газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 15:37

Ҡалабыҙ ҡар аҫтында ҡалмаҫ

13 ноябрҙә көҙөн һәм ҡышын ҡаланы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыусы техника смотры уҙҙы.

«Махсус автохужалыҡ» предприятиеһы ҡышҡы осорға тулыһынса әҙер булыуын күрһәтте. Ойошманың баш инженеры Игорь Михоль-скийҙың һүҙҙәренсә, трак-торҙар, һиптереү-йыуыу машиналары, ҡар ташыу өсөн «КамАЗ»дар, бульдозерҙар һәм предприятие биләмәһендәге башҡа машиналар төҙөк һәм эшкә әҙер. Боҙлауыҡҡа ҡаршы реагент һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән, тротуарҙарға һибеү өсөн 500 кубометр ҡом, 550 кубометр ҡом-тоҙ ҡатышмаһы ҡайтарылған.

- Предприятиеның 36 махсус техникаһы ҡаланың, шәхси секторҙың, 116-сы кварталдың, Муса, Юлдаш, Желанный ҡасабаларының юлдарын һәм тротуарҙарын таҙартыу менән генә шө-ғөлләнә. Ә квартал эсендәге юлдар идара итеүсе компания-ларға ҡарай, - тип билдәләне Игорь Михольский.

Ҡала хужалығы идаралығы, үҙ сиратында, эш сифатын, режимын контролдә тота.


Юлианна ПИЛЮКОВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: