газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 11:10

Бер нимәгә лә ҡарамай, мөхәббәтһеҙ йәшәү ярамай

Ғаилә - мөхәббәт һәм хөрмәт тантана иткән айырым ғаләм ул. Ике кешенең миллиондар араһынан бер-береһен табып, ғүмерлеккә сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итеү генә түгел, 50, 60 йыл тормош юлын, бер нигә лә ҡарамай, иңгә-иң терәп үтеүен ҙур батырлыҡҡа ла тиңләрлек. Һәр хәлдә беҙҙең республикала алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы тантаналы рәүештә тәбрикләү, Башҡортостан Башлығының ҡотлауын һәм бүләген тапшырыу ҡаралған. Был - маҡтауға лайыҡ, өлгөлө ғаиләләргә хөрмәт күрһәтеү билдәһе.

Салауат ҡалаһының 11 алтын һәм 2 гәүһәр туйын билдәләүсе ғаиләһе Картиналар галереяһы залына саҡырылды. Уларҙы ҡотлау тантанаһы Ғашиҡтар көнөнә тап килтереп уҙғарылды. Был көн күп кенә илдәрҙә мөхәббәтте, һөйөүҙе белдереү көнө булараҡ билдәләнә. Беҙҙең ҡаланың юбиляр парҙары ла заманында бер-береһенә ғашиҡ булып, һуңынан хис-тойғолары оло мөхәббәткә әүерелеп, ғаилә тигән үҙ дәүләтен ҡорған.
Лилиә Абдулла ҡыҙы менән Риф Харис улы Ғайсиндарҙың тормош ҡороуына 50 йыл. Нимәһе ҡыҙыҡ, улар әлеге ваҡытта картиналар галереяһы урынлашҡан йортта танышҡан.
- Мин ошо йорттағы 3-сө фатирҙа йәшәй инем, ә Риф 1-се фатирға туғандарына килә торғайны, - тип иҫкә ала Лилиә Абдулла ҡыҙы. - Һуңынан юлдар айырылып торҙо, сөнки ул Польшаға эшкә китте, ә мин Сибайҙа эшләп тә, уҡып та йөрөнөм. Әммә ул онотманы, һәр аҙна һайын шылтыратып торҙо, шылтыратҡан һайын мөхәббәтен белдерҙе, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ул ҡайтҡас, беҙ Сибайҙа законлы никахлаштыҡ. 1970 йылдан Салауат ҡалаһында йәшәй башланыҡ.
Ғайсиндар бер ул тәрбиәләп оло тормош юлына сығара. Бөгөн уларҙы шатландырып бер ейән менән бер ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Лилиә Абдулла ҡыҙы башта училищела, һуңынан 30 йылға яҡын Кардан заводында эшләй. Ә Риф Харис улы 20 йыл тирәһе нефть химияһы комбинатында, артабан оптика заводында хеҙмәт итә. Улар ғаиләләренең ныҡлығы - бер-береңде аңлашып йәшәүҙә, тиҙәр. Шулай уҡ мөхәббәт менән тоғролоҡтоң да мөһим икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алалар.
- Ғаилә ҡороу йорт төҙөүгә тиң, һәр кирбесте бергәләп һалаһың. Ә һәр кирбестең үҙ мәғәнәһе бар: береһе мөхәббәт, икенсеһе бер-береңә ышаныс, өсөнсөһө ихтирам һ.б. Улыбыҙҙан хөрмәт күрәбеҙ, уның ғаиләһендәге татыулыҡҡа ҡыуана-быҙ. Йәштәр үҙҙәре ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәй ғүмерлеккә һаҡлаһын ине, - ти Ғайсиндар.
- Бөгөн ошонда йыйылған ғаиләләр алдында баш эйге килә, сөнки һеҙ беҙҙең ҡаланың алтыны һәм гәүһәре. Бынан 50, 60 йыл элек ғаилә тормошона аяҡ баҫҡанһығыҙ. Юлығыҙҙа шатлыҡтар ҙа, ауырлыҡтар ҙа осрағандыр. Әммә һеҙҙең мөхәббәт, сабырлыҡ, аңлашыу, бер-берегеҙгә терәк була белеү бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән. Һеҙҙең кеүек ғаиләләр беҙҙең йәмғиәт өсөн өлгө булып тора, - тине Салауат ЗАГС-ы бүлеге начальнигы Люциә Әлибаева юбиляр парҙарҙы ҡотлап һәм артабан да иҫәнлектә-һаулыҡта яҡындарын шатландырып оҙаҡ йәшәүҙәрен теләне.
Тантаналы кисәлә тәбрикләнеүсе парҙарҙың һәр береһе үҙҙәренең танышыу, ғаилә ҡороу тарихын һөйләп үтте. Ә инде алып барыусы уларҙың хеҙмәт һәм тормош юлдары менән таныштырҙы. Ғаилә ағзалары бөтә ғүмерҙәрен Салауат ҡалаһы, уның артабан сәскә атыуы өсөн лайыҡлы хеҙмәт иткән.
Алтын һәм гәүһәр парҙарға ҡарап, ысын һөйөүҙең бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла һүрелмәүен аңлайһың. Юлдашбаевтар 50 йыл бергә йәшәп, ҡыҙ менән ул үҫтерәләр, өс ейәнсәрҙәре бар. Улар икеһе лә мәғариф ветераны. Салауат Юлдашбаев шиғыр яҙыу менән мауыға һәм бер нисә йыйынтыҡ сығарған. Ул хәләл ефете Рима Абдулхай ҡыҙына һөйөү хистәрен шиғыр юлдары аша еткерҙе.
- Тиңләйем мин һине йондоҙҙарға,
Йондоҙҙарға етә алмайым.
Йондоҙҙарға етә алмағандай,
Һине һөйөп туя алмайым, - тине ғаилә башлығы.
Бына шулай йәш саҡта тыуған мөхәббәт һәр ғаиләлә ғүмерлеккә һаҡланһын.
Читайте нас: