Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 11:28

Ҡышты оҙаттыҡ. Һаумы яҙ!

Ниһайәт, ҡыштың һуңғы көндәрен барлап, яҙға аяҡ баҫтыҡ. Яҙ ҙа, тиҙҙән үҙенең хакимлыҡ итәсәген белгәндәй, ҡояшын да нығыраҡ йылыта башланы.

1 мартта ҡала халҡы «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге янында Масленицаға йыйыл-ды. Ул славян халыҡтары-ның борондан билдәләнгән байрамы һаналһа ла, сара йылдан-йыл тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инеүе асыҡ күренә. Уны бөтә милләт вәкилдәре лә ихлас ҡаршылай. Хатта уны үҙебеҙсә Ҡышты оҙатыу йәки Ҡоймаҡ байрамы тип йөрөтә башланыҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бик матур, мауыҡтырғыс сара әҙерләгәйне. Кешенең күплеген яҙып аңлатырлыҡ түгел. Был һәйбәт тә, тимәк, ҡала халҡы матур ял итә белә. Ниндәй генә уйын-конкурстар ойошторолмағайны. Унда олоһо ла, кесеһе лә бик теләп ҡатнашты. Сәхнә йыр-моңдан, бейеүҙәрҙән гөрләп торҙо. Ҡаланың ижади коллектив-тары йыйылыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итте. Бер урында батырҙар ярышы бара, икенсеһендә табаға ҡоймаҡ һалып уҙышалар, өсөнсөһөндә кескәйҙәр һепертке менән хоккей уйнай. Буйҙан-буйға сауҙа рәттәре теҙелеп киткән. Ҡаҙандағы былауҙың, шешлектәрҙең еҫтәрен, ҡыҙ-ғанысҡа, гәзит биттәре аша еткереп булмай. Шулай уҡ ҡул оҫталары ла үҙ күргәҙмәләре менән һатыу итергә сыҡҡайны.
Байрамға килеүселәрҙең һәр береһе онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алыуында шик юҡ. Айырыуса, кескәй тамашасы-лар шат. Светлана байрамға дүрт йәшлек ҡыҙы менән килгән. Арығандыр тип, сабы-йына ҡайтырға тәҡдим иткәс, ҡыҙы түгелеп илай башланы.
- Байрам бик шәп, күңелле бара. Кешенең күплеген генә күрегеҙсе. Һауа торошона, әйтерһең, заказ бирелгән. Кисә генә һыуыҡ, елле, болоҡ-һоу көн ине. Ә бөгөн ҡояш йылмая. Ҡыҙым да, ана ҡалай, ҡайтмайым, тип илай. Бөгөн ул рәхәтләнеп бейене, уйындарҙа ҡатнашты. Сара уға ла бик оҡшаны. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - ти әсә.
«Тормош аҙығы» хәйриә фонды ҡалала үткәрелгән массалы сараларҙан бер ҙә ҡалғаны юҡ. Был юлы ла улар ҡайнар сәй, компот, тәмле бутҡа таратты. Ҡоймаҡ та бешереп алып килгәйнеләр. Әммә, уны, һә, тигәнсе алып бөткәндәр. Яндарына килгәндә үк тәмле ризыҡтан елдәр иҫкәйне.
- Бер юлы дүрт табала 150-нән ашыу ҡоймаҡ бешерҙем. Күҙ асып йомған арала юҡ булды ул. Ни тиһәң дә, байрам күрке булған ризыҡ бит инде, - ти ойошма ағзаһы Александр Рогожин.
Шулай уҡ «Дөйөм туҡланыу» предприятиеһы ла ҡоймаҡ ҡойоп, ҡала халҡын һыйланы. Теләктәре булғандарҙың барыһы ла унан ауыҙ итә алды.
Ә сара һуңында, йола буйынса, ҡарасҡыны яндыр-ҙылар. Ул гөлт итеп янды ла бөттө, әйтерһең, ҡыш эстафетаны яҙға тиҙерәк тапшырырға тырыша.
Читайте нас: