газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 12:22

Үәт, исмаһам, шәп бүләк!

Гөлзифа Баһаутдинова - гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарының береһе. Баҫма донъя күрә башлағандан алып унан айырылғаны юҡ. 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына ла күптән яҙылып ҡуйған.

- «Салауат»ты шул тиклем яратып уҡыйым, һәр һанын көтөп алам. Ул төплө, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре менән ҡыуандыра. Ҡалалағы мөһим ваҡиғалар, яңылыҡтар, файҙалы кәңәштәр, тәмле рецептар - быларҙың барыһын да ошо баҫманан табып була. Таныштарым, дуҫтарым, өлгөлө ғаиләләр, ғорурланырлыҡ яҡташтарым тураһында уҡып шатланам. Һәр йома һайын ошо гәзитте ҡулыма алып һөйөнәм. Киләсәктә лә гәзит йәшәһен, уҡыусылары тағы ла күберәк булһын ине, - тигән теләктәрен еткерҙе Гөлзифа апай.

Үҙенән тыш, йыл һайын беҙҙең баҫманы Ишембай районында ғүмер кисергән ҡыҙҙары Рима, Гөлнур, Гөлшатҡа һәм Салауатта йәшәүсе улы Илдарға ла яҙҙыра. Быны ул, ғәҙәттә, Яңы йыл алдынан эшләй.

- Балаларым бик уҡырға ярата, гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра. Яңы йыл бүләге итеп мин уларға гел «Салауат»ҡа подписка бүләк итәм. Әсәй, рәхмәт инде. Ишембайҙағы ғына түгел, ә Салауатта барған хәл-ваҡиғалар менән дә танышып барабыҙ. Бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр табабыҙ, ти улар. Шулай рәхмәттәр әйтә-әйтә уҡыйҙар гәзитте, - ти ул йылмайып.

Быйыл да редакцияға шылтыратып, Гөлзифа апай үҙенең үтенесен белдерҙе.

- Байрамға әллә ни күп тә ҡалманы. Гәзиткә яҙылыу ваҡыты ла үтеп бара, балам. Йәшем дә оло, сәләмәтлегем дә әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Килеп кенә квитанциялар тултырып китмәҫ-һегеҙме икән? - тине.

Оло кешенең һүҙен йыға буламы һуң инде? Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тотоп, тиҙ генә Гөлзифа апай янына барып ҡайттыҡ.


Гәзит уҡыусылар, һеҙҙең әлеге ваҡытта гәзит-журналдарға, шул иҫәптән “Салауат” гәзитенә лә, арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына Рәсәй почтаһы аша матбуғат баҫма­ла­рына ташламалы хаҡ­ҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителде. Ул 2 декабрҙән 12-һенә тиклем дауам итә.

Был осорҙа “Салауат” гәзитенә ярты йылға почта аша яҙылыу 658,20 һумға, пенсионерҙарға 615,12 һумға төшөсәк.

Шулай уҡ “Салауат” гәзитенә яҙылыуҙың башҡа төрҙәре лә бар: курьер килтереүе - 6 айға - 660 һум, альтернатив - 492 һум, электрон яҙылыу - 540 һум.
Читайте нас: