газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 12:28

Ҡәйнә теле, тиһәләр ҙә

Календарь битендә бер ҡыҙыҡ дата бар. Ул да булһа - Ҡәйнәләр көнө. Октябрҙең 26-һы тип билдәләнгән ул.

Һүҙ килендең түгел, ә кейәүҙең ҡәйнәһе тураһында бара. Сер түгел, ҡәйнә тураһында ниндәй генә көләмәстәр, уйҙырмалар юҡ. Уларҙың барыһында ла ҡәйнәнең уҫаллығы, зәһәр телле булыуы һүрәтләнә. «Ҡәйнә теле» тигән оҙон батон да, үтә әсе салат та бар. Ниңә шул тиклем ҡәйнәне ҡарасҡыға, уҫал Мәскәй әбейгә тиңләүҙәре аңлашылмай. Ә бит тормоштағы миҫалдар бөтәһенең дә киреһен раҫлай.

Нәфис Сәфиуллин:

- Ҡәйнәм иҫ киткес һәйбәт кеше булды. Арттырып-шаштырып әйтмәйем, дөрөҫө шул. Арҡамдан һөйөп, яратып ҡына торҙо. Вәт, уңдым кейәүемдән, тип йыш ҡабатлар ине. Берәр эш эшләр булһаҡ та, Нәфискә генә ышанып тапшырам быны, тине. Шундай ҡәйнәм булыуына мин дә бик шат һәм бәхетле инем.

Әхтәм Ғилфанов:

- Әсәйемде лә, ҡәйнәмде лә берҙәй күрҙем. Икеһе лә бик яҡшы кешеләр ине. Ҡайным иртә вафат булды. Шуға күрә, янына йыш ҡайта инек. Ҡәйнәм һәр саҡ асыҡ йөҙ, яҡты күңел менән ҡаршы алды. Күтәреп кенә йөрөтмәй ине инде. Эшләп, ярҙамлашып китәбеҙ. Рәхмәттәр уҡып, изге теләктәрен теләп оҙатты. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине үҙенең. Беҙҙең кейәү - әүлиә бит ул, тип тә әйтергә яратты.

Сафия инәй:

- Ҡайһы саҡта минең кейәүем кеүек алтын кеше юҡ та һымаҡ булып китә был донъяла. Ҡыҙым менән 45 йыл бергә йәшәйҙәр. Уға һәйбәт мөнәсәбәттә, ейән-ейәнсәрҙәремде ҡарашырға, тәрбиәләшергә ярҙам итә. Ошо арауыҡ эсендә бер ваҡытта ла миңә ауыр һүҙ әйтмәне, һүҙгә килешкәнебеҙ ҙә булманы. Шул тиклем ярҙамсыл, ихлас. Кейәү-ҡәйнәләр тураһындағы көләмәстәрҙе аңлап етмәйем. Уҡыһаң, күңелгә бигерәк ҡыйын булып китә.

Күреүебеҙсә, респон-денттарыбыҙҙың фекер-ҙәре бөтә уйҙырмалар-ҙың киреһен иҫбатлай. Килешәм, донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Бәлки, мөнәсәбәттәре киҫкен булған кейәү-ҡәйнәләр ҙә барҙыр. Әммә был һәр кемдең үҙенең холҡона, ҡылығына бәйле.


Читайте нас: