Ленинградта тыуып, бөгөн Салауат ҡалаһында тормош итеүсе Светлана Серегина ла ауыр һынауҙар аша үтә. Блокада ваҡытында Киров өлкәһе балалар йортона ебәрелгәндә уға ни бары өс йәш була. Поезда барғанда тәҙрәләр ҡоршаулы булыуын, ә балалар йортонда тимер карауаттар тороуын, үҙҙәре һалам тултырып матрас эшләүҙәрен, аслыҡтан интегеүҙәрен хәтерләй Светлана Федоровна. Ата-әсәһен иҫләмәй, тәрбиәселәр әсәһен эҙләгән, әммә ул астан үлгән, ә атаһы тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр таба алмай.
50-се йылдарҙа уны Киров өлкәһенең Малмыш балалар йортона күсерәләр. Бында ашау яғы яҡшыраҡ булды, әле лә шунда эскән ҡәһүә тәме онотолмай, ти блокадасы инәй. Артабан ете класс уҡығандан һуң, ул Мәскәү өлкәһенең Раминск районындағы «Ҡыҙыл Байраҡ» фабрикаһына ебәрелә. Әммә уға бында оҡшамай һәм бер төркөм йәштәр менән комсомол юлламаһы буйынса Себергә сығып китә. Унда ветеран тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша. Йәштәр ауыр эш, аҡса әҙ булыуға ҡарамаҫтан, тырышып эшләй.
- Ҡыҙыма 1 йәш булғанда әхирәтем эргәһенә Влади-мирға күсеп килдем. Кирбес заводына эшкә керҙем, дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. 40 йыл буйы фатир юлланым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортло була алманым. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Дмитрий Медведев ветерандарға һәм блокадасыларға аҡса биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Шул аҡсаны алып, дөйөм ятаҡта йәшәгән бүлмәмде һатып, ҡыҙым, ике ейәнем янына күсеп килдем, - ти Светлана Федоровна. - Бында ғаиләм янына күсенгәнемә үкенмәйем. Салауат ҡалаһы миңә бик оҡшай.