Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүҙең 76 йыллығы уңайынан ҡалабыҙҙың “Мәңгелек ут” мемориаль комплек-сында митинг уҙҙы. Һуңы-нан “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә уҡыусылар өсөн дөйөм ҡала Ҡаһарманлыҡ дәресе ойошторолдо.
- Тарихта Ленинград блокадаһына тиң аяныслы хәл юҡ, ҡала илбаҫарҙар ҡамауында бирешмәү генә түгел, йәшәй ҙә ала. Был көн беҙҙең халыҡтың ҡаһарманлығы һәм рухи ныҡлығын күрһәтә, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауаттың Почетлы гражданы Таис Колышев Ленинградты һаҡлап ҡалыуҙың әһәмиә-тен билдәләп үтте. Ленин-град дошмандар ҡулына төшһә, беҙҙекеләр ҡеүәтле Балтика флотынан мәхрүм ҡалып, Германия ғәскәр-ҙәре ныҡлы һөжүмгә тотонор ине, тине аҡһаҡал.
Йәштәр исеменән 2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы, “Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығы йүнәлеше буйынса иң яҡшы кадет” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеүсе исемен алған Рөстәм Кәримов сығыш яһаны.
- Йәш быуындың бурысы - ул йылдарҙың ҡурҡыныс ваҡиғалары, аслыҡтан, һыуыҡтан һә-ләк булған кешеләр, еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән яуғирҙәр тураһында онотмау. Беҙ быларҙың барыһын да иҫтә тотасаҡбыҙ, Тыуған илебеҙгә азатлыҡ яу-лаған ветерандарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ һәм тыуған еребеҙҙең сәскә атыуы өсөн тырышып эшләйәсәкбеҙ, - тине йәш кеше.
25 ғинуарҙа Стәрле-тамаҡта “Еңеү салюты” республика фестиваленең зональ этабы үтә һәм унда Салауат ҡалаһына мәңгелек ут символы тапшырыла. Митинг ваҡытында Таис Ғөбәй улы уны 2-се кадет мәктәбенә бирҙе һәм ул артабан ҡаланың белем биреү учреждениеларына тапшырыласаҡ.