Ғәмәлдәге закондарҙа бының өсөн яуаплылыҡ та ҡаралмаған. Хужаларҙың выждан ғазабы юҡ икән, уны ҡанун ярҙамында уятыу мөһим тигән фекерҙә белгестәр. Урам эттәренә әйләнгән хайуандарҙың һуңынан аяуһыҙ йыртҡысҡа әйләнеүе лә бар бит әле. Салауатта ла һуңғы ваҡытта кешеләр урамдарҙа урам эттәренең күплегенә зарланып мөрәжәғәт итеүселәр бихисап. Өйөр менән йөрөгән эттәр балаларға мәктәптәргә барып ҡайтыу, хатта оло кешеләр өсөн дә эш юлында осраған хәлдә хәүеф тыуҙыра.
Был проблемаға ҡала хакимиәтендә иғтибар иттеләр. Унда аңлатыуҙарынса, Салауатта йортһоҙ хайуандарҙы тотоу менән «ЗооПланета» ойошмаһы шөғөлләнә. Уның менән ошондай эштәр башҡарыуға килешеү төҙөлгән.
Хужаһыҙ хайуандар күпләп йыйылған урындар тураһында мөрәжәғәттәр, заявкалар ҡала хужалығы идарағында, К.Маркс урамындағы 22-се йорттоң 4-се кабинетында һәм 35-62-50 телефоны буйынса ҡабул ителә. Ойошма урынға сығып, йәнлектәрҙе тота, һуңынан стерилизациялау һәм чиплау буйынса бөтә процедураларҙы үткәрә һәм улар өсөн ғәҙәти булған мөхиткә ебәрә. Белгестәр иҫбатлауынса, барлыҡ процедураларҙан һуң улар агрессив түгел һәм өйөр булып йыйылмай.