газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2020, 10:47

Мөһим мәсьәләләргә иғтибар

Был аҙнала үҙәк китапханала Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда ҡоролтай ағзаларынан тыш, һөнәри белем биреү йорттарынан вәкилдәр саҡырылғайны.

Ҡоролтай рәйесе Азат Юлтимеров көн тәртибе менән таныштырҙы. Ултырышта ҡаралаған төп мәсьәлә - Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында булды. Азат Шәрип улы был сараларҙы ойоштороуға ярҙам формаһында әҙерләнгән күрһәтмә менән таныштырҙы, һәр ай башҡорт теле үҙенсәлеген асыу маҡсатынан айырым исем аҫтында уҙғарылыуын аңлатты. Башҡорт теле йылы буйынса методик күрһәтмә менән тулыраҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында танышырға мөмкин.
Ултырышта шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә лә иғтибар бирелде. Мәҫәлән, алтаҡталарҙа ебәрелгән хаталар һәм уларҙы бөтөрөү юлдары тураһында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Салауат ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы комиссияның яуаплы секретары Зөлфиә Хәсәнова сығыш яһаны.
Ултырыш аҙағында тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас: