Май айы аҙағында ҡала хакимиәте, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте ярҙамында дүрт кешенән торған делегация: комбинат ветераны С.Ғәлләмов, “Аллағыуат” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары М.Ғәзизов, «Мираҫ» учреждениеһы директоры Р.Сафиканов, запастағы полковник Р.Зөбәйеров Волгоград өлкәһенә барып ҡайтты.
Бәләкәй Аллағыуаттан Фәсхетдин Сәләхетдин улы Зөбәйеров, Кожак ауылынан Владимир Александрович Сафонов билдәһеҙ юғалған тип иҫәпләнә ине. 2018 йылда ғына уларҙың ҡайҙа һәләк булғандары, ерләнгән ҡәберлектәре билгеле булды.
Фәсхетдин Зөбәйеров 1941 йылда һуғышҡа алына. Өфөлә ойошторолған 214-се уҡсылар дивизияһы сафында хеҙмәт итә. 1942 йылдың ноябрь айында ҡатыны Хәҙисә Бәхтийәр ҡыҙына: “Ирегеҙ Фәсхетдин Зөбәйеров хәбәрһеҙ юғалды”, - тигән хат килә.
Яугирҙең ғаиләһе 77 йыл буйына билдәһеҙлектә йәшәй: штраф ротаһына ебәрелгәнме икән, әллә пленға эләктеме икән - асыҡлыҡ юҡ.
Салауат хәрби комиссариаты хеҙмәткәре, запастағы полковник Рәфҡәт Зөбәйеров ысынбырлыҡты асыҡларға, ағаһының үлгән ерен, ҡайҙа ерләнгәнен табырға тырышып, күп йылдар эҙәрмәнлек эше алып бара. Ғаиләгә юғалған документтарын тергеҙеү, пенсия юллау буйынса ла ныҡ ярҙам итә. Ниһайәт, Татарстандан эҙәрмәнлек эше алып барған Лилиә Аҡтуғанова, документаль яҙмаларға таянып, Волгоград өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә Сталинград янында барған һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең исемлеге теркәлгән стелала сығышы менән Башҡортостан ауылдарынан булған һуғышсылар исемдәре, таныш фамилиялар барлығы тураһында хәбәр итә. “Аллағыуат” ойошмаһы рәйесе урын-баҫары М.Ғәзизов Волгоград өлкәһе Паньшино ауыл советы менән хат аша хәбәрләшеп, яҡташтары ерләнгән туғандар ҡәберлегенә барыу ваҡытын билдәләй.
Шулай итеп, Салауат ҡалаһынан дүрт кешенән торған делегация 2019 йылдың май аҙағында Волгоград өлкәһендә һуғыш яланында һәләк булған яҡташтары Фәсхетдин Зөбәйеров, Владимир Сафонов исемдәре теркәлгән Туғандар ҡәберлегендә булды, сәскәләр һалды. Үҙҙәре менән тыуған яҡ тупрағын алып барып һалып, туғандар ҡәберлегенән ер алып ҡайттылар.
Ундағы һуғыш ветераны һөйләүе буйынса, бик ҡаты һуғыштар барған был ерҙәр, Волгоград өлкәһендәге Паньшино ауылы, фронттың сиге булған. Беҙҙең һалдаттар был сиктән ары дошманды үткәрмәгән. Алыш һәр бер ҡалҡыулыҡ, һәр бер ҡолас ер өсөн барған. Ошо ҡаты һуғышта беҙҙең күп һалдаттар ятып ҡалған...
Июнь айында “Юрматы ере” мемориаль комплексында үткәрелгән тантаналы митингта Туғандар ҡәберлегенән алып ҡайтылған ер Фәсхетдин Зөбәйеровтың берҙән-бер ҡыҙы Нурия Хәмитоваға (Зөбәйероваға) тапшырылды. 89 йәшлек Нурия Фәсхетдин ҡыҙы, күҙ йәштәре аша, оҙаҡ йылдар эҙәрмәнлек эше алып барған, атаһының ерләнгән ҡәберлеген табыуға күп көс һалған Рәфҡәт Зөбәйеровҡа, Туғандар ҡәберлеген табырға ярҙам итеүсе Лилиә Аҡтуғановаға, Волгоград өлкәһендәге Туғандар ҡәберлегенә барыуҙы ойоштороусы комбинаттың ветерандар советы рәйесе Миҙхәт Рәхимҡоловҡа, Муса Ғәзизовҡа һәм башҡаларға оло рәхмәтен белдерҙе.
Нурия Фәсхетдин ҡыҙы ерҙең бер өлөшөн үҙ ҡулдары менән “Юрматы ере” мемориаль комплексындағы атаһы исеме яҙылған үҙәк стелаға һалды. Икенсе өлөшө Владимир Сафонов (уның туғандары ҡалмаған инде) иҫтәлегенә Кожак ауылына арналған стелаға һибелде.
Тыуған-яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән үткәрелгән әңгәмә ваҡытында Нурия апай былай тип һөйләне:
- Минең күптәнге хыялым - атайымдың һәләк булған ерен, ерләнгән урынын табыу теләге тормошҡа ашты. Әммә тағы ла бер алдыма ҡуйған маҡсатым, уйым бар ине - үҙем иҫән саҡта атайым менән әсәйемде осраштырыу теләге.
Балаларым, ейәндәрем менән бергәләп әсәйемдең ҡәберен барып ҡарағас, яңы рәшәткәләр ҡуйҙыҡ. Әсәйем Хәҙисә Бәхтийәр ҡыҙы менән атайым Фәсхетдин Сәләхетдин улының рәсемдәрен йәнәш ҡуйып, ҡәбер ташы эшләттек. Волгоград өлкәһенән алып ҡайтылған ерҙе ҡәбергә һалдыҡ. Шулай итеп, алыҫ ерҙәрҙән алып ҡайтҡан ер ярҙамында атайым менән әсәйем, ниһайәт, мәңгелеккә берләште. Хәҙер инде күңелем тынысланды: атайым тыуған еренә ҡайтып ятты.