Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2020, 11:16

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды, башлыҡтарға йөкләмәләр бирелде

Шишәмбе эш сәфәре менән беҙҙең ҡалаға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов килде. Ул төрлө объекттарҙа булып, ҡаланың тормошо менән танышты.

Иң беренсе «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында махсус тех-ника һәм шәхси составты ҡараны, бүлектең ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүгә әҙерлеген тикшерҙе. Янғын һүндереү-тактик күнекмәләрҙең ни тиклем йыш уҙғарылыуы менән ҡыҙыҡһынды, бүлексәләрҙең нисек йыһазландырылыуына ла иғтибар итте.
- Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм йәмғиәт объекттарында янғын һүндереү өсөн заманса техника бар, алдарына ҡуйылған бурыстарҙы башҡарыуға хеҙмәткәрҙәр әҙер, - тине урынбаҫар.
Ирек Сәғитов шулай уҡ «Нефтехимик» спорт һарайында булды. Ул ГТО фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты, иң яҡшы спортсыларҙы бүләкләне. Ауыр атлетика, ҙур теннис, көрәш, гимнастика, акробатика залдарында, скалодромда булды.
- Салауатта спорт менән шөғөл-ләнеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Спорт һәр кешенең тормош рәүешенә әүерелергә тейеш, - тип билдәләне Ирек Хәйривәри улы.
Ҡаланың эске эштәр бүлегенә һуғылырға ла ваҡыт тапты ул.
Бөтә объекттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары 1-се лицейҙа кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын күҙәтселеге, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, республиканың көньяҡ район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, хәрби комиссарҙар ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары тантаналы шарттарҙа ҡаршы алды. Улар фойела Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күргәҙмә ойошторғайны. Батырҙар тураһындағы мәғлүмәтте уҡыусылар йылдар буйына йыйған. Ирек Хәйривәри улы күргәҙмә менән ентекле танышты, һәр мәғлүмәтте иғтибар менән тыңланы. «Толпар» эҙләнеү отрядының Ленинград өлкәһендә тапҡан артефакттар күргәҙмәһе лә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Кәңәшмәлә тикшереүгә сығарылған төп һорау - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы булды.
- Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан 2020 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә беҙ ҙә Еңеүгә арналған сараларҙы юғары кимәлдә үткәрергә бурыслыбыҙ. Республикала 180-дән ашыу сара үткәреү планлаштырыла. Улар иҫәбенә дөйөм Рәсәй акциялары ла инә. Һәр ветеран байрамдарҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла ихтирам тойоп йәшәргә тейеш. Уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей. Республикала әле 1057 ветеран йәшәй. Уларҙың береһен дә иғтибар үҙәгенән ысҡындырырға ярамай. Аяҙ күк йөҙө, тыныслыҡ бүләк иткән ветерандар алдында бурысыбыҙ түләп бөткөһөҙ, - тине урынбаҫар.
Ирек Хәйривәри улы шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2024 йылға тиклемге эшмәкәрлеге» программаһының маҡсаттары менән таныштырҙы. Төп бурыстар - халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу, тыуым кимәлен, ғүмер оҙайлығын арттырыу, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Республикала эшләп килгән программаларға ла туҡталды ул. Быйыл уҙасаҡ ҙур сара - Фольклориада тураһында ла әйтергә онотманы.
Артабан сығыш яһаусыларға һүҙ бирелде. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Яна Гайдук Еңеүгә бағышланған хәрби-патриотик саралар, акциялар, бурыстар тураһында ентекле һөйләне. Ул шулай уҡ ГТО нормаларын тапшырыуға ҡағы-лышлы мәғлүмәтте еткерҙе. Салауат ҡалаһының ГТО нормативтарын тап-шырыу буйынса алдынғы-лыҡта булыуын ишетеүе ҡыуаныслы булды.
Янғындарҙы иҫкәртеү темаһы ла иғтибар үҙәгендә булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин республикалағы янғындарға бәйле хәл менән таныштырҙы.
- 2019 йылда республикала тәбиғи һәм техноген характерҙағы 8 ғәҙәттән тыш хәл теркәлде, 11554 янғын сыҡты, уларҙа 273 кеше, шул иҫәптә 11 бала, һәләк булды, 274 кеше төрлө дәрәжәлә йәрәхәттәр алды. Уҙғарылған анализ күрһәтеүенсә, янғындарҙың ун меңдән ашыуы торлаҡ секторҙа сыҡҡан. Сауҙа, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау объекттарында сыҡҡан янғындар ҙа идаралыҡты борсоуға һала. Фажиғәләрҙең төп сәбәптәренең береһе булып ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу ҡала. Янғындарҙа һәләк булыусыларҙың күп өлөшө ауыл еренә тура килә - 65 процент. Айырыуса пенсионерҙар, яңғыҙ йәшәүсе ҡарттар, балалар, йәшәү урыны билдәле булмағандар, эшһеҙҙәр, инвалидтар хәүеф төркөмөнә инә. Йыл башынан алып 10 февралгә ҡарата ғына ла республикала 642 янғын сыҡҡан, утта 30 кеше һәләк булған, уларҙың береһе - бала. Быйыл Ауырғазы, Ғафури, Ишембай райондарында янғындар күп сыҡҡан. Салауатта ла был күрһәткес артҡан, - тине Владимир Николаевич.
Ул шулай уҡ һыу баҫыу ихтималлығы булған муниципаль район-ҡалалар исемлеген әйтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемлектә беҙҙең ҡала ла бар. Хакимиәт башлыҡтарына быға иғтибар итергә һәм ташҡынға әҙерлек ваҡытында бөтә кәрәкле саралар ҡабул итергә ҡушылды.
Ирек Сәғитовты янғындар менән бәйле хәл уйландырҙы.
- Бәләнең башы - халыҡ менән етерлек кимәлдә эшләмәүҙә. Айырыуса социаль яҡтан яҡланмағандар, аҙ тәьмин ителгәндәр, хәүеф төркөмөнә ингән граждандар иғтибарҙан ситтә ҡала. Эш үткәндән һуң ғына ниндәйҙер саралар ҡабул итергә тотонабыҙ. Ундай ғаиләләргә йышыраҡ сығырға, профилактик әңгәмәләр алып барырға кәрәк. Кеше ғүмеренән дә ҡиммәтерәк нәмә юҡ. Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмаларҙы мөмкин тиклем күберәк йорттарға ҡуйырға кәрәк, - тине ул.
Ул шулай уҡ үҙҙәренең көсө менән был ҡоролмаларҙы ҡуйған муниципалитет башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе. Был йәһәттән Стәрлебаш районы үрнәк булып тора.
Кәңәшмәлә башҡа күп һорауҙар ҡаралды, хакимиәт башлыҡтарына йөкләмәләр бирелде. Ирек Хәйривәри улы кәңәшмәне юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам иткән ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлиловҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: