газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2020, 11:35

Ғаилә менән бергә ял - күңел күтәренкелеге ул

Быйыл көн оҙонона телевизор артында ултырып, өйҙә ятырға бик форсат теймәне республика халҡына. Ни өсөн тигәндә, быйыл «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020» республика фестивале иғлан ителде. Уға ярашлы, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре төрлө спорт ярыштарына йәлеп ителергә тейеш ине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был - һәйбәт акция, уға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, иң мөһиме, улар мәжбүри булмаһын.
«Ярыштарҙың программаһына мотлаҡ саңғыла шыуыуҙы индерергә кәрәк, был спорт төрө менән уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас шөғөлләнә. Яңы йыл ғаилә уйындары – реаль эш, уны яҡшы ойошторорға һәм үткәрергә кәрәк. Был һәйбәт тәҡдим: мул табындан һуң йыйылып, спорт менән шөғөлләнергә, ваҡытты файҙалы үткәрергә», - тине Радий Хәбиров.
Беҙҙең ҡала ла был акцияға дәррәү ҡушылды. Бәләкәйерәк балаларға - күңелле старттар, ә өсөнсө кластан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей кеүек ярыштар уҙғарылды.
«Тиҙ кедалар» - беренсе, «Метеор» - икенсе
25-се башҡорт гимназияһында ла көн һайын төрлө кластар өсөн саралар үткәрелде. Әйтәйек, 6 ғинуарҙа 4-се кластар ата-әсәләре менән бергәләп «Күңелле старттар»ға йыйылды. Төп маҡсаты - ғаилә менән бергә ял итеү, күңел күтәренкелеге, дуҫлыҡ ныҡлығы ине. Ата-әсәләр һәм балалар «Тиҙ кедалар» һәм «Метеор» командаларына бүленеп ярышты. Улар бергәләп рәхәтләнеп йүгерҙе, төрлө спорт ярыштарында үҙ көстәрен һынаны. Ваҡытты бушҡа уҙғарғансы, ошондай ярыштарҙа бергәләп ял итеп, физик һәм рух күтәренкелеге алып ҡайтыу күпкә отошлораҡ түгелме ни?
Гөлнара Иҙрисова, 4А класы уҡыусыһы Динис Иҙрисовтың әсәһе:
- Бөгөн бергәләп «Күңелле старттар»ҙа ҡатнаштыҡ. Тәнебеҙгә - сәләмәтлек, йәнгә тыныслыҡ алдыҡ. Гел генә өйҙә ултырып та ялҡыта бит. Ә бөгөнгө сара ҡәҙиме көндәребеҙгә төрлөлөк индерә. «Күңелле старттар» бик яҡшы итеп ойошторолғайны. Улым Динис та, үҙем дә бик ҡәнәғәтмен. Конкурстары ла ҡыҙыҡлы ине. Ғөмүмән, был фестивалде уҙғарырға ниәт итеп, бик шәп эшләгәндәр. Иң мөһиме - балаларҙың сәләмәтлеге бит. Ә физик күнегеүҙәр, спорт менән шөғөлләнеү бер кемгә лә ҡамасауламай.
«Тиҙ кедалар» - беренсе, «Метеор» икенсе урынды яуланы.
Кем етеҙерәк һәм көслөрәк?
1-се һәм 8-се лицейҙарҙың спорт залында ла 3-4-се класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Ғаилә старттары” уҙғарылды. Ярыш программаһы шәп төҙөлгәйне. Командаларға алдынғылыҡҡа сығыу өсөн төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде. Ә тамашасылар һәм көйәрмәндәр улар өсөн янып-көйҙө. Бөтәһе лә финишҡа тәүгеләрҙән булып килергә тырышты. Иң мөһиме, балалар көс түкмәйенсә еңеү яулап булмауын яҡшы аңланы.
18-се мәктәп тә иртән иртүк үҙендә спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Ярыштарҙа ғаилә менән бергәләп ҡатнашыу ата-әсәләрҙең балаларына яҡын булыуын иҫбат итте.
Нардуған, Нардуған, Нардуғанға кил, туған!
“Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестивале сиктәрендә 53-сө балалар баҡсаһында “Ҡышҡы Нардуған” байрамы ойошторолдо. Унда ата-әсәләр балалары менән бергә бик әүҙем ҡатнашты һәм дәрт дарман, рухи байлыҡ алып таралышты. Матур байрам ойошторған балалар баҡсаһы коллективы ла, балаларына иғтибарын йәлләмәгән, ялдарын улар менән бергә файҙалы үткәргән ата-әсәләр ҙә, “Нардуған”да ихлас ҡатнашырға теләк белдергән кескәйҙәр ҙә оло ихтирамға лайыҡ. Уларға, афарин, тип әйтергә генә ҡала.
Хоккейға - быймаларҙа
3 ғинуарҙа 8-се торлаҡ-файҙала-ныу идаралығы янындағы яңыртылған хоккей кортына хоккейсылар йыйылды. Иң ҡыҙығы шул - хоккейҙы конькиҙарҙа түгел, ә быйма кейеп уйнанылар. Был ҡыҙыҡ уйын балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Ярышта балалар, ата-әсәләр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре командалары ярышты. Уйын барышында ялан ашханаһында һыйланыу мөмкинлеге лә булды, йылы бутҡа һәм ҡайнар сәй менән йылындылар. Йомарт Ҡыш бабай барлыҡ ҡатнашыусыларҙы татлы приз менән бүләкләргә лә онотманы. Был матур байрамды ҡала халҡы өсөн «Салауат» һәм «Алмаз» спорт мәктәптәре ойошторҙо.
Был турала ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә хәбәр итте.
“Бөгөнгө матур көн салауаттарға өйҙәренән саф һауаға сығып күңелле сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе. Ата-әсә менән балаларҙы уртаҡ күңел асыу һәм байрамдар бик берләштерә. Шуға күрә беҙ байрам осоронда көн һайын балалар, өлкәндәр өсөн мәҙәни, спорт саралары үткәрәбеҙ. Быйма менән хоккей, костюмдарҙа саңғыла йүгереү, спортзал һәм бассейндарҙа “Күңелле старттар”, ихаталарҙа спорт уйындары - һәр кем күңеленә яҡын сараны һайлай ала. Ҡыш балаларға, уларҙың аталары һәм әсәләренә яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге бүләк итте! Яңы йылды күңелле ҡаршылайбыҙ!”- тип яҙҙы ул.
Әүҙемдәрҙең ялы күңелле үтә
Яңы йыл каникулдары осоронда ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркы айырыуса кешеләрҙең күплеге менән айырылып торҙо. Был урын былай ҙа күп кенә спорт һөйөүселәрҙе, сәләмәт тормош рәүеше алып барыусыларҙы үҙенә һәр ваҡыт йыйып тора. Ә инде каникулдар ваҡытында унда төрлө ярыштар һәм кешеләрҙе йәлеп итеүсе саралар ойошторолоуы салауаттарҙың күңеленә хуш килде.
- Башҡортостан етәкселеге быйылғы Яңы йыл каникулдары ваҡытында халыҡтың актив һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыуы өсөн ҙур иғтибар биререүҙе талап итте. Йәғни ата-әсәләр балалары менән саңғыла шыуа, төрлө ҡышҡы уйындарҙа, күңелле старттарҙа ҡатнаша алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу мөһим ине. Былар барыһы ла ғаиләнең татыулығына, берҙәмлегенә, һаулығына булышлыҡ итә, - ти ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов.
Паркта ойошторолған саңғыла йөрөү квесты әллә ниндәй етди ярышты күҙ уңында тотманы, ә балаларҙың һәм ололарҙың ирекле рәүештә саңғыла йөрөп, төрлө күңелле конкурстарҙа үҙеңде һынап ҡарауға ҡоролдо. Кемдер эстафеталарҙы саңғыла, кемдер санала, кемдер йәйәү үтте. Сараға йыйылыусылар командаларға бүленеп, викторина һорауҙарына ла яуап бирҙе, саңғыла шыуып ярышты, йырҙар ҙа йырланы, хатта саңғы кейгән көйө бейеп тә алды. Был саранан бер кем дә бүләкһеҙ ҡайтып китмәне. Унда ҡатнашыусылар ошондай күңелле һәм сәләмәт тормош рәүешенә нигеҙләнеп уҙғарылған ял байрамынан бик ҡәнәғәт таралышты. Иң мөһиме ғаилә буш ваҡыттарын ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла итеп үткәрә алды.
Әйткәндәй, бынан алда мәҙәниәт һәм ял паркында Яңы йыл карнавал саңғыла шыуыу уҙышы ла үтте. Унда актив тормош рәүешен яратыусылар ғәҙәти булмаған ярышҡа сыҡты, төрлө костюмдар кейеп саңғыға баҫты. Ҡар бабай, Мәскәй әбей, айыу, төлкө һәм башҡа әкиәт персонаждары кейемендәге саңғысыларҙың ярышы сағыу һәм күңелле килеп сыҡты. Стартҡа сығыусылар 2020 метр арауыҡты үтте.
Һуңғы йылдарҙа скандинав йәйәү йөрөү алымы менән мауығыусылар күбәйеп китеүенә шаһитбыҙ. Парк биләмәһендә улар өсөн дә сара уҙғарылды. Уға оло быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ҙә ҡушылды. Салауаттар араһында был ял һәм спорт төрөнөң популярлаша барыуы тағы ла бер иҫбатланды.
Һыуҙа йөҙгән - файҙаһын тойған
Һәр кеше күңеленә ятышлы шөғөлдө һайлай. Кемдер ҡул эштәрен яратһа, икенселәр төрлө аш-һыуға оҫта була. Бәғзеләр сәләмәтлек өсөн файҙалы булған шөғөлдәргә ваҡыт бүлә. Улар араһында йүгереү, саңғыла йөрөү, йөҙөү иң киң таралғандарылыр.
Яңы йыл каникулдары осоронда ҡалабыҙ бассейнында ла саралар ойоштороу планлаштырылғайны. Тәүҙә “Вега” бассейнында, һуңынан “Алмаз” бассейнында йөҙөү буйынса күңелле старттар уҙҙы. “Вега”лағы ярыштарҙың үҙенсәлеге шунда булды - унда малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн донъя, Европа, Бөтә донъя уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Артур Сәйфетдинов оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ул йәштәргә үҙенең тәжрибәһе менән бүлеште һәм ҡыҙыҡлы күнекмәләргә өйрәтте.
Читайте нас: