Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 17:52

Балалы ғаиләләргә ярҙам төрҙәре

Гәзитебеҙҙең үткән һанында беренсе бала тыуғанда ғаилә дәүләттән ниндәй ярҙамға хоҡуҡлы булыуы хаҡында яҙғайныҡ. Был юлы ике балалы ғаиләләргә күрһәтелгән ташламалар, ярҙам төрҙәре менән таныштырмаҡсыбыҙ.

* Икенсе бала тыуғас илдә Әсәлек капиталы бире-леүе хаҡында барыһы ла беләлер. 2007 йылдың 1 ғинуарынан алып ғаиләлә икенсе, өсөнсө һәм унан һуңғы сабый донъяға килә (йәки уллыҡҡа алына) икән, 453 026 һум (ә 2020 йылдың 1 ғинуарынан 616 617 һум) күләмендә матди ярҙам алыуға сертификат тапшырыла. Уны юллау өсөн урындағы Пенсия фондына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны бала тыуғас та, йә иһә һуңыраҡ, үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта бирергә була.
* Барлыҡ ғаиләләр ҙә балалар баҡсаһына түләүҙә компенсацияға хоҡуҡлы. Икенсе бала өсөн уның күләме балалар баҡсаһына уртаса иҫәпләнгән түләүҙең (1 ғинуарҙан ул айына 1 677 һум) 50 процентын тәшкил итә. Бының өсөн балалар баҡсаһына ғариза яҙыла.
* Түбәнәйтелгән ставка буйынса ипотека (йәки уны рефинанслау). 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе, өсөнсө йәки унан һуң сабыйҙары, инвалид бала тыуған ғаиләләр бындай төр ярҙамға иҫәп тота ала. Шуныһы мөһим, программа яңы торлаҡ һатып алыусылар өсөн генә билдәләнгән. Был программа буйынса ипотека ставкаһы 6 проценттан юғары булмаҫҡа тейеш. Был төр ипотеканы юллау өсөн банк офистарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
* Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә бер юлы ике йәки унан да күберәк бала тыуһа, һәр ай балаға 500 һум түләү ҡаралған. Уны алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йә иһә күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: