газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 13:16

Күкрәгемә ҡыҫҡым килә сабыйҙы...

Был гүзәл ханым менән оҙаҡ йылдар аралашабыҙ. Осраҡлы ғына танышһаҡ та, йылдар үтеү менән ысын дуҫтарға әйләндек. Осрашып та, телефон аша ла һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Ҡунаҡҡа ла йыш йөрөштөк. Бер аҙҙан ул кейәүгә сығып, иптәше менән матур ғына йәшәп киттеләр.

Бер осрашҡанда миңә:

- Их, әхирәт, беләһеңме, ныҡ итеп бәпес һөйгөм килә. Ирем дә был турала хыяллана. Әммә бер нисек тә килеп сыҡмай. Икебеҙ ҙә анализдар тапшырҙыҡ, барыһы ла яҡшы, тинеләр. Врачтар бот сабыуҙан ары үтмәй, - тип ысҡындырҙы ул.

Йәшәгәндәренә ун ике йыл да булып китте. Оҙаҡ ҡына осрашмай торҙоҡ. Теге хәл тураһында башҡа һүҙ ҡуҙғатманы, бер нәмә лә һөйләмәне.

Быйыл йәй тыуған көнөмдә ишек төймәһенә баҫтылар. Ҡулына матур сәскә гөлләмәһе тотҡан курьер баҫып тора.

- Был һеҙгә, яҡын әхирә-тегеҙҙән, - тине ул йылмайып.

Бик ҡыуандым бүләккә. Уның шундай сюрприздар яһай торған ғәҙәте бар. Эсенә, #яҡынәхирәтемә, тигән яҙыу ҙа ҡыҫтырған. Хәҙер интернет заманы бит, тиҙ генә гөллә-мәне ҡулыма алып, фотоотчет эшләп ебәрҙем. Хәлдәрен дә һораштым бер ыңғай.

- Эй, әхирәт. Дауаханала ятам әле. Ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм, - тине уфтанып. - Бер күрешкәндә ентеклерәк һөйләрмен был хаҡта. Йүнәлеп сыҡҡас килеп әйләнермен, - тине ул һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса. Ни булғанын да әйтмәне.

Бер-ике ай үтеүгә осраштыҡ уның менән. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, юл ыңғайы булһа ла, һуғылып китте миңә.

- Теге ваҡыттағы хәлде һөйләйем тигәйнем, - тип һүҙен башлап ебәрҙе дуҫым. - Бәпес һөйгөм килеүе тураһында теге ваҡытта уҡ әйткәйнем инде. Нисә йылдар үтһә лә, күреп тораһың - сабый юҡ. Тәүҙәрәк туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ нишләп бала алып ҡайтмай-һығыҙ, кәрәкмәйме ни һеҙгә, тип йөҙәттеләр ҙә, тора-бара шымдылар. Ә ошо йылдар эсендә күпме ут йотоуыбыҙҙы үҙем беләм дә, иптәшем белә. Ҡайҙа ғына йөрөмәнек, ниндәй генә врачҡа күренмәнек. Берәү ҙә сәбәптең ниҙәлеген аныҡ ҡына әйтә алманы, нисек дауаларға ла белмәне.

Бер шулай хәлдән тайып шәхси клиниканы маҡтаған рекламаға тап булдыҡ. Ир менән ҡатынды йөҙ процент ата-әсә бәхетенә иреште-рәбеҙ, беҙгә килгәндәр бәпес күтәреп ҡайтып китә, тиелгәйне унда. Яҡшы тауар рекламаға мохтаж түгеллеген белһәк тә, һуңғы өмөт менән шунда юлландыҡ. Бик матур һөйләнеләр, күп нәмә вәғәҙә иттеләр. Һәр ҡабул итеү түләүле, анализдар, тикшерелеүҙәр ҙә буш түгел. Хаҡтары хаҡмы!? Өҫтәүенә, ҡабул итә торған дарыуҙарҙың, уколдарҙың ҡиммәтлелеге! Уларын ентекләп һөйләп тормайым. Ҡыҫҡаһы, ошо клиникаға миллионға яҡын аҡса түҡтек. Бер ниндәй гарантия ла бирмәнеләр. Йөккә уҙһаң, уҙаһың, уҙмаһаң - юҡ. Инде ҡул һелтәп, башҡа бармаҫҡа булдыҡ.

Иптәшемдең эшенән Кавказ яҡтарына юллама биргәйнеләр. Әйҙә, бергә барып ҡайтайыҡ, тип бик өгөтләгәс, мин дә уның менән сығып киттем. Матур ғына ял иттек. Әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙың өсөнсө аҙна-һына йөккә уҙыуымды аңла-ным. Шатлығымдың ниндәй булыуын үҙең һиҙемләйһең-дер инде. Иптәшем дә күктең етенсе ҡатында ине. Ауыҙы бер бешкәс, кеше һыуыҡ ашты ла өрөп ҡабырға тейеш тә бит. Тик... Беҙ ҡабаттан шул клиникаға йүнәлдек. Бер-ике тапҡыр барырмын да, һуңынан үҙебеҙҙең дәүләт дауаха-наһына иҫәпкә торормон, тип уйлағайным. Ләкин... өлгөрмәнем. Ҡабул итеүгә барған һайын аҡса һуралар, үҙҙәрендә береһенән-береһе ҡиммәтле тикшеренеүҙәр үтергә ҡушалар. Килгән һайын, барыһы ла яҡшы, тип ҡайтарҙылар. Һәм, ике аҙнанан һуң барғанымда баланың йөрәк тибеше һиҙелмәүе тураһында хәбәр иттеләр. Бер аҙҙан сабыйымдың эсемдә апаруҡ ваҡыт үлеп ятҡаны асыҡланды. Аяҡ аҫтында ер убылғандай булды. «Абортҡа!» тигән фарман булды. Йөклөлөктөң ваҡыты бәләкәй булғанлыҡтан, баланы таблетка ярҙамында төшөртөргә ҡуштылар. 10 меңлек ике таблетка һаттылар. Өйөңә ҡайтҡас эсерһең, барыһы ла яҡшы булыр, тинеләр. Тикшермәнеләр ҙә, ҡараманылар ҙа.

Бер нисә көндән эсем ауырта башланы. Шулай булырға тейештер, бәлки шулай «төшәлер» тим. Ауыртыу көндән-көн көсәйҙе, атлап йөрөргә лә хәлем етмәй башланы. Тағы барҙым, шулай булырға тейеш, хафаланма, тигән һүҙҙәр ишеттем. Өйгә нисек ҡайтып йығылғанымды аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Әммә ниндәйҙер мөғжизә менән «Ашығыс ярҙам»ды саҡырта алғанмын. Үҙебеҙҙең, бушлай, дәүләттеке булған дауаханаға алып киттеләр. Тиҙ генә тикшереү үткәргәндән һуң, ҡалдыҡтарҙың тулыһынса сығып бөтмәүе, уның эстә сереп ятыуы тураһында әйттеләр. «Ашығыс рәүештә операция кәрәк!» тине мине ҡараған олпат йәштәге врач. «Юҡ, ҡурҡам. Операция булһа бөтөнләй әсә булыу бәхетенән мәхрүм буласаҡмын бит», тинем күҙҙәренә мөлдөрәмә ҡарап. «Улайһа, яҡты донъя менән хушлашырға тура киләсәк. Ғүмереңә ниндәй хәүеф янағанын нишләп аңламайһың? Хирургия ҡатнашлығы киләсәктә һине әсә булыу бәхетенән һине бер нисек тә мәхрүм итмәй. Тыныслан, һеңлем», - тине ул яғымлы ғына тауыш менән. Шунан һуң ризалаштым. Мине ҡотҡарып алып ҡалған ошо алтын ҡуллы табиптарға рәхмәтем сикһеҙ. Баҡтиһәң, ул таблетканы эскәндән һуң мине күҙәтеү аҫтына алған клиника УЗИ үткәрергә тейеш булған. Ә тегеләрҙең иҫтәре лә китмәгән. Аҡса һауҙылар ҙа, шуның менән вәссәләм! Бына ошолай тамамланды беҙҙең бәпес һөйөү теләге. Күреүегеҙсә, бер ниндәй дауаланыу ҙа кәрәкмәгән, ә бары Кавказдың саф һауаһы килешкән. Бындай шәхси клиникаларға башҡаса ике аяғымдың береһен дә атлап инмәйәсәкмен. Ярай мин ҡалала йәшәйем, клиника янымда ғына. Ә алыҫ район-ҡалаларҙа юҡмы ни әсә булыу бәхетен татырға теләүсе ҡатындар? Юл сығымдарын һанай башлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ бит, - тине әхирәтем һүҙен йомғаҡлап.

Ауыр уйҙар менән тара-лыштыҡ. «Ҡыҙғаныс, әлбиттә, дуҫҡайым, тик төшөнкөлөккә бирелмә. Хоҙай насип итһә, булыр, тупылдатып бәпес һөйөрһөгөҙ әле», тип тыныс-ландырҙым. Ниңә ошондай битараф әҙәмдәр арҡаһында кеше яҙмыштары селпәрәмә килә, пландар емерелә икән? Түләүле клиникаларҙың эше кешенән аҡса алыуға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел, ә улар үҙҙәренең клиенттарының ғүмере өсөн яуаплы булырға тейеш бит. Ваҡытында үҙ эштәренә яуаплы ҡараһалар, әхирәтем бындай хәлгә төшмәҫ ине. Бәйән ителгән хәл күптәргә һабаҡ булыр, тип ышанам. Шикле клиникаларға барыр алдынан ныҡлап уйлағыҙ.


Читайте нас: