газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2020, 11:35

Балалы ғаиләләргә ярҙам төрҙәре

Күп балалы ғаиләләрҙең сығымдары ла күп. Шуның өсөн дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам төрҙәрен белеү һәм уларҙы юллап алыу ғаилә тормошон ярайһы юҡ еңеләйтә ала. Гәзитебеҙҙең был һанында һүҙ дүртенсе һәм унан да күберәк бала тыуған осраҡта бирелгән ярҙам тураһында.

* Дүрт балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ай һайын 1500 һум күләмендә пособие түләү ҡаралған. Уны юллау өсөн халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеге республиканың Хеҙмәт министрлығы сайтында бирелгән.
* Ғаиләлә бишенсе бала тыуған хәлдә, аҙ тәьмин ителгән ғаилә ай һайын 2000 һум пособие алыуға иҫәп тота ала. Ғаризаны шулай уҡ халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына тапшырыу талап ителә.
* Биш һәм унан да күберәк бала табып (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алып) тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Уға ҡушып бер тапҡыр аҡсалата түләү ҙә билдәләнгән. Уның суммаһы 2019 йылдан алып 15 мең һум тәшкил итә. Әсә кешегә награданы биреү тәҡдиме менән ауыл, ҡала советы, йә булмаһа күп бала әсәһе эшләгән ойошма хеҙмәткәрҙәре коллективы сыға.
* Биш балиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаилә торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торһа, ул торлаҡ сертификатына хоҡуҡлы. Уны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура комитетына мөрәжәғәт итеп алып була. Сертификат бирелгәндән һуң ул алты ай буйына ғәмәлдә иҫәпләнә.
* Ғаиләлә14 йәшкә тиклемге балиғ булмаған биш бала тәрбиәләнһә, улар бушлай Яңы йыл бүләктәре ала ала. Ғаилә халыҡҡа социаль яҡлау органдарында иҫәптә торған хәлдә, ниндәйҙер документтар йыйыу кәрәклеге юҡ. Әгәр ғаиләлә 18 йәшкә тиклем биш һәм унан да күберәк бала йәшәй һәм улар халыҡты социаль яҡлау органдарында иҫәптә тормай икән, йәшәү урыны буйынса халыҡты яҡлау үҙәге филиалына ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм барлыҡ балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын алып барыу зарур.
* Ғаиләлә һигеҙенсе бала тыуғанда бер тапҡыр 600 мең һум түләнә. Был түләү 23 йәшкә тиклемге биш бала тәрбиәләгән, шул иҫәптә уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), опекаға һәм попечителлеккә (балалар ғаиләлә өс йылдан кәм йәшәмәҫкә тейеш) алған ғаиләләргә тейеш. Тағы ла бер талап - ғаиләнең республика территорияһында өс йылдан артыҡ йәшәүе шарт. Был түләүҙе юллау өсөн ата-әсәләрҙең береһенә йәшәү урыны буйынса халыҡты яҡлау үҙәге филиалына ғариза яҙырға кәрәк.
Читайте нас: