газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 12:20

Гәзиткә лә яҙылды, күстәнәс менән дә һыйланы

Мәйсәрә Хәйерова гәзитебеҙгә бер ҙә яҙылмай ҡалғаны юҡ. Әле лә, йүгерә-атлай редакцияға килеп керҙе.

Мәйсәрә Хәйерова гәзитебеҙгә бер ҙә яҙылмай ҡалғаны юҡ. Әле лә, йүгерә-атлай редакцияға килеп керҙе.
- Тормош мәшәҡәттәренән арынып булмай ҙа ҡуя. Өлгөрәмме-юҡмы тип хафаланып килеп еттем. Гәзитте алдырам, уҡыйым, яратам. Кешеләр тураһында мәҡәләләр оҡшай, рецептар, файҙалы кәңәштәр ҙә бар. Ғөмүмән, бөтә кәрәкле мәғлүмәтте табып була, - ти Мәйсәрә апай.
Улай ғына түгел, хатта күстәнәсен дә тотоп килгән. Беҙгә ошондай күҙҙең яуын алырлыҡ, тәме телде йоторлоҡ рауза сәскәләре бешереп алып килгән. Мәйсәрә апайҙың тәмлекәсе рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар (8-се биттә). Бешереп ҡарағыҙ, ныҡ тәмле. Быға үҙебеҙ инандыҡ.
Читайте нас: