Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2020, 10:32

«Алға» менән алға

Иҫегеҙҙә булһа, республикала былтыр июль башынан «Алға» картаһы ҡулланыуға сыға башлағайны. Ошо ваҡыт арауығында унан файҙаланыусылар бермә-бер артҡан. Быны ҡаланың транспорт предприятиелары етәкселәре лә раҫлай.

- Трамвай беҙҙең ҡалала талап ителгән транспорт төрҙәренең береһе булып һанала. Комбинатта, «Салауатбыяла»ла, колонияла эшләүселәр ҙә, ҡала халҡы ла трамвайҙа күп йөрөй. Әле пассажирҙар ташыуҙың 50 процентҡа яҡыны трамвайға тура килә. Киләсәктә был күрһәткесте арттырырға иҫәп тотабыҙ. Хатта трамвай селтәрҙәрен ҡалаға, атап әйткәндә, Ленинград урамына индерергә уйлайбыҙ. Был ҡала проектында ла бар. Эштәрҙең ҡасан башланыры әлегә билдәле түгел. «Алға» картаһы трамвайҙа киң файҙаланыла. Әйтәйек, былтыр август айынан йыл аҙағына тиклем карта менән 13117 пассажирҙы ташыһаҡ, ағымдағы йылдың ике айында ғына был һан 10817-гә етте. Картаның ыңғай яҡтары бик күп. Беренсенән, килемде йәшерен күрһәтеү юҡ, бөтә аҡсалар туранан-тура бюджетҡа күсә. Икенсенән, финанс яҡтан отошло. Әле трамвайҙа сәфәр хаҡы карта һәм ҡулаҡса менән 20 һум тәшкил итә. Хаҡтар артыуы «Алға» картаһына ҡағылмаясаҡ. Тағы бер яңылыҡ - беҙҙең ҡалала ла «Бәхетле сәғәт» акцияһын ойоштороу планлаштыра. Мәҫәлән, трамвайҙан төшөп, бер сәғәт эсендә икенсе транспортҡа күсеп ултырһаң, өҫтәмә аҡса түләү талап ителмәйәсәк. Әммә аныҡ сроктары әлегә билдәләнмәгән. «Алға» карталарын СПАТП-ла, Уралсиб банктарында, почта бүлексәләрендә, «Ярмарка» магазиндарында һатып алырға була. Хаҡы - 50 һум. Уны банкомат, мобиль ҡушымталар аша тулыландырырға мөмкин, - тип һөйләп үтте «Трамвай идаралығы» начальнигы Эдуард Мирасов.
Салауат АТП-һы директоры вазифаһын башҡарыусы Евгений Степанов та был карта менән ҡулланыусыларҙың артыуын белдерҙе. Былтырҙан алып 1710 дана карта һатылған, уның менән 338 802 пассажир файҙаланған. «Алға» менән автобуста йөрөү хаҡы - 18, ҡулаҡса менән 20 - 25 һум.
Читайте нас: