газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2019, 12:45

«Сатҡылар»ҙан тыуған ялҡын

«Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзалары Миңзәлә Залилова, Нәжибә Фәйзуллина, Фәниә Сатучина ҡала халҡын етеп килгән Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлай.

«Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзалары Миңзәлә Залилова, Нәжибә Фәйзуллина, Фәниә Сатучина ҡала халҡын етеп килгән Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлай. Уларҙың һәр береһе өсөн йыл иҫтәлекле булған. Фәниә апай ейәнсәренең донъяға килеүенә бик шат. Миңзәлә апай ейәне Даниилдың «Өләсәй! Мин һине яратам!» тип әйтеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ә бына Нәжибә апай ҡыҙы Диананың спорт мастерлығына кандидат исемен алыуы, төркөмдәре менән йәйәүле туризм буйынса ярышта бөтә Рәсәй буйынса 1-се урынды яулауҙары менән сикһеҙ ғорурлана.
Ҡәләм тирбәлтеүселәр ҡотлау сәләмдәрен үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары аша еткерә.
Миңзәлә Залилова:
Яңы йылды ҡаршы алайыҡ
Иҫәнлектә, шатлыҡта.
Саф һауа һулап йәшәйексе,
Ныҡлы һаулыҡ, байлыҡта.
Нәжибә Фәйзуллина:
Күңелгә йәм-ғәмдәр өҫтәп,
Ғүмерҙәр өмөттәр көҫәп,
Мөғжизә көтә!
Теләктәрҙең иң изгеһе,
Ҡабул булһын һәр береһе,
Яңы йыл етә!
Фәниә Сатучина:
Йылмайығыҙ артҡа ҡарап:
Иҫке йыл фәһем бирҙе,
Кемдер тапты мөхәббәтен,
Кемдер хыялдар үрҙе...
Ә Яңы йыл, ана, күрсе,
Юлдан уҡ бәхет өрҙө.
Читайте нас: