Салауат ҡалаһының Калинин урамындағы 5-се, 9-сы йорттары һәм 8-се лицейҙың икенсе корпусы, “Бәхетле” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проектында өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Лицейҙың ишек алдын ремонтлау яңы ғына тамамланды. Был “Бәхетле” үҙидаралығының 2019 йылдағы уңышы.
Халыҡтан һорау алыу барышында 2020 йылда тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөклө проект һайланды. Ул - 8-се лицейҙың икенсе корпусында санузелдарҙы ремонтлау. Лицей хеҙмәткәрҙәре, уҡыусыларҙың ата-әсәләре, инициативалы төркөмдөң тырышлығы менән башланғыс класс уҡыусылары өсөн уңайлы шарттар булдырылыуына ышанабыҙ.
Игорь Михайлов.