газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 12:44

Һорауҙар ҡаралды, тәҡдимдәр ҡабул ителде

25 ноябрҙә ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Салауат ҡала Советының 45-се ултырышы уҙҙы. Сараны уҙғарыу урыны итеп юҡҡа ғына музей һайланмаған, сөнки Совет булдырылыуға быйыл 65 йыл. Шуға арнап «Ҡала депутаттар Советына - 65 йыл. Тарих биттәре» тип аталған тематик күргәҙмә ойошторолғайны.

Сессияның эше тап күргәҙмә менән танышыуҙан башланып китте. Музей экскурсоводы Валентина Бохарина һәр мәғлүмәтте, нисәнсе йылдарҙа Советҡа кемдәр етәкселек итеүен ентекле һөйләне. Фойела уның беренсе рәйесе Рауил Ишмөхәмәтовтың эш кабинеты ла булдырылғайны.

Ултырыш эшендә ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ойошма, учреждение, предприятие етәкселәре ҡатнашты.

Республиканың башҡа район-ҡалаларында Совет ултырыштарының башҡортса үтеүе тураһында хәбәрҙар инек. Әммә беҙҙең ҡалала был тәжрибә ҡулланылмай килде. Һәм, ниһайәт, был юлы ике һорау башҡортса яңғы-раны. Муниципаль контроль идаралығы начальнигы Альберт Моталов муниципаль контроль төрҙәре һәм уларҙы тормошҡа ашырыу вәкә-ләтенә эйә булған урындағы үҙидаралыҡ органдары исем-леген алып барыу тәртибен раҫлау, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибул-лина ҡала хакимиәтенең мә-ғариф идаралығы тураһын-дағы Положениеға үҙгәрештәр индереү тураһында сессияла ҡатнашыусыларға башҡортса һөйләне. Сығыштарҙың рус телендәге тәржемәһе башҡа милләт вәкилдәре өсөн экранда күрһәтелде.

Финанстар идаралығы начальнигы Урал Мәғизов РФ Һалым кодексының 2020 һәм 2021 йылдан индереләсәк үҙгәрештәрҙе әйтеп үтте. Әйтәйек, 2021 йылдан урындағы үҙидара органдары вәкилдәренең һалым түләүсе ойошмалар өсөн ер һалымын һәм аванс түләүҙәре сроктарын билдәләү хоҡуғы бөтөрөлә, ер һалымын түләүҙең берҙәм сроктары булдырыла. Яңы законға ярашлы, ойошмалар ер һалымын 1 марттан да һуңламайынса түләргә тейеш. Шуға бәйле, Урал Шәрифйән улы ҡала округы Советының «Ер һалымын билдәләү тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү кәрәклеген билдәләне.

Шулай уҡ хакимиәттең иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығы началь-нигы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Кәримова социаль әһәмиәттәге хеҙмәттәргә тарифтарҙы билдәләү, хоҡуҡ идаралығы начальнигы Маргарита Байғотлина 2019 йылда идаралыҡтың эшлән-гән эштәре тураһында от-чет бирҙе, үҙәкләштерелгән бухгалтерия идаралығы начальнигы Әлфиә Булатова хеҙмәткә түләү фонды, матди яҡтан дәртләндереү саралары менән таныштырҙы.

Сара һуңында хакимиәт башлығы Динар Хәлилов ҡалала күп эш башҡарылыуын, әммә шуның менән бер рәттән проблемаларҙың да булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса эштең бөтөнләй түбән кимәлдә икәнлеген әйтте. Мөмкин булған бөтә программаларҙа ҡатнашырға тәҡдим итте.


Читайте нас: