газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 11:49

Табыш алаһың икән, һалым түлә

2020 йылда Башҡортостанда яңы һалым барлыҡҡа килде. Үҙҙәренә эшләгәндәр өсөн.

Профессиональ килемгә һалым йәки, ябайыраҡ әйткәндә, үҙҙәренә эшләгәндәр өсөн һалым кешеләргә ҙур булмаған бизнестан һәм өҫтәмә эштән килемде рәсмиләштерергә ярҙам итеү өсөн индерелә. Мәҫәлән, фатирын ҡуртымға биреүселәр, таксистар, бала ҡараусылар, репетиторҙар, фотографтар һәм башҡалар өсөн. Иң мөһиме - дөйөм килем йылына 2,4 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Һалым буйынса ставкалар НДФЛ йәки һалымдың башҡа төрҙәренә ҡарағанда түбәнерәк. Әгәр ябай һатып алыусылар менән эшләһәгеҙ - 4 процент, юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар менән - 6 процент. Бынан тыш, унда ҡатмарлы отчет юҡ һәм онлайн кассалар кәрәкмәй.
Читайте нас: