйынса фасады яңыртылған. Ә бына подъезға инһәң, унда күптән рәткә килтереү талап ителгәне күренә.
“Трос” идара итеүсе компанияның баш инженеры Надежда Кузнецова билдәләүенсә, улар ҡарамағындағы 17 йорттоң 47 подъезында ремонт башҡарыу планлаштырылған. Уның әйтеүенсә, халыҡ бындай яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә тик шат һәм уларҙы хуплай.
- Пушкин урамындағы 15-се йортта беҙ кабелдәрҙе нығытабыҙ, домофон сымдары монтажлана, ҡыйыҡҡа сыға торған урын рәткә килтерелә, подъездағы радиаторҙарҙы алыштырыу ҡаралған. Ғөмүмән, Төбәк операторы подъезды ремонтлауға тотонор алдынан унда барлыҡ әҙерлек эштәрен атҡарып ҡуябыҙ, - ти баш инженер. - Ә төбәк операторы программа нигеҙендә стеналарҙы ағартасаҡ, буяйасаҡ, эске ишекте, почта йәшниктәрен, иҙәнде алыштырасаҡ. Йорттоң фасадына ремонт башҡарылғанда тәҙрәләр алыштырыл-ғайны, шуға был эш ҡаралмаған. Эштәр-ҙең барышын милекселәр ҙә, идара итеүсе компания ла контролдә тотасаҡ.
Читайте нас: