Сарала “Рус йәрминкәләре” компанияһы вәкиле Роман Верзун Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Салауатта стилләштерелгән сауҙа-күңел асыу комплекстары булдырыу ниәте тураһында һөйләне. Улар һатыу объекттарын, йәмәғәт туҡланыуы урындарын, шулай уҡ аттракциондарҙы, ял итеү, күмәк саралар уҙғарыу майҙансыҡтарын үҙ эсенә аласаҡ. Проектҡа һалынасаҡ инвестициялар күләме - 1,4 миллиард һумдан ашыу.
“Был, һис һүҙһеҙ, республика өсөн ҡыҙыҡлы. Беҙ проектҡа инженер инфраструктуралары үткәреү йәһә-тенән ярҙам итергә һәм һалым буйынса ташлама мөмкинлеген тәьмин итеүҙе ҡарарға әҙербеҙ”, - тине Радий Хәбиров.