газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2020, 10:38

Зауыҡлыға күңел шатлана

2020 йыл республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Ул халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, төҙөк биләмәләр һанын арттырыу һәм Башҡортостан ауыл-ҡалаларының зауыҡлы күренешен тәьмин итеүҙе маҡсат итә. Салауат ҡалаһындағы алып барылған төҙөкләндереү эштәрен дә баһаламау мөмкин түгел. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында ҡуйылған павильондар һәр кемде ҡыуандыра.

Быға тиклем туҡталыштарҙа йәмһеҙ, тимерҙәре тутығып бөткән ҡоролмалар торһа, улар урынына хәҙер заманса итеп эшләнгәндәре ҡуйыла. Уларҙы күреп күҙ шатлана хатта. Уңайлылығы менән дә салауаттарҙың күңеленә хуш килә улар. Бөтә ҡала буйынса ошондай павильондар ҡуйырға кәрәк, ти кешеләр.
Һуңғы осорҙа ғына ҡаланың Монтажсылар бульварындағы «Олеся», Чекмарев урамында юлдың ике яғындағы «Бала табыу йорто» туҡта-лыштарында яңы павильондар ҡуйыл-ды. Заманса итеп яһалған ҡоролма өс яҡлап та ҡаплаулы, ул автобус көтөп тороусыларҙы ел-дауылдан, ямғыр-ҡарҙан һаҡлай. Туҡталыштың атамаһы рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылған. Ҡайһы бер туҡталыш павильондарында автобус маршруттарының картаһы ла бирелгән.
Подряд ойошма вәкиле һүҙҙәренсә, әлегә беҙҙең ҡалала 7 павильон ҡуйыу ҡаралған. Яҡын арала тағы ла Ленинград, Островский урамдарында, С.Юлаев бульварында яңы павильон-дар барлыҡҡа килергә тейеш. Улар беҙҙәге кеүек үк ҡоролмаларҙы Өфөлә лә, Стәрлетамаҡта ла урынлаштыра. Салауатта тағы ла ҡуйыуға заказ булһа, улар килтерәсәк.
Читайте нас: