Баш ҡаланың Конгресс-холында уҙға-рылған тантана республиканың төбәктәренән генә түгел, хатта Силәбе,Ырымбур, Пермь өлкәләренән дә гүзәл заттарҙы йыйҙы. Быйыл беҙҙең ҡала исеменән мәртәбәле конкурсҡа “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғоловаға барып ҡайтыу бәхете тейҙе. Саранан алынған тәьҫораттарын белешеү өсөн Рәшиҙә апайҙың үҙенә мөрәжәғәт иттек.- Сарала тәүгә булыуым. Конкурсҡа ҡаланан вәкил булып барырға ҡала хакимиәте һәм ветерандар советы тәҡдим итте. Бының өсөн Өфөгә портфолио әҙерләп ебәрҙем. Унда “Ағинәйҙәр” ойошмаһының эше, үткәрелгән сараларҙан фоторепортаждар, шулай уҡ ҡаҙаныштарым тураһында мәғлүмәттәр йыйылған. Конкурсанттар быйыл 10 номинацияға дәғүә итте: ҡатын-ҡыҙ - күп балалы әсә, лидер, ғалимә, педагог, бизнес-леди, һөнәр оҫтаһы, йыл үрнәге, өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, иң йәш йәмәғәт эшмәкәре, мәҙәниәт белгесе. Мин «Ҡатын-ҡыҙ - өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре» номинацияһында билдәләндем, Диплом, Маҡтау грамотаһы, картина, сәскә гөлләмәһе менән бүләкләндем. Бәйгене Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо. Уның рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ойошманың бөтә проекттары ла социаль йүнәлеш алыуын, улар, тәү сиратта, халыҡтың йәшәү сифатын, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың статусын күтәреүгә йүнәлтелеүен билдәләне. Бер төркөм гүзәл заттар конкурстың төп наградаһы - Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булды.Был ҡатын-ҡыҙҙы әүҙемләштерә, стимул бирә торған сара булды. Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙә йәшәүсе яҡташт-арыбыҙҙы ылыҡтырыу ҙа бик матур күренеш. Тәрбиәүи әһәмите лә иҫ киткес ҙур. Күңелдә тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалды. Ул быйыл өсөнсөгә үткәрелде. Тәүге йылда ҡатнашыусылар 100-гә лә тулмаған, былтыр уның һаны 300 тирәһе булған, ә быйыл инде хатта 547-гә еткән. Тимәк, уның мәртәбәһе йылдан-йыл арта бара. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы әйтеүенсә, киләһе йылға тәүҙә зональ этап уҙасаҡ, һуңынан уның еңеүселәре генә баш ҡалаға йыйыласаҡ. Шуныһы һөйөндөрә, бында төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар йыйылғайны - йәп-йәш ҡыҙҙар ҙа, йөҙйәшәр инәйҙәр ҙә. Шулай булғас, күсәгилешкәнлек һаҡлана, - тип һөйләп үтте Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы.