Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, был йортта янғын сығып, ул ныҡ ҡына зыян күрҙе. Хатта унда йәшәүселәргә башҡа ергә күсенергә тура килде. Шулай ҙа йортто махсус комиссия тикшергәндән һуң, ремонт эшләгән хәлдә ул йәшәүгә яраҡлы тип табылды. Ҡала етәкселеге тырышлығы менән уны төҙөкләндереү, кешеләргә йәшәү шарттары булдырыу буйынса бурыс хәл ителде. Һәм бына әлеге ваҡытта подрядсы ойошма актив рәүештә эшкә тотонған.
Ҡыйыҡтағы атламаны монтажлар алдынан бинаның стеналарына көсөргәнеште тигеҙләү өсөн монолит бүлкәттәр һалынған. Ул проект документацияһының барлыҡ талаптарына тап килә. Бөтә эштәр барышы ҡала хужалығы идаралығы контроле аҫтында бара.
- Подряд ойошмаһы эштәрҙе етеҙ башҡара. Шуға күрә объектты ла ваҡытында тапшырырҙар, тип уйлайбыҙ. Ҡыйыҡ менән бергә подъезда ла ремонт эштәре бара, - ти ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Булат Садиҡов.
Подъезда электр иҫәп ҡоролмалары, электр үткәреү сымдары алыштырыла, стеналар тигеҙләп һылау һәм буяу өсөн әҙерләнә. Шулай уҡ ике подъезда ла пластик тәҙрәләр һәм яңы ишектәр ҡуйыла.
Подряд ойошмаһы вәкилдәре эш өсөн кәрәкле материалдар етерлек, тип билдәләй һәм улар эштәрҙе декабрь аҙағына тамамларға вәғәҙәләй. Тимәк, был йортта йәшәүселәр оҙаҡламай үҙ фатирҙарына ҡайтыр тигән ышаныс бар.