газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2020, 10:56

Бөтөнләй икенсе донъя: ғәжәйеп һәм иҫ киткес

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең нисек итеп бөгөнгө бейеклектәргә күтәрелгәнен интернет селтәрҙәре аша ҡарап бик ныҡ һоҡлана инем. Был илде үҙ күҙҙәрем менән күреү күптәнге хыялым. Ниһайәт, Яңы йыл байрамдарында ғаиләм менән ошо илдә туристик сәйәхәттә булыу бәхете тейҙе.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ете әмирлектән тора: Әбү-Даби, Ғәжмән, Дубай, Рас-әл-Хайма, Умм-әл-Кайвайн, Фүжәйрә һәм Шаржа. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы - Әбү-Даби ҡалаһы. Халҡы 8,5 млн кеше тирәһе, күпселеге (70 процентҡа яҡыны) көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан килгән эшселәр. Ерле халыҡты мосолмандар тәшкил итә.
Отелгә урынлашыу
Ырымбур аэропортынан Дубайға йыраҡ булмаған Аль-Мактум халыҡ-ара аэропортына остоҡ. Беҙҙе унда русса яҡшы белгән тур операторҙары ҡаршы алды. Беҙ Шаржа ҡалаһында ике йондоҙло отелде һайлағайныҡ. Был илдә туристар өсөн башҡа сит илдәрҙәге кеүек йондоҙҙарҙың нисәү булыуы мөһим түгел. Сөнки һәр отелдә хеҙмәт күрһәтеү иң шәптәрҙән иҫәпләнә. Үҙебеҙҙә үк һумдарыбыҙҙы долларға, ә отелдә уларҙы дирхамдарға алыштырҙыҡ. Отелдең территорияһы ҙур ғына булып сыҡты, үҙенең бассейны, саунаһы, тренажер залы бар. Номерға урынлашып, бер аҙ ял итеп алғас, ресторанында тамаҡ ялғап алдыҡ. Путевка хаҡына туҡланыу ҙа керетелгәйне. Ризыҡтарҙан нимә теләйһең, шуны һайлап алаһың. Беҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙә булмағандарҙы тәмләп ҡарарға тырыштыҡ. Ғәрәп халҡы тоҙло-әсе аҙыҡтарҙы хуп күрә, ахырыһы, тип уйлап ҡуйҙыҡ.
Юлда бик арыған булһаҡ та, биш минутлыҡ алыҫлыҡтағы диңгеҙҙе күрергә ашыҡтыҡ. Яр буйында ҡыҙынып ятҡандар, һыу инеүселәр араһында рустар күп кенә. Беҙҙәге ҡыштан ҡапыл 29 градуслыҡ эҫегә күскәнлектән, ахырыһы, бер-ике сәғәттәй ҡыҙыныуыбыҙ етә ҡалды, кисен көн тейеп, буғай, баш ауыртып алды.
Шейх Зайда мәсетенә экскурсия
Иртәгәһе көндө бушҡа үткәрмәйек тип, экскурсияларға яҙылдыҡ. Абу-Дабилағы шейх Зайда мәсетенә юлландыҡ. Ул Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә генә түгел, донъялағы иң ҙур һәм матур 6 мәсет исемлегенә ингән. Туристар күпләп йөрөгән урындарҙың береһе лә. Унда инер алдынан беҙгә махсус кейемдәр бирҙеләр. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙың яурын-баштары, аяҡтары ябылған булырға тейеш. Ер шарыбыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән халыҡ мыжғып тора. Бөтә ерҙә һаҡсылар йөрөй, камералар ҡуйылған, таҙалыҡ хөкөм һөрә.
Мәсетте төҙөүҙә тик тәбиғи мате-риалдар ғына ҡулланылған. Мәрмәр, алтын, ярым ҡиммәтле таштар, кристалдар Һиндостан, Италия, Германия, Мысыр, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән.
Төп залда немец мастеры Фаустигтың проекты менән башҡарылған 12 тонналыҡ гәлсәр люстра эленеп тора. Мәсеттең төньяҡ манараһында 7 меңдән ашыу китаптан торған китапхана урынлашҡан. Улар араһында тарихи яҡтан ҡиммәтле тип иҫәпләнгән 100-ҙән артыҡ китап һаҡлана. Төп табыныу залында 5700 квадрат метрлыҡтағы һәм 35 тонна ауырлыҡтағы иҫ киткес матур балаҫ түшәлгән. Уны 1200 оҫта ике йыл буйы эшләгән.
Туристар ағымы күп булғанға күрәһең, ҡайһы бер бүлмәләргә индермәнеләр. Был экскурсияға беҙҙең менән бергә 70 йәштәрҙәге ҡатын да барғайны. Артта аҙашып тороп ҡалмаһын тип уға: “Әйҙәгеҙ беҙҙең менән автобусҡа, юғалып ҡуймағыҙ”, тип өндәштем. Ул миңә аптырап ҡараны ла: “Бәлки һеҙ юғалырһығыҙ, ә мин - юҡ. Сөнки мин 33 илдә булдым. Бында ла беренсе килеүем түгел”, тип яуап бирҙе. Анастасия ханым 5 телде яҡшы белә, яңғыҙы сит илдәр буйлап йөрөргә лә ҡурҡмай. “Мине ҡартайтмағыҙ улай, киләсәктә лә бараһы ерҙәрем күп әле”, тип йылмайып ҡуйҙы ул.
Һинд океанын да
барып күрҙек
Иртәгәһенә беҙ Һинд океанына юл тоттоҡ. Автобус тәҙрәһенән дөйәләрҙең сүллектә йөрөүе күренеп ҡалды, аҙаҡ ташлы-ҡаялы тауҙар аша үттек, фотоға төшөп алдыҡ. Балаҫ һәм еләк-емеш баҙарында ла булдыҡ. Унда ниндәй генә төрҙәре юҡ уларҙың. Һинд океаны янында урынлашҡан отелдә туҡталдыҡ. Беҙ бында дүрт сәғәттән ашыу ял итек, һыу индек, ҡояшта ҡыҙындыҡ. Бейек кактустар, гранаттар, сәскәле ҡыуаҡлыҡтар, пальмалар күҙҙең яуын алырлыҡ. Ә океан үтә күренмәле, унда ниндәй генә балыҡтар йөҙмәй. Күптәр отелгә йыраҡ түгел Ташбаҡа утрауына йөҙөп ташбаҡалар, медузалар, диңгеҙ ҡыҫалаларын, төрлө балыҡтарҙы яҡындан күрә алды. Был көндө ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып еттек.
Шаржа, Дубай менән
танышыу
Иртәгәһенә тик диңгеҙҙә генә ял итергә ҡарар иттек. Көн оҙоно ҡыҙынып ял иткәндән һуң, кисен Шаржа ҡалаһы буйлап йәйәүләп йөрөнөк. Бейек, ялтырауыҡлы йорттар үҙҙәренә йәлеп итә. Сауҙа йорттары ла бында төнөн асыҡ.
Уның иртәгәһенә экскурсия менән Дубайға киттек. Донъялағы иң бейек бина – Дубайҙағы Бурдж-Хәлифәгә бармайынса булмай бит инде. Ул 163 ҡаттан тора, 828 метрлыҡ бейеклектә. Беҙ лифтта 148-се ҡатҡа мендек. Тәҙрәнән төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған киске Дубай күренә. Аҫта бейек һәм ғәҙәти булмаған фонтан урғыла башлау менән ғәрәп телендә моң ағыла. Был матурлыҡты яҙып ҡына аңлатырлыҡ түгел...
“Дубай Молл” бинаһында урынлашҡан донъялағы иң ҙур океанариумды ла күрергә тура килде. Океанариум үҙенә 10 млн литр һыуҙы һыйҙыра. Бында диңгеҙ йәнлектәренең 33 мең төрөн күҙәтеп була.
Беҙҙең юл артабан дауам итә. Бурдж-эль-Араб - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә иң эре отелдәрҙең береһе. Халыҡ телендә уны “парус” тип йөрөтәләр. Бина ярҙан 280 метр алыҫлыҡта яһалма утрауҙа урынлашҡан. Беҙҙе отелгә индермәһәләр ҙә, бина янында фотоға төштөк.
“Джумейра пальмаһына” ла бармай булдыра алманыҡ. Яһалма утрау пальма япраҡтарын хәтерләтә. “Пальма япраҡта-ры”нда отелдәр төҙөлгән, байҙар һәм билдәле шәхестәрҙең виллалары урын алған.
Барыһы ла үҙ халҡы өсөн
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре бөтә яҡлап та рекордтар ҡуйырға ярата. Улар барыһы ла иң ҙуры, иң матуры булырға тейеш тигән принцип менән йәшәй. Әгәр ҙә башҡа илдә ҙурыраҡ берәй объект эшләһәләр, улар үҙҙәренекен тағы ла ҙурайта, йәки яңынан тағы ла сағыуыраҡты төҙөп ҡуя. Беҙҙе экскурсияларға йөрөткән гид әйтеүенсә, бында барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. Әгәр ҙә һин урындағы халыҡтан икәнһең, гражданлығың булһа, бөтә мөмкинлектәр асыҡ. Бушҡа ер бирелә, бер нисә эш асып, тик етәкселек вазифаһын ғына башҡара алаһың. Яңы өйләнешкәндәргә аҡса бирелә (яңылышмаһам беҙҙеңсә һумдарҙа 1 млн 200 һум тирәһе). Әгәр ҙә һин башҡа илдән килеп үҙеңде төрлө өлкәлә күрһәтеп, ил өсөн ҡаҙаныштарға өлгәшһәң, шейх һинең хеҙмәтеңде баһалап, граждандыҡ бирәсәк, ғөмүмән, бында төпләнеү өсөн бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәү ҡиммәткә баҫһа ла, эш хаҡы бында юғары. Мәҫәлән, беҙҙе йөрөткән автобус водителе айына 300 мең һум ала икән.
Мосолман иле булғанлыҡтан, йәмәғәт урындарында йөрөгәндә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҫҡа итәктәрҙә йөрөргә ярамай, сөнки закон ҡаты. Урамда, ҡулдарында һыра шешәһе, тәмәке тартып йөрөгән кешеләр бөтөнләй юҡ. Магазиндарҙа хатта спирт-лы эсемлектәр һатылмай. Үҙеңде һәр яҡлап та, тәртипле һәм әҙәпле тоторға кәрәк.
Аҙым һайын мәсет, ресторан-кафелар урынлашҡан. Бында ике бер төрлө бина төҙөп ҡуйыу тыйыла. Шуға ла Дубай ҡалаһы заманса дизайны менән айырылып тора. Иртән, такси-машиналарҙан тыш, кеше әллә ни күренмәй. Төшкә табан халыҡ урамдарға, кибеттәргә ағыла, ә кисен инде кеше яңы тормош башлаған кеүек, баҙарҙағылай шау-гөр килә. Гидтарҙың береһе әйтеүенсә, урындағы халыҡ бик бай йәшәй. Шуға ла ирҙәр бер нисә ҡатын ҡарай ала. Шейхтарҙың ҡатындары, әлбиттә, бер-береһен күрмәй, айырым өйҙәрҙә йәшәй. Улар балалар тәрбиәләй, ире менән ҡунаҡтарға, ашханаларға, магазиндарға йөрөй. Ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡарауға һәм биҙәнеү әйберҙәренә беҙҙеңсә йылына яҡынса 1 млн һумдан ашыу аҡса сарыф итә. Барлыҡ сауҙа нөктәләрендә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә сит илдәрҙән килгән ир-егеттәр эшләй. Бынан бер нисә йыл элек берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре граждандары бөтөнләй эшләмәгән, бары тик дәүләттән пособие алып ҡына йәшәгән. Хәҙер халыҡ аҡрынлап эшләй башлаған. Шулай ҙа улар эшкә һуң килеп, алдан ҡайтып китә ала. Урындағы халыҡ “ҡара” эштәрҙе башҡармай. Ашханаларҙа ла, хатта кейем тегеү кибеттәрендә, сәс киҫеү салондарында ла көслө заттарҙың эшләүе миндә ғәжәпләнеү тойғоһо уятты. Тағы ла бер ҡыҙыҡ хәл, маршрут автобустары бөтөнләй юҡ тиерлек, урамдарҙа тик таксилар ғына елдерә. Дубайҙа автомобиль йөрөтөү өсөн таныҡлыҡ алыу еңел бирелмәй. Экзаменды руль артында нисек килеп туҡтауыңды миллиметрға тиклем иҫәпләгән робот ҡабул итә. Дубайҙың полиция автопаркы ла иң шәптәрҙән иҫәпләнә. Улар Феррари, Ламборджини һәм башҡа сит ил машиналарында йөрөй. Закон боҙоусыларға яза бында ҡаты. Әгәр ҙә эскән килеш руль артында йөрөгәнеңде белеп ҡалһалар, күҫәк менән туҡмап ташлауҙары ла мөмкин. Юлдар, тротуарҙар күп, әммә йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындары һирәк. Ҡулыңды һуҙып машиналарҙы туҡтатаһың да, юл аша сығаһың. Асфальт ялтырап ята, бер ерҙә саҡыр-соҡор күренмәй. Булған туҡталҡалар үтә күренмәле, быяланан төҙөлгән. Эстә кондиционер, телевизор, розеткалар ҡуйылған.
Ысынлап та, ҡомлоҡта сәскә атҡан илдән беҙгә лә үрнәк алырға кәрәктер... Был тур ғаиләбеҙ өсөн ҡабатланмаҫ, мауыҡтырғыс иҫтәлектәр, тәьҫораттар бүләк итте. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үҙебеҙҙе киләсәккә барып ҡайтҡандай хис иттек. Был онотолмаҫ, мажаралы ял оҙаҡ йылдарға күңелдә һаҡланыр.
Авторы: Гөлнора Йәмилева.
Читайте нас: