Ошо маҡсаттан сығып, бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында эш ҡайнай. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн “Шатлыҡ”, “Алға”, “Сәләмәт йорт”, “Осҡон”, “Киләсәккә юл”, “Дуҫлыҡ” тип аталған территориаль йәмәғәт үҙидараһы төҙөлдө. Улар ҡаланың 18-се, 15-се, 11-се, 17-се мәктәптәрендә, 2-се кадет мәктәбендә, 1-се гимназияла төҙөкләндереү эштәре алып барыуҙы кәрәкле тип тапты. 2-се кадет мәктәбендә спорт залы төҙөкләндерелһә, үрҙә атап үтелгән мәктәптәрҙә тәҙрә блоктары алмаштырыла.
Салауат ҡалаһының 18-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Салауат Юлаев бульварындағы 41-се йортта йәшәүселәр менән берлектә “Шатлыҡ” территориаль йәмә-ғәт үҙидараһы төҙөнө. Йортта йәшәүселәрҙән, башлыса уларҙың балалары ошо мәктәптә белем ала, һорау алыу нигеҙендә башҡарылаһы эштәр асыҡланды. Һөҙөмтәлә 2019 йылда өҫтөнлөклө проект итеп уҡыу кабинеттарының тәҙрәләрен алмаштырыу ҡаралды.
Тәҙрәләрҙең мәктәп төҙөл-гәндән алып алыштырылма-уы арҡаһында, уҡыусылар ҡыш көнө һыуыҡ бүлмәләрҙә уҡырға мәжбүр ине. 2019 йылда проект сиктәрендә мәктәптең 43 тәҙрәһе алмаштырылды. Яңы тәҙрәләр ҡуйыу уҡыу кабинеттарында температура режимының санитар нормаларын тейешле кимәлдә тотоу, ваҡытында елләтеү өсөн бик ҡулайлы.Уҡыусыларға белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылды.
- Матди ярҙам күрһәт-кәндәре өсөн “Шатлыҡ” территориаль йәмәғәт үҙи-дараһы исеменән ата-әсә-ләргә, бағымсыларыбыҙ “Салауатбыяла” асыҡ акцио-нерҙар йәмғиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләһе 2020 йылда ла был изге һәм һөҙөмтәле проектта ҡатнашыу өсөн конкурста ҡатнашабыҙ, - тип белдерҙе 18-се мәктәп директоры Зәлиә Гәрәева.