газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 19:10

Ҡайҙа алып бара юлдар?

Рифат уны башҡа бер ваҡытта осратмаҫмын тип уйланы. Ҡала бәләкәй шул. Юлдар киҫелешмәй булмай. Ҡыҙ егетте күрмәне, ә егет уны ситтән күҙәтте. Әммә янына барып һөйләшергә бер ҙә теләге юҡ ине, сөнки ҡасандыр өҙөлөп яратҡан һылыуҙың һалған йөрәк яралары һаман һулҡылдай...

Рифат уны башҡа бер ваҡытта осратмаҫмын тип уйланы. Ҡала бәләкәй шул. Юлдар киҫелешмәй булмай. Ҡыҙ егетте күрмәне, ә егет уны ситтән күҙәтте. Әммә янына барып һөйләшергә бер ҙә теләге юҡ ине, сөнки ҡасандыр өҙөлөп яратҡан һылыуҙың һалған йөрәк яралары һаман һулҡылдай...
Рифат менән Илүзә бәләкәй саҡтан дуҫ булдылар. Бергә мәктәпкә йөрөнөләр, дәрес әҙерләнеләр, буш ваҡыттарын да бергә, бер компанияла үткәрҙеләр. Егет уны үҙенең иң яҡын дуҫы, серҙәше итеп күрҙе, бөтә хис-тойғолары, уйҙары менән бүлеште. Үҫә төшкәс, Илүзәнең уға ғашиҡ булыуын һиҙһә лә, уны тик дуҫ тип кенә ҡабул итте. Шуға күрә Рифат тәүге тапҡыр мөхәббәт өйөрмәһенә сумып кисерештәре менән бүлешкәндә лә балалыҡ дуҫының йөрәгенә уҡ ҡаҙауын аңламаны ла.
Ә бына Роза егеттең күңелен тәүге осрашыуҙа уҡ әсир итә. Үҙенең һылыулығы, сағыу ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотошо менән. Рифат та күҙ һалмаҫлыҡ егет түгел, шуға күрә ҡыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Розаның күҙ ҡарашынан уҡ уға оҡшауын һиҙгәс, егет ҡыҙ янына ашыға. Төнгө клубта улар кисте бик күңелле үткәрә. Үткер, сая ҡыҙ Рифатты шунда уҡ фатирына алып ҡайта. Һәм был өй уларҙың даими осрашыу урынына әйләнә. Ә ял көндәре Роза, әсәйем янына ҡайтам, тип китер була. Был ваҡытта инде Рифатты һағыш баҫа. Бер ваҡыт үҙенең хистәрен ул балалыҡ дуҫы Илүзә менән бүлешә.
- Рифат, һин бер ни ҙә белмәйһеңме ни? Ҡала бәлә-кәй генә кеүек...
- Ә нимәне мин белергә тейеш? - тип аптырай егет.
- Һинең һөйгәнеңдең нимә менән шөғөлләнеүен береһе лә еткермәне?
Рифат күҙҙәрен дүртлән-дереп Илүзәгә ҡарай.
- Һиңә әйткем килмәгәйне, әлбиттә, юғиһә, ғәйбәт йыйып таратаһың, тиерһең...
- Әйтә башлағас һөйлә инде? - тип асыулана Рифат, ә үҙенең күңеле өшөй төшә.
- Илүзә бит оло бер бай ирҙең һөйөркәһе.
- Ышанмайым, был ысын-лап та ғәйбәт. Һинең мине яратыуыңды беләм, шуға ла көнләшәһең, - тип бөтә асыуына ҡысҡырып ебәрә.
Илүзә иһә уны тыныс ҡына тыңлай ҙа:
- Эйе, көнләшәм. Әммә ул минең кисерештәрем. Һәм мин һиңә бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәҫ инем. Тик һинең күҙҙәреңде генә асырға итәм.
Рифатҡа был һөйләшеү тынғы бирмәй һәм ул барыһын да Розаның үҙенән һорарға ҡарар итә. Мөхәббәттән башы әйләнгән диуана егет ҡыҙ бөтәһен дә инҡар итер, был дөрөҫ түгел, тип яуап бирер тип ышана. Әммә ҡыҙ:
- Минән ниндәй яуап ишетергә теләйһең? Эйе, был дөрөҫ, - тип яуап бирә.
- Ә беҙҙең мөхәббәт нисек һуң?
- Был ике төрлө әйбер.
- Ташла уны.
- Ниңә ташларға, ти. Һин, иҫәр малай, бер нимәне төшөн: ул бар икән, тимәк, мин аҡсаға мохтаж түгел, ул ҡиммәтле әйберҙәр алып бирә, уның арҡаһында мул тормошта йәшәйем. Ә һин - мине үлеп яратыусы, һөйөүеңде бүләк итеүсе.
Был һөйләшеүҙән һуң Рифат менән Роза әллә нисә тапҡыр айырылыша һәм яңынан ҡауыша. Рифат үҙенең мөхәббәт хистәрен бер нисек тә ауыҙлыҡлай алмай интегә. Шуға хатта һөйгән ҡыҙының икенсе олораҡ һөйөркәһе булыуын да сибәркәйҙе күреү менән онота.
Был мөнәсәбәттәр шулай оҙаҡ дауам итер инеме-юҡмы билдәһеҙ, әгәр бер осраҡлы хәл килеп тыумаһа. Рифат урамда Розаны күреп ҡала, уның янына ашыға. Тик ҡыҙ уны танымамышҡа һалышып, кит бынан, әҙәм аҡтығы, тип ҡыуып ебәрә. Ә уның эргәһендә бөтөнләй теге бай ир түгел, ә һылыуҡайҙың киләһе ҡорбаны икәнен аңлай йәш кеше.
Был көндө ҡайғыһын ул араҡы менән баҫа. Күңел ғазаптарын һөйләргә ул тағы ла балалыҡ дуҫы Илүзәгә килә. Тап ул егеткә иң ауыр мәлдә депрессиянан сығырға ярҙам итә, борсолма, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, тип йыуата...
Ваҡыт үтә. Рифат өйләнә. Һәм бер көндө кәләшенең эштән сығыуын урамда көткән арала тағы ла күҙенә таныш һын салына. Шул уҡ сағыу ҡиәфәт, һылыу буй-һын, әммә йөҙөндә ниндәйҙер буш-лыҡ, битарафлыҡ. Ҡасандыр урамдан үткән саҡта бер ир егет тә иғтибар итмәй ҡалма-ған Розаға хәҙер, киреһенсә, нисектер ытырғанып ҡараған кеүектәр. Артыҡ биҙәнгән, етмәһә көпә-көндөҙ һалмыш булып алған ҡыҙға ҡарата Рифатта йәлләү тойғоһо уяна. Шул ваҡыт йөрәк төбөндә ҡуҙғып ятҡан һөйөү ялҡынсығы бөтөнләй һүнеп ҡуя. Рифат янына кәләше килеп баҫҡас, уның йөҙөнә ҡурҡыу сығыуын һиҙә, уның һөйгән иптәше яңынан Роза тип ҡосағына ташланмаҫмы, тип борсолоуын аңлай.
- Борсолма, ул һөйөүҙән бөтөнләй һүрелдем. Минең ысын мөхәббәтем - ул һин, минең баласаҡ дуҫым, - тип Илүзәһен ҡосағына ала.
Читайте нас: