газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 12:17

Көслө елдәр ҙә ҡурҡытмаҫ

Ҡалала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының уңышлы бойомға ашырылыуы мәғлүм.

Бер тәмен татығандар был программала хатта икенсегә ҡатнашырға йыйына. Әйтәйек, соҡор-саҡырлы юлдарҙан тамам ялҡҡан 47-се балалар баҡсаһы коллективы былтыр проектҡа ҡушылып, юлдарҙы ремонтлай. Улар бөтә шарттарҙы үтәп, конкурста еңеп сыға. Һөҙөмтәлә, төп биләмәлә 1200 кв метр һәм верандаларға илткән 336 кв метр юл асфальтлана. Балалар һәм ата-әсәләр, шулай уҡ проектта ҡатнашҡан ҡала халҡы ла бик ҡәнәғәт ҡала һәм ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайынса, артабан да алға барырға ҡарар итә.

- Быйыл да үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Күреүегеҙсә, был тигеҙ, хәүефһеҙ юлдар - тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Былтыр ойошторолған «Шыршыҡай» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы балалар баҡсаһында үткән йыйылышта бер тауыштан программала тағы ла ҡатнашырға риза булды. Уңыш йылмайһа, алынған аҡсаға иҫке тәҙрәләрҙе яңыларына алмаштырырға уйлайбыҙ. Балалар баҡсаһы 1972 йылда уҡ төҙөлгән, тәҙрәләр ҙә шул ваҡытта ҡуйылған. Ярыҡтарынан ел өрә, хәүефле лә, - тип һөйләй балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Ваһапова.

Әле ҡыҙыу эш бара: флешмоб-тар, һүрәттәр конкурсы үткәрелә, концерт номерҙары әҙерләнә, бағымсылар эҙләйҙәр, йыйылыштар үтә, халыҡ менән эш алып барыла. «Тәҙрәмдә яҡтылыҡ» проектын тормошҡа ашырыу буйынса инициа-тив төркөм әүҙем эшләй. Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә еңеп сығыуҙарына һәм киләһе ҡышты яңы тәҙрәләр менән ҡаршы алыуҙарына ышана.


Читайте нас: