Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 11:14

“Минең йәшлек ҡалам ыңғай үҙгәрештәр кисереренә ышанам”

Уҙған аҙна аҙағында Салауат ҡалаһына эшлекле сәфәр менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Уның тығыҙ графигына төрлө саралар индерелгәйне. Халыҡ һайланыусыһы салауаттарҙы ҡабул итте, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары һәм партия ағзалары менән осрашты, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында спектакль ҡарағандан һуң, коллектив менән һөйләште, ремонт талап ителгән белем учреждениеларын ҡараны. Шулай уҡ Зариф Закир улы ҡала журналистары менән аралашып, уларҙың һорауҙарына ла яуап бирергә өлгөрҙө.

Иң тәүҙә Зариф Байғусҡаров “Берҙәм Рәсәй” партияһының Салауат бүлексәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Уға һигеҙ кеше яҙылғайны. Алданған вкладсылар, генитик ауырыуҙарҙы дауалау, беренсе ҡатта йәшәүселргә лифт өсөн түләттереүҙәре, етем балаларға торлаҡ бирмәүҙәре һәм башҡа мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иттеләр. Депутат һәр һорауҙы үҙ контроленә алды һәм уларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ итергә вәғәҙәләне.
Дәүләт Думаһы депутаты артабан ҡала хакимиәтендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы активы менән осрашты. Зариф Закир улы үҙе башҡарған эштәр тураһында һөйләне, йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Депутат һүҙҙәренсә, былтыр ул 52 тапҡыр граждандарҙы ҡабул иткән, 1 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, үҙенең һайлау участкаһы буйынса 58 тапҡыр сәфәргә сыҡҡан, Дәүләт Думаһында закон проекттары буйынса 117 тапҡыр сығыш яһаған. Шулай уҡ быйылға ҡараласаҡ закон проекттары менән дә таныштырҙы. Осрашыу һуңында Зариф Байғусҡаров партия сафына алыныусы ике кешегә танытма бирҙе. Шулай уҡ депутаттың милли баҫмаларға, шул иҫәптән “Салауат” гәзитенә ярҙам ҡулы һуҙыуы, баҫмабыҙға яҙылып таратыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Сәйәси совет ултырышында ошо квитанцияларҙы уларҙың хужаларына шәхсән үҙе тапшырҙы.
- Мин, әлбиттә, тиражы әҙ булған милли, бигерәк тә башҡорт гәзиттәренә ярҙам итеү яҡлымын. Уларҙы яҙҙырып, йәмәғәт ойошмаларына, пенсионерҙарға, аҙ тәьмин ителгән граждандарға таратам. Мөмкинлеге булған һәр кеше шулай эшләһә, милли матбуғатты һаҡлап ҡалырға мөмкин, - тине Зариф Закир улы.
Ултырыштан һуң Дума депутаты ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирергә лә форсат тапты.
- Салауат ҡалаһындағы яңы микрорайонда мәктәп төҙөү мәсьәләһе күптән күтәрелә. Шулай уҡ бөгөн ултырышта элекке балалар баҡсалары биналарын тергеҙеү, ремонтлап файҙаланыуға тапшырыу һорауы ла ҡаралды...
- Салауат ҡалаһына күптән яңы мәктәп талап ителә. Был һорау менән бер-ике йыл элек, федераль, төбәк бюджеттары иҫәбенә белем усағын төҙөү мөмкин булған ваҡытта шөғөлләнә башлағайным. Рәсәйҙең Мәғариф һәм Төҙөлөш министрлыҡтары менән дә килешеү бар ине, улар яңы мәктәп төҙөү өсөн аҡса бүлеүҙе хәл итергә вәғәҙәләгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, БР-ҙың Мәғариф министрлығы һәм ҡала хакимиәте документтарҙы оҙаҡ әҙерләне. Һөҙөмтәлә аҡса икенсе нәмәгә йүнәлтелде. Был, әлбиттә, аяныслы. Ул ваҡытта хатта ҡалала яңы мәктәпкә ихтыяж, белем усаҡтарында икенсе смена юҡ тип отчет бирелеүе арҡаһында ла шулай килеп сыҡҡан. Һәм бына республикаға башлыҡ булып Радий Хәбиров килгәс, мәктәптәр төҙөүҙе хупланы. Иртәгә беҙ был һорауҙы ентекләп өйрәнәсәкбеҙ. Шулай уҡ Калинин урамы, 8, Ленин урамы, 32 адрестары буйынса урынлашҡан элекке балалар баҡсалары биналарына ремонт эшләп, үҙ тәғәйенләнештәренә ҡайтарыу мәсьәләһен дә өйрәнәсәкбеҙ. Бынан тыш, ремонт талап ителгән бер нисә мәктәпте ҡарап, уларға ярҙам итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ.
- Рәсәй Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу, медицинаның тәүге ярҙам звеноһы эшен яҡшыртыу буйынса саралар күрергә кәрәклеген билдәләп үткәйне. Салауатта был йүнәлештә проблемалар етерлек. Улар нисек хәл ителер?
- Cалауатта халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү менән хәл яҡшыларҙан түгел ине. Шулай ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәреш бар. Белеүегеҙсә, әлеге ваҡытҡа балалар поликлиникаһы ремонтланып бөттө, инфекция, хирургия бүлектә-рендә төҙөкләндереү эштәре бара. Был ҡала өсөн ҙур күләмдәге эштәр һәм уларға республика бюджетынан ярайһы уҡ күп кенә аҡса бүленгән. Ошо планлаштырылған эштәр ваҡытында тормошҡа ашырылһа, хәл үҙгәрәсәк. Тағы ла медицина белгестәре менән тәьмин итеүҙә проблемалар бар. Был йәһәттән ҡала хакимиәте эш алып бара, студенттар менән осрашыуҙар ойоштора, ҡалаға ҡайтырға саҡыра, уларҙы дәртләндереү өсөн төрлө ярҙам итеү программалары булдырыла.
- Көҙөн беҙҙең ҡала уҡытыусылары һеҙгә эш хаҡы буйынса һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Улар хеҙмәт хаҡының 70 процентын оклад, ҡалған 30 проценты ғына дәртләндереүсе өҫтәмә итеүҙе һорағайны. Уның буйынса алға китеш бармы?
- Был һорау Дәүләт Думаһында бер нисә тапҡыр күтәрелде һәм ил буйынса хеҙмәт хаҡын түләүҙең берҙәм системаһын булдырыу ҡарала. Башҡортостан етәкселеге ҡарары менән 1 октябрҙән уҡытыусылар өсөн тап оклад кимәлдәре күтәреләсәк. Шулай уҡ Президент класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәп түләнәсәге хаҡында ла белдерҙе. Бөтә норматив документтар әҙерләнгәндән һуң хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк. Шулай уҡ мәғариф министры менән осрашыуҙа уҡытыусыларҙы артыҡ отчеттарҙан да азат итеү һорауы күтәрелде һәм отчеттар һаны өсәүҙән дә артмаҫҡа тейеш тиелде.
- Дәүләт Думаһы эшләүсе пенсионерҙарға пенсияларын индексациялау тураһында һорауҙы ҡарай, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
- Әлеге ваҡытта Конституцияға үҙгәрештәр индереү ҡарала. Һәм унда хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһын индексациялау барыһына ла ҡағылырға тейешме тигән һорау тикшерелә. Беҙ индексациялау эшләгән дә, эшләмәгән дә оло пенсионерҙарҙың пенсияһына ҡағылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Юғиһә, эшләүсе пенсионерҙар ҡайһы бер түләүҙәргә хоҡуҡтары сикләнгән булып килеп сыға.
Был көндө кисен Зариф Закир улы ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов менән Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ла булды. Улар тәүҙә спектакль ҡараны, һуңынан театр коллективы менән осрашты. 2017 йыл башынан “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә федераль бюджеттан бүленеп килгән өҫтәмә аҡса ҡалабыҙҙың милли мәҙәниәт усағына ижад итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Шулай ҙа бинаға ремонт талап ителеүе көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был йәһәттән дә ҡалабыҙ театрына ярҙам итеү планлаштырылған, республика бюджетынан капиталь ремонтҡа 60 млн һум бүлеү ҡарала. Әлеге ваҡытта проект документтарын әҙерләү тамамлана.
Иртәгәһенә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров БР-ҙың премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров һәм мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов менән ремонт талап ителгән мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын ҡарап сыҡты. Улар Калинин, Ленин урамындағы элекке балалар баҡсаһы бинаһында, 3-сө, 11-се, 17-се, 22-се һәм сәнғәт мәктәптәрендә булды. Ҡаланың яңы биҫтәһендә мәктәп төҙөү эшенең ниндәй стадияла булыуы менән ҡыҙыҡһындылар. 1175 урынға иҫәпләнгән белем усағының проект документтары әҙер, быйыл уға нигеҙ һалынасаҡ.
Читайте нас: