Әсәйҙәр - ғүмер бүләк итеүсе генә түгел, әҙәм балаһын ғүмере буйына оҙата барыусы сихри көс тә. Ысынлап та, әсә һөйөүе һәм хәстәрлеге кешене ғүмеренең тәүге көнөнән башлап йылыта һәм һаҡлай, уның тәбиғәттән бирелгән ҡурсалау ҡөҙрәте яҙмыш бо-ролоштарында көс бирә, һынмаҫ ҡалҡан булып тора. Балалар баҡсаһында йөрөүсе кескәй быны әлегә төшөнөп тә етмәйҙер, ә шулай ҙа яҡын кешеһенең ошо сихри көскә эйә булыуын тоя. Ә әлегә ғәзиз кешеһенең үҙе янында булыуына ул шул тиклем шат һәм ошонан бик бәхетле. Бына Рауил менән Камил да әсәләре Лилиәнән, Сабир менән Әмирә лә әсәләре Гөлназдан барлыҡ һөйөүҙе, хәстәр һәм яҡлауҙы тойоп үҫеп килә. Был гүзәл заттар сабыйҙарын әсә наҙына, иғтибарына төрөндөрөп кенә түгел, уларҙың тәүфиҡлы, рухлы итеп үҫтереү өсөн дә барлыҡ тырышлыҡтарын һала.
Лилиә Һөйөнованың тәүге улы Рауилгә алты йәш булһа, икенсеһе Камилға 3 йәш. Ғәзиздәренең икеһе лә 53-сө балалар баҡсаһына йөрөй. Әйткәндәй, әсәй кеше үҙе лә ваҡытында ошо уҡ балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән. Көйөргәҙе районы егете Артур менән өйләнешкәс, ғаилә Салауат ҡалаһында төпләнә.
- Улдарыбыҙҙың береһе холҡо менән атаһына, икенсеһе миңә оҡшаған, - тип йылмая Лилиә. - Бәләкәй саҡтарынан башҡортса һөйләшһендәр тип тырыштыҡ, башҡортса шиғырҙар ятлатабыҙ, йырҙар йырлатабыҙ. Балаларыбыҙҙы рухлы итеп үҫтереүҙә ошо балалар баҡсаһы ныҡ ярҙам итә. Бында төрлө байрамдар башҡортса үтә, шуға бик ҡыуанам, ә дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ шулай башҡортса өйрәнеүҙәренә һоҡлана.
- Балаларҙы иркәләү яҡшыраҡмы, әллә ҡәтғиерәк тотоу дөрөҫмө? - тип һорашам йәш әсәнән уның тәрбиә алымдарын белергә тырышып.
- Иллегә илле, кәрәк саҡта иркәләп тә алырға, кәрәк саҡта талапсаныраҡ булыу ҙа кәрәк. Мин ҡәтғиерәкмен, ә аталары иркәләй. Әсәйем дә балаларымды тәрбиәләшеүҙә, ҡара-шыуҙа төрлө яҡлап ярҙам итә, уларҙы шул тиклем һағынып көтөп ҡаршы ала. Ул минең иң яҡын иптәшем, терәгем.
- Әсәлектең бәхете нимәлә, тип уйлайһығыҙ?
- Иң беренсе сиратта, ул бала-ның һау-сәләмәт булып үҫеүелер. Ҡалғанына бергә тырышып ирешеп була. Балаларыбыҙҙың киләсәге тураһында ла уйланабыҙ. Иң мөһиме үҙҙәре үҙҙәрен ҡарап, беҙҙе ҡыуандырырлыҡ булһындар инде. Бөтөнләй йыраҡҡа ебәрге килмәй, - ти Лилиә Рәис ҡыҙы.
- Балаларға тәрбиә биргәндә ғаиләлә йылы мөхит булыуы мөһим, - ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы. - Бала менән ата-әсә араһында тығыҙ бәйләнеш булырға, әсәй, атай һәм балалар бер-береһен ишетә, аңлаша белергә, ихтирам итергә тейеш. Шулай уҡ үҙ тәжрибәмдән әйтә алам, балаларҙы киләсәктә үҙаллы тормош ҡороуға, белем алыу, эшләү кеүек мөһим бурыстар барлығына өйрәтеп, аңлатып үҫтерергә кәрәк. Бала бит ул ололарҙан өлгө ала, уларҙың әйткәндәрен күңеленә һала бара, шулай булғас ғаиләлә ата-әсә үрнәк булырға һәм ғәзиздәре лайыҡлы кеше булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тейештер, тим. Был йәһәттән тормош иптәшем менән беҙҙең уйҙар, ниәттәр ныҡ тап килә.
Гөлназ үҙенең әсәһендә тик йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Бер үҙе тәрбиәләһә лә, мине кеше итеү өсөн бөтә тырышлығын, көсөн, йәнен һалған, мин утыҙ йәшкә еткәндә лә, ул иң төп терәгем, таянысым, ти һылыу.
Ике әсә лә, Лилиә Һөйө-нова ла, Гөлназ Дәүләтшина ла әсә, ҡатын булыуҙан бәхетлеләр. Әсә булыу - яуаплы һәм изге бурыс, ул һөйөү һәм хәстәр биреү менән генә сикләнмәй, ә балаңда юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләүҙе үҙ эсенә ала, тигән фекерҙә теләктәш йәш әсәләр. Йәнендә һөйөү гөлдә-ре үҫтергән был гүзәл зат-тар балаларының тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныс-тар ғына кисереүен теләйбеҙ. Үҫеп етеп, балаларығыҙ һеҙгә үҙегеҙҙән алған тәрбиәгә изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһен.