Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 11:19

Иҫтә ғүмерлеккә ҡалды

Быйыл Ленинград ҡулсаһы өҙөлөүгә 76 йыл. Был ваҡиға Петербург халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Лениградты азат итеү кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың йәшәүгә өмөтөн көсәйтә. Ул ваҡиғаларҙың шаһиттары беҙҙең ҡалала ла бар.

Галина Мерзиконың тыуған ҡалаһы - Ленинград. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 7 йәш тә тулмаған була. Галина Николаевнаның ғаиләһенә 900 көн һәм төн үлем менән көрәшергә тура килә. Блокаданың барлыҡ ауырлыҡтарын кисергән ветеран ул ваҡиғаларҙы әле лә яҡшы хәтерләй.
- Һуғыш башланғанда миңә ете йәш тулмағайны әле. Ике һеңлем бар ине. Береһенә 4 йәш, икенсеһе тәпәй ҙә баҫмаған. Ҡаланы утҡа тотҡан ваҡытта ҡурҡыштан беҙ Томочка менән карауат аҫтына йәшенеп илай торғайныҡ. Бер ваҡыт беҙ йәшәгән йортҡа бомба төшөп, емерелде. Мин емереклек аҫтында ҡалдым. Үлгән тип уйлағандар, шулай ҙа стеналар аҫтынан табып алдылар. Шул мәлдә әллә ҡурҡып, әллә яраланып минең күҙҙәрем ҡылый булып ҡалды. Өй емерелгәс, беҙ ҡаланың икенсе биҫтәһендәге йортҡа күсендек. Унда ла шартлау тауыштары ишетелә ине. Әсәйем «Красный выборжец» заводында эшләне. Икмәк алып ҡайта, ашарға ултырһаҡ, һеңлем икмәген ашай һала ла күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап илап тик ултыра, ашағыһы килә. Мин үҙемдең өлөштө уның менән бүлешә инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеңлеләремдең ғүмере оҙон булманы, аслыҡтан үлеп ҡалдылар. Һуғыш бөтмәгәйне әле. Балаларынан мин генә тере ҡалғас, әсәйем Башҡортостанға эвакуацияланырға ҡарар итте. Беҙҙе Дәүләкәнгә килтерҙеләр. Башҡортостанда белем алдым, данлыҡлы тракторсы булдым. Хеҙмәтем өсөн ордендарым, наградаларым да бар.Кейәүгә сыҡтым. Биш балаға ғүмер бирҙек. Әлеге мәлдә 12 ейән-ейәнсәрем, 12 бүлә-бүләсәләрем бар. Ғаиләм ҙур. Донъяла иң ҙур бәхет - балалар. 50-се йылдарҙа Салауатҡа күсенеп килгәндә ул саҡ төҙөлә ине. Пассажирҙар ташыу предприятиеһына эшкә урынлаштым һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө вазифаларҙа шунда эшләнем. Хөкүмәт пенсия биреп тора, Аллаға шөкөр, -ти Галина Николаевна.
Анжела Герасимова Ленинградтан 1957 йылда күсенеп китә. Аслыҡ ваҡыты ныҡ хәтерҙә ҡалды, икмәк ныҡ ҡәҙерле, ти ул йылдарҙы хәтерләп. Әсәйем тегенсе ине, һалдаттарға ла, ябай кешеләргә кейем текте, шул беҙгә астан үлмәҫкә ярҙам итте.
Анжела Михайловна архитектура техникумын тамамлай, төрлө ерҙә эшләй, бөтә илде күрә. Салауат ҡалаһын проектлауҙа ҡатнаша, командировкаларға күп йөрөй.
- Йәштәргә теләгем шул: эшләгән эштәре күңелдәренә ятышлы булһын, - ти ветеран.
Читайте нас: