Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 11:38

Оло тарихи әһәмиәткә эйә документтар

2 фералдә Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнде – 1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәре Сталинград алышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Милли архивында булып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең иҫтәлектәрен һаҡлауға тапшырҙы. Был документтарҙы төбәк етәксеһенә Донбассҡа барғанында Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылы халҡы тапшыра.
Милли архив директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимовтың һүҙҙәренсә, был документтар оло тарихи әһәмиәткә эйә, сөнки улар ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле аныҡ ваҡиғаларҙы тергеҙеп була. Был дәфтәрҙәрҙә 15-се гвардия кавалерия дивизияһы командирының элекке адъютанты, отставкалағы өлкән лейтенант Шавруковтың, Надежда Карпова, Полина Токарева, Василий Иванов кеүек урындағы шаһиттарҙың яҙмалары бар. Ҡаты алыштарҙан һуң ауыл халҡы төн йөҙөндә беҙҙең Башҡорт кавалерия дивизияһының йәрәхәтләнгән һалдаттарын алып ҡайтып, яраларын бәйләгән, уларҙы ҡараған, тәрбиәләгән.
Милли архив директоры Ғәли Хәйретдиновтың һөйләүе буйынса, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡайһы бер яугирҙәре Петровское ауылында йәшәргә ҡала, ғаилә ҡора, был дәфтәрҙәрҙә уларҙың рәхмәт һүҙҙәре лә бар.
Читайте нас: