газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 07:17

Тырышлыҡтары һөҙөмтәле, йорттары күркәм һәм уңайлы

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында «Күп ҡатлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Беҙҙең ҡаланан Калинин урамындағы 81-се йорт «Ҡала округының иң яҡшы күп ҡатлы йорто» номинацияһында өсөнсө урын алып, 500 мең һум аҡсалата премияға лайыҡ булды.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында «Күп ҡатлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Беҙҙең ҡаланан Калинин урамындағы 81-се йорт «Ҡала округының иң яҡшы күп ҡатлы йорто» номинацияһында өсөнсө урын алып, 500 мең һум аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы менән уҙғарылған конкурстың маҡсаты – граждандарҙың тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм улар тарафынан йорттарҙы, йорт яны билә-мәләрен, подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса башланғыстарына булышлыҡ итеү. Комиссия тапшырылған фото һәм видеоматериалдар менән танышып, ентекләп анализлап сыҡҡас, «Ҡала округының иң яҡшы күп ҡатлы йорто», «Ҡала округының иң яҡшы йорт яны биләмәһе», «Ҡала округының иң яҡшы подъезы», «Ҡала биләмәһенең иң яҡшы подъезы», «Ауыл биләмәһенең иң яҡшы күп ҡатлы йорто», «Ауыл биләмәһенең иң яҡшы подъезы» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләй.
Ҡалабыҙҙан «Ҡала округының иң яҡшы күп ҡатлы йорто» номинация-һында өсөнсө урын яулаған йорттоң еңеүе беренсегә түгел. Милекселәр күп фатирлы йорт комитетының рәйесе һәм уларҙы хеҙмәтләндереүсе 8-се тор-лаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 2013 йылда “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсында ҡатнашып, 100 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булған. Аҡсаны һәр подъезд алдына эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары ҡуйыуға тотонғандар. Быйыл улар “Башҡортостан ихаталары” һәм урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаларында ҡатнаша һәм видеокүҙәтеүле, яҡтыртыулы, хәүефһеҙ резина һалынған спорт майҙансығы төҙөүгә, өйҙөң ҡыйығын ремонтлауға ирешә. Милекселәр был бәйге һөҙөмтәһендә алынған аҡсаны ла төҙөкләндереүгә - йорттоң аҫҡы өлөшөн көпләүгә йүнәлтмәксе. Бынан тыш, был йортта йәшәүселәр капиталь ремонт өсөн аҡсаларын махсус иҫәпкә йыя һәм уларҙы йорттағы уңайлылыҡ өсөн ҡуллана, шуға күрә лә бында подвал да, ҡыйыҡ та, торбалар ҙа, элеватор үҙәге лә - барыһы ла тәртиптә. 2018 йылда ошо иҫәпкә тротуар ҙа һалынған. Киләһе йылға газ үткәргес торбаларҙы алыштырыу планлаштырылған.
Калинин урамындағы 81-се йорт милекселәре үҙҙәрен ысын хужа итеп тойғанға күрә, тырышлыҡтары һөҙөмтәле, йәшәү урындары уңайлы һәм күркәм.
Читайте нас: