газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 11:15

Рух һүнмәһә - ил йәшәр!

Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙә үҙебеҙ тураһында һүҙебеҙ булыр тиһәк тә хата булмаҫ. Сөнки ҡалалағы берҙән-бер башҡорт гәзите - “Салауат”ыбыҙға быйыл 20 йәш тулды. Шул уңайҙан ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында үҙебеҙҙең тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән дуҫтарыбыҙ менән “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина, ғәҙәттәгесә, ҡу-наҡтарҙы ихласлап ҡаршы алды. Абонемент залында үлән сәйҙәренән фитобар ойошторолған, өҫтәл түренән самауыр урын алған. Килгән ҡунаҡтар хуш еҫле балдан, башҡа тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Сараны китапханала эшләп килгән “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллективы “Башкортостан” йыры менән асты. Кисәне Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы алып барҙы һәм тәүге ҡотлау һүҙен үҙе алды.
- Рухи өлкәлә арымай-талмай хеҙмәт иткән “Салауат” гәзите хеҙмәткәрҙәренә ҡай-нар сәләмдәребеҙҙе еткерә-беҙ! Барығыҙҙы ла матур байрамығыҙ менән ихлас тәбрикләйбеҙ! Айырым милли мөхит, аралашыу рухы, бер-береңде аңлау, милли рухта үҫеш булдырыуҙа “Салауат” гәзитенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Салауат ҡалаһында “Салауат” гәзите милли үҙаңлылыҡты һаҡлаусы, башҡорт милләтенең йөҙө һәм нигеҙе булып тора, - тине ул.
Артабан һүҙ баҫмабыҙҙың мөхәррир урынбаҫары Зилә Сәлимоваға бирелде. Ул коллективты юбилей менән ҡотлап, гәзиттә элек эшләп киткән хеҙмәткәрҙәргә, элекке мөхәррире Мөхтәр Сабитовҡа, гәзиткә яҙылыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Рәмил хәҙрәт Насировҡа, тығыҙ хемәттәшлек иткән театр коллективына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Гәзиттең юбилейы менән ҡотлап, үҙебеҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙға сикһеҙ рәхмә-тебеҙҙе белдерәбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ. Беҙҙең баҫмаға иғтибар артыр, тип уйлайым. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Салауат”ҡа яҙылыусылар өсөн термопот һәм электр самауыры әҙерләгән. Кемдәр “Салауат” гәзитенә яҙыла һәм матбуғат баҫмаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә ҡушылып, ошо яҙма аҫтына гәзиткә яҙылыуын иҫбат итеп, квитанция фотоһүрәтен комментарий итеп беркетә, шулар бүләкте отоу мөмкин-легенә эйә, - тине Зилә Миңлеғужа ҡыҙы.
Сираттағы сығыш кисәгә йыйылыусылар өсөн бик фәһемле булғандыр. «Салауат» гәзитенә нигеҙ һалыусы, баҫма донъя күрһен өсөн бик күп тырышлыҡ һалған Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы, яҙыусы Мөхтәр Сабитов гәзиттең нисек сыға башлауы тураһында ентекле һөйләне. (Был турала «Салауат» гәзитенең 5 апрелендәге 14-се һанында «Салауат»тың һикәлтәле юлы» тигән мәҡәлә сыҡты).
- Ысынлап та, гәзит бик ауырлыҡтар менән донъя күрҙе. Ҡалала башҡорт баҫмаһы барлыҡҡа килһен өсөн ниндәй һикәлтәле юлдар аша үтергә тура килгәнен үҙем генә беләм. Бөгөн, әлбиттә, гәзит ҙур үҙгәрештәр кисереү юлында, тираждың кәмеүе лә борсоуға һала. Шуға ҡарамаҫтан, ул йәшәргә тейеш. Милләте-нең киләсәген уйлаған һәр кем «Салауат»ты алдырырға бурыслы, - тине Мөхтәр Абдрахман улы.
Артабан “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар гәзиттең яҙмышына, киләсәгенә бәйле фекерҙәрен белдерҙе, ҡотлау-ҙарын еткерҙе.
Гүзәл Хөснуллина, ҡала ветерандар советы рәйесе:
- Ветерандар советы «Салауат» менән ул сыға башлағанынан алып хеҙмәт-тәшлек итә. 4-се мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле итеп индергәндә тап ул беҙҙең таянысыбыҙ һәм терәгебеҙ булды. Гәзит бөтә ҡала тормошон яҡтырта. Милли телдә сыҡҡан баҫма һис шикһеҙ кәрәк. Ветерандарға гәзиткә яҙылырға ярҙам иткәндәргә рәхмәтем сикһеҙ.
Иҙел Хәлимов, Башҡор-тостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре, шағир, ҡурайсы:
- Әлбиттә, гәзит бик ауырлыҡ менән сыға башланы. Мөхтәр Абрахман улы тырышлығы менән баҫтырыла башлаған гәзит һуңынан уның етәкселегендә ике аяғына ныҡлы баҫып йәшәне. Тик һуңғы йылдарҙа гәзиттең тиражы кәмеп бара, беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, гәзиткә яҙылырға, уны уҡырға һәм таратырға кәрәк. Гәзиткә яҙылмай тороп уны йәшәтеп булмай. Минең үҙемдең дә ике-өс дана яҙылған ваҡыттар булды. Ошо традицияны дауам итергә уйлап торам. Балтик буйҙарында сәфәрҙә булғанда эстондарҙың үҙ гәзит-журналдарына аҡса йәлләмәй яҙылыуҙары һоҡландырҙы. Матбуғат - ул күңел торошо, мәҙәнилек һәм беҙҙең киләсәк икәнен аңларға бурыслыбыҙ. Коллективҡа ауырлыҡтар булһа, түҙеп, “Салауат”ыбыҙҙы йәшәтергә тырышыуын телә-йем. Халҡыбыҙ һеҙҙең яҡлы булыр, тип уйлайым. Алда үҫеш, уңыштар ғына көтһөн.
Рәмил хәҙрәт Насиров, «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө:
- Ҡышҡы һалҡын көндө йылытып, күркәмләндереп бөгөн “Салауат” гәзите үҙенең 20 йәшен билдәләй. “Салауат” гәзите менән Мөхтәр ағай унда хеҙмәт иткәндән алып, нисә йылдар бергә атлап барабыҙ. Баҫма биттәрендә дин ҙур урын алып тора. Унда дингә урын бирелмәһә, гәзит йәнле, тере булмаҫ ине. Беҙ бергәләп мосолман халҡы өсөн сауаплы эш алып барабыҙ. Коллек-тивҡа әйтер инем, һеҙ яңғыҙ түгел. Дуҫтарығыҙ бар һәм уларҙың булыуын тойоу һеҙгә көс, эшләргә дәрт өҫтәп торһон. Бергәләшеп гәзитте һаҡлап ҡала алһаҡ, ҙур мәғәнәле эш башҡарып сығырбыҙ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең йоланы юғалтмаҫбыҙ һәм “Салауат” гәзитен күпме яҙҙырып килгәнбеҙ, шунса яҙҙырырбыҙ. Башҡалар ҙа беҙҙән үрнәк алыр, тип ышанабыҙ. Алдағы көндәрҙә лә изге эштәрегеҙҙе алып барып, ҡартайған көндәребеҙҙә лә, эй, Раббым, беҙ был донъяға юҡҡа тыумағанбыҙ бит әле, тип шатланып, гәзиттәрҙе алып, уҡып, балаларыбыҙға ҡалдырып, тормоштарыбыҙҙы матурлатып, изге ғүмер көтөргә насип итһен.
Рәмил хәҙрәт “Салауат” гәзите хеҙмәткәрҙәре Зилә Сәлимоваға, Гөлнара Асҡаро-ваға һәм Динә Ғәлиеваға Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының йәмәғәт миҙалдарын тапшырҙы.
Альбина Ғәлиуллина, Салауат башҡорт дәүләт драма театры хеҙмәткәре:
- “Салауат” гәзите - Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ысын дуҫы. Театр ҙа, гәзит тә милли рух һаҡсыһы һәм бөгөн улар айырылғыһыҙ, бер-береһен байытып, тулыландырып тора, ҡалабыҙ мәҙәниәтен юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрә. Икеһе лә туған башҡорт телебеҙҙе күтәреүсе, милләттәштәребеҙ араһында таратыусы бурысын үтәй. “Салауат” гәзите хәбәрселәре театр уҙғарған һәр сарала актив ҡатнаша, премьераларҙы, гастролдәрҙе, фестивалдәрҙе баҫма биттәрендә даими яҡтыртып бара. Беҙ артабан да ошо юҫыҡтағы эшебеҙҙе дауам итербеҙ һәм гәзиткә яҙылыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуҙағы яңы хеҙмәттәшлек юлдарын уйлап табырбыҙ. Интернет заманында гәзиткә лә, театрға ла йәшәү еңел бирелмәй. Шулай ҙа тере һүҙ, әҙәби һүҙ йәмғиәттә көслөрәк булыр, тип ышанам.
Рәшиҙә Буранғолова, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рә-йесе:
- “Салауат” гәзите сыға башлаған көнөнән алып яҡын дуҫыма, ярҙамсыма, кәңәшсемә әйләнде. Салауат педагогия, индустриаль кол-ледждарында эшләгәндә, студенттарҙы гәзит ярҙамы менән тәрбиәләй торғайным. Ундағы мәҡәләләрҙе тәржемә иттереп эш алып барҙым. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булһам да, үҙебеҙҙең милләттәштәр араһында гәзиткә яҙылайыҡ, тигән пропаганда алып барам. Гәзиттә шундай матур мәҡәлә сыҡҡан, уҡынығыҙмы, тип ҡыҙыҡһындырам. Әгәр ошолай итеп күршеләребеҙҙе, таныштарыбыҙҙы өгөтләп торһаҡ, гәзит уҡыусыларын арттырыу ҡулдан килә торған эш. Ә гәзиттең эстәлегенә килгәндә, ул һис тә, республика баҫмаларынан кәм түгел. Унда һәр төрлө темаға материал табып була: милли, дин, һаулыҡ, хатта нисек ашарға бешерергә лә өйрәтәләр. “Салауат” гәзите башҡортса сыҡһа ла, бында тик башҡорттар өсөн генә материал була икән тип уйларға кәрәкмәй, Салауат ҡалаһында нисә төрлө милләт йәшәй, уларҙың барыһы хаҡында ла яҙыла. Бигерәк тә өлгөлө ғаиләләр хаҡындағы материал-дарҙы уҡып ҡыуанабыҙ. Гәзиттең тәрбиәүи әһәмиәте иҫ киткес ҙур.
Шулай уҡ “Салауат” гәзи-тендә оҙаҡ йылдар эшләп киткән ҡыҙҙарға ла һүҙ бирелде.
- Минең 18 йыл ғүмерем редакция менән бәйле булды. Коллегаларыма рәхмәт әйтәм, сөнки беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аңлашып эшләнек, берҙәм булдыҡ. Хәҙер инде башҡа ерҙә эшләп йөрөһәм дә, ошо дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй, һеҙ минең өсөн элеккесә үк коллегалар булып ҡалаһығыҙ, - тине Гөлфиә Ғәйнетдинова.
- Минең хеҙмәт юлым редакцияла, институтты бөткәс тә, башланып китте. Йәш кенә булһам да мине коллективта мине бик йылы ҡабул иттеләр. “Салауат” гәзите йәшәргә өйрәтте тиһәм дә хата булмаҫ, ундағы эшем аша сәмле, ҡыйыу булырға өйрәндем. Әлеге коллективҡа бирешмәҫкә, тик алға барыуҙарын теләр инем, - тине Зөһрә Мусина.
- Мин гәзиттә уның тәүге сыға башлаған көндәренән алып 19 йылдан ашыу эшләп киттем. “Салауат” гәзи-тендә эшләгән дәүерҙә беҙ бер ҙур ғаиләләй йәшәнек, хеҙмәт иттек. Бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәһен ине гәзит, - тине Гөлнора Йәмилева.
Барлыҡ ҡыҙҙар ҙа гәзиттең артабан да йәшәйәсәгенә, уңышлы эшләйәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: