газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2019, 13:00

Күҙҙәр ҡамаша, күңел һөйөнә

Бер көндө Лина исемле танышым шылтырата.- Подъезыбыҙҙа серле «Ҡыш бабай» бар, ахырыһы. Аҫҡы ҡаттан алып өҫкә тиклем стеналарҙы, түбәләрҙе, ишектәрҙе биҙәй, хатта тотҡаларға бүләктәр ҙә элеп китә. Кескәйҙәргә тәм-том һалынған тоҡсайҙарын ҡуйырға ла онотмай. Кем икәнен берәү ҙә белмәй, - тине.

Бер көндө Лина исемле танышым шылтырата.
- Подъезыбыҙҙа серле «Ҡыш бабай» бар, ахырыһы. Аҫҡы ҡаттан алып өҫкә тиклем стеналарҙы, түбәләрҙе, ишектәрҙе биҙәй, хатта тотҡаларға бүләктәр ҙә элеп китә. Кескәйҙәргә тәм-том һалынған тоҡсайҙарын ҡуйырға ла онотмай. Кем икәнен берәү ҙә белмәй, - тине.
Телефондан фотоларын да ебәрҙе. Ысынлап та, һоҡланмаҫлыҡ түгел икән шул. Иртәгәһенә телефоныма смс-хәбәр килеп төштө. «Тылсым эйәһе»нең кем булыуын белдем. Таңда «эш ҡылып» йөрөгәндә эләктерҙем үҙен», тиелгәйне унда.
Үҙемдең дә ҡыҙыҡһыныуым арта төштө. Мөғжизәләр тыуҙырыусы кеше менән шәхсән танышыу өсөн ул йәшәгән йортҡа йүнәлдем. Лина һылыу дөрөҫ әйткән икән, подъезға инеү менән байрам һулышы тойола. Ҡағыҙҙан биҙәкләп эшләнгән ҡар бөртөктәренең ниндәйе генә юҡ, тәҙрәләргә Яңы йыл тематикаһына һүрәттәр йәбештерелгән, ҡатырғанан тылсымлы йорт эшләнеп, эсе гирляндалар менән яҡтыртылған. Икенсе ҡаттағы майҙансыҡҡа хатта шыршы ултыртылған, эргәһенән матур итеп төргәккә һалынған бүләктәр ҙә урын алған. Стеналарға яҡтыртылыусы һүрәттәр эленгән. Төнгө ваҡытта улар юл күрһәтеп тора.
Был матурлыҡты тыуҙырыусы Лилиә апай булып сыҡты. Уға был эш ысын күңелдән оҡшай икән.
- Шулай килеп сыҡты, һөнәрем буйынса тегенсемен, логопедмын, инглиз теле уҡытыусыһымын да. Тормош юлымда ошо өс һөнәрем бер-береһен тулыландырып торҙо. Подъезды кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, кәйефен күтәреү өсөн биҙәйем. Балаларҙы бик яратам. Улар бит шундай ихлас, бәләкәй генә шатлыҡты ла ҙур итеп ҡабул итә. Ғәзиздәренең ихлас ҡыуаныуын күреп, ата-әсәләре лә һөйөнә. Тегенсе һөнәрем хыялдарҙы бойомға ашырырға ярҙам итә: киҫәм, тегәм, йәбештерәм... Ғөмүмән, ваҡ-төйәк менән булышырға элек-электән яраттым. 20 йылдан ашыу дөйөм ятаҡта йәшәнем, унда ла шулай итә инем. Бер уйлаһаң, унда төрлө кеше йәшәй бит. Әммә ошо гүзәллекте боҙорға береһенең дә ҡулы барманы. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, - ти Лилиә Әхмәҙиева.
Сер түгел, был әйберҙәрҙе эшләү өсөн аҡса ла кәрәк бит әле. Ялтырауыҡ, мишуралар, гирляндалар ҙа арзан түгел. Лилиә Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, күптән түгел ул хаҡлы ялға сыҡҡан һәм тәүге пенсияһын ошо маҡсатҡа йүнәлтергә ҡарар иткән. Ярҙам итеүселәре лә юҡ түгел икән Лилиә апайҙың.
- Курсташтарымдың береһе - канцелярия тауарҙары магазины хужаһы. Ул да был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Күршелә генә торған бер туған һеңлем дә үҙ подъезын биҙәй. Иҫ киткес матур, һоҡланғыс әйберҙәр ижад итә. Ҡағыҙҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтары менән дә ихлас бүлешә. Күршеләрем дә, мин икәнлекте һиҙеп ҡалып, ярҙам тәҡдим иттеләр. Шулай, күмәкләшеп байрамса мөхит тыуҙырабыҙ, - тине ул йылмайып.
Читайте нас: