газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 11:27

Тормош матур, матур итеп йәшәй белһәң

Оптимист кешеләрҙе яратам, һәр ваҡытта уларға ҡарап һоҡланам. Фотоһүрәттәге Рәшиҙә апай Мәзитованы күрегеҙ әле, йөҙөндәге йылмайыуҙан хатта үҙен яҙ ҡояшына тиңләрлек. Унан һибелгән нур кемдең дә күңелен иретерлек, күңелдәренә дәрт өҫтәрлек. Әллә күпме тормош һынауҙарын үтеп 80 йәшенә еткәндә лә, йәшәү тәмен юғалтмаған, һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышанып һәм кешеләргә лә изгелек өләшергә генә ынтылған ағинәйҙәрҙең береһе ул.

Рәшиҙә Мансур ҡыҙы гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, даими яҙылыусыһы булараҡ күптән таныш. Баҫмағыҙ һәйбәт бит, нишләп яҙылмайҙар икән тип, тиражыбыҙҙы белешеп, һәр ваҡыт хәлебеҙҙе һорашып тора. Баҡтиһәң, һигеҙ тиҫтәһен тултырған инәйебеҙ әле булһа массаж эшләп, кешеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн дә тырышып йөрөй икән. Быға ул ғүмерен бағышлаған медицина өлкәһендә эшләгән ваҡытта өйрәнә. Бик иртә кейәүгә сығып, тәүҙә һөнәри белем алыу форсаты теймәһә лә, ныҡышмал ҡыҙ һуңынан үҙе хыялланған шәфҡәт туташы һөнәренә уҡып сыҡҡан. Бының өсөн киске мәктәптә 10-сы класты бөтөрә, медицина училищеһына инеү өсөн бер урынға 12 кеше дәғүә иткәндә лә һынауҙы уңышлы үтә.
- Ә ысынында тормош юлым минең шул тиклем ҡатмарлы, көнө буйы һөйләһәң дә, һөйләп бөтөрлөк түгел, - ти инәй.
Бик иртә атайһыҙ ҡала ҡыҙ, ғәзиз кешеһе һуғышҡа китеп хәбәрһеҙ юғала. Яуҙа саҡта уҡ иренән, бер үҙең ике баланы ҡарай алмаҫһың, атайымдарға ҡайт, тигән хат килгәс, әсәһе ике балаһын санаға ултырта ла, йәйәүләп Ишембайҙан Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылына ҡайта. Сибек бала булғанға, йыш ауырығанға күрә уҡырға ла һуң төшә Рәшиҙә апай. Кейәүгә лә, беҙҙең көн менән сағыштырғанда, иртә сыға. 17 йәштә генә шул уҡ ауыл егетенең өйөнә килен булып төшә. Ғаилә 1961 йылда Салауатҡа килеп йәшәй башлай. Рәшиҙә апай РСУ-ға эшкә инеп, асфальт һалып йөрөй. Тормош иптәше яҡшы тормош эҙләп Үзбәкстанға сығып китә һәм ғаиләһен дә унда күсерергә ниәт иткән була. Әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Иренең сит яҡтарҙа хыянат итеүен белеп ҡала һәм уны ғәфү итә алмай. Бер бала менән Салауатта үҙе донъя көтөргә ҡарар итә. Тәүҙә бик ауыр булһа ла, һынмай, бирешмәй. Ныҡышмал, маҡсатлы ҡыҙ шәфҡәт туташы һөнәрен алып, балалар йәслеһендә эшләй башлай, һуңынан өлкән шәфҡәт туташы, балалар баҡсаһы мөдире вазифаһына тиклем барып етә.
- Иремдең хыянатын тәүҙә кисерә алмаһам да, биш йылға тиклем көтөргә тип, үҙемә һүҙ бирҙем. Был хаҡта таныш инәйгә һөйләгән булғанмын һәм ул ошо ваҡыт үтеүгә миңә үҙенең туғанын кейәү итеп әҙерләп тә ҡуйған. Шулай итеп, мин икенсегә кейәүгә сығып, Марат менән йәшәп киттек, - ти хәтирәләргә бирелә Рәшиҙә Мансур ҡыҙы.
29 йыл буйына бик яҡшы донъя көтәләр улар. Улы уның тормош иптәшен атай тип йөрөтә. Рәшиҙә апай һуңынан, хаҡлы ялға киткәнсе, Салауат мәктәп-интернатында фельд-шер булып эшләй. Пенсияға сыҡҡас та, кешеләргә массаж яһау менән шөғөлләнә. Инәй әйтеүенсә, унда эске тойомлау тойғоһо көслө, ҡайһы берҙә кешеләрҙең ауырыуҙарын, күңел торошон әйтеп бирә ала.
- Үҙем ете айлыҡ ҡына булып тыуһам да, ғүмер буйына апаруҡ сирҙәр кисереп, 10 тапҡыр операция эшләтһәм дә ныҡ кешемен икән, - тип йылмая Рәшиҙә инәй. - Әсәйем тапҡан туғыҙ бала араһынан мин генә ошолай оҙон ғүмерлемен. Хәҙер инде улымдың ғаиләһенең, ейән-ейәнсәрҙәремдең уңыштарына шатланып йәшәйем. Уларҙың донъяһы теүәл икән, минең дә бәхетем түңәрәк. Таныштарыма массаж да эшләйем. Кеше өсөн һаулыҡтан ҡәҙерлерәк нимә юҡ, шуға күрә ҡулымдан килә икән, ниңә ярҙам итмәҫкә.
Гүзәл зат - нескә зат, тиҙәр. Һис тә бының менән килешерлек түгел. Сөнки үҙенең һәм яҡындарының бәхете өсөн көрәшеү, тормош юлынан лайыҡлы атлау өсөн тауҙар аҡтарырҙай ҡатын-ҡыҙҙар йыш осрай. Рәшиҙә апай Мәзитова ла ошоға асыҡ миҫал түгелме ни һуң?
Читайте нас: