газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2020, 11:57

Ҡәләмде ҡорал итеп...

Оҙаҡламай Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Уйлап ҡараһаң, илебеҙ күпме ғәрәсәттәр кисеп, күпме юғалтыуҙар аша яуыз дошманды еңеүгә ирешкән.

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл. Аллаға шөкөр, илебеҙ тыныс тормошта йәшәй, эшләй, хеҙмәт итә, йәш быуынды тәрбиәләй. Үткән һуғыш афәтен йәш быуын күрмәһен тип илебеҙ бар сараһын күрә, бар көсөн һалып көрәшә. Ҡалабыҙҙың төрлө ойошмалары тыныслыҡ байрамының 75 йыллығын ҡаршылауға әҙерләнә. Шул иҫәптән 9-сы китапхана хеҙмәткәрҙәре лә “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт-татар яҙыусылары һәм шағирҙарына бағышлап, “Ҡәләмде ҡорал итеп” тигән иҫкә алыу кисәһен уҙғарҙы. Унда яугир яҙыусыларҙың китаптары менән күргәҙмә әҙерләнгәйне. Сараға ҡунаҡтар ҙа, ойошма ағзаларының ғаиләләре лә килгән ине.
Беҙҙең яҙыусыларыбыҙ һуғышта һәр саҡ алғы сафта булған. Ут-һыуҙарҙы кисеп, урман-ҡаялар үтеп, йәндәрен аямайса көрәшкән. Бик аҙ ғына тынлыҡ булған саҡтарҙа улар ҡуйын дәфтәрҙәренә патриотик әҫәрҙәр, шиғырҙар, хатта поэмалар яҙып, илебеҙгә оҙатып торған. Уларҙың еңеүгә ышаныс тыуҙырыусы, халыҡты рухландырыусы әҫәрҙәре гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан. “Шишмәләр” әҙәби төркөм ағзалары фронтовик әҙиптәрҙең биографиялары, нисек һуғышта ҡатнашыуҙары, батырҙарса ятып ҡалыуҙары, ә иҫән-һау ҡайтҡандарының тыныс тормошта ижадтарын дауам итеүҙәрен һөйләне. Һуғышта 104 яҙыусы ҡатнаша, улар араһынан 31-е һуғыш яланында ҡаһармандарса башын һала.
Бәлки был хат һуңғы хатым булыр,
Иң дәһшәтле утҡа инәмен.
Шулай була ҡалһа, ҡояшты ла
Бөгөн һуңғы тапҡыр күрәмен.
Үләм икән - үкенесле түгел,
Был үлемдең миңә килеүе.
Бөйөк йыр ул - Бөйөк Ватан өсөн
Һуғыш ҡырҙарында үлеүе, ти яҙған беҙҙең герой шағирҙарыбыҙ.
“Йондоҙҙар” ансамбле яугир шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған “Һалдаттар”, “Еңеүселәргә дан!” тигән йырҙарҙы башҡарҙы. Р.Вәлиева Муса Йәлилдең “Йырҙарым”, Мостай Кәримдең “Ҡояш сыҡҡан яҡта, бик йыраҡта” тигән шиғырҙарын яттан һөйләне. Мин яҡындан таныш булған яугир авторҙар, драматургтарҙың тормошо, ижады менән таныштырып уҙҙым, уларҙың әҫәрҙәренән өҙөк-тәрҙе яратып ятлауым тураһында әйттем һәм “Онотмағыҙ” тигән шиғырҙы һөйләнем. Ф.Исхаҡова “Муса Йәлил иҫтәлегенә”, Ф.Сәйфетдинова “Еңеү көнөнә” тигән үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Ф.Саҙретдинов “Ҡайтыу” йырын башҡарғанда күңел йомшарып китеп, күҙҙәр йәшкә сыланды.
Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары - ветерандар арабыҙҙан бер-бер артлы китә бара. Ләкин дәһшәтле һуғыш йылдарында ла тынып тормаған шағирҙар, музыканттар ижад иткән әҫәрҙәр киләһе быуынға ошо еңеү көнөнөң ни тиклем бөйөк, мөһим икәнлеген аңлатып, иҫкәртеп тора. “Еңеү тәмен, йәшәү йәмен, беҙ белмәһәк, кем белер”, ти Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау еңеү менән ҡайтҡан шағирҙар.
Флүрә Хәзиева.
Читайте нас: