Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:00

Саялыҡ та тиртә ҡанында, наҙ ҙа бөркә йөҙөндә

Ҡаланың спорт ярыштарының үҙәгендә һәр ваҡыт актив ҡайнаусы, шул уҡ ваҡытта сибәр ҙә, нәзәҡәтле лә Миңлегөл Янбаеваны күргән һайын һоҡланыуымды йәшерә алмайым. Бер ҡараһаң, ул йүгереү ярышында, икенсе ҡараһаң, пенсионерҙар спартакиадаһында сығыш яһай. 62 йәшенә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе йәш ваҡытында яратып һайлаған һәм бөтә ғүмерен бағышлаған физкультура уҡытыусыһы хеҙмәтен әле булһа дауам итә. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында студенттарҙы ул үҙе кеүек етеҙ ҙә, сос та, маһир ҙа һәм спорт менән дуҫ булырға өйрәтә. Йәштәргә лә, ололарға ла өлгө булырҙай Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙы менән әңгәмәләшкәндән һуң, саялыҡ, етеҙлек, тәүәкәллек кеүек сифаттарына төплө тормош аҡылы һәм нескә күңел матурлығы ла ҡушылып, уның булмышын күп ҡырлы һәм сағыу итеүен аңлайһың.

- Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙы, ҡайҙан килә һеҙгә бындай активлыҡ, тәүәкәллек?

- Беҙ ауыл балалары бит, шунан киләлер. Ғаиләлә өс бала үҫтек, иң өлкәне мин. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ бик егәрлеләр, беҙҙе лә бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Үҙҙәре эшкә киткәндә әсәй һәр беребеҙгә эш ҡуша һәм беҙ уны ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып ҡуябыҙ. Был тәрбиәнең тәүге этабы. Ә һуңынан мин Салауат ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға килдем. Беҙгә бында белем биреү генә түгел, нисек итеп тормош алып барырға ла өйрәттеләр. Уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә ныҡ талапсан булды. Әле лә уларҙың әйткән кәңәштәре, һүҙҙәре, дәрестәре иҫкә төшә. Быныһы икенсе этап. Педучилищенан һуң физкультура йүнәлеше буйынса уҡыуымды дауам итеү өсөн Ырымбурға юлландым. Ундағы пединститутта уҡып китеү ҙә миңә бер һынау булды. Беренсенән, тыуған яҡтарҙан бөтөнләй ситкә сығып китеү, икенсенән, дөйөм ятаҡтан бүлмә бирмәүҙәре, институтҡа яҡшы билдәләр менән инһәм дә, стипендия түләмәүҙәре мине ныҡ булырға өйрәткәндер. Мин ҡаршылыҡтарға бирешмәнем, лайыҡлы студент икәнемде иҫ-батлай алдым. Кроста беренсе урын алғас, миңә иғтибар итте-ләр, стипендия ала, еңел атле-тика буйынса ныҡлап шөғөлләнә башланым.

- Салауат ҡалаһында институтты бөткәс тә эшләй башланығыҙмы?

- Институтты тамамлап, кейәүгә сыҡҡас, Чита өлкәһендә өс йыл мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләнем. Һуңынан ҡалаға ҡайтҡас, “Нефтехимик” спорт һарайында еңел атлетика буйынса тренер булдым. Педучилище директоры Нәжип Ярышев минең Салауатта икәнде белеп ҡалып, мине 1986 йылда эшкә саҡырып алды. Шунан алып бына 33 йыл ошо белем усағында хеҙмәт итем йөрөйөм. Мин үҙ эшемде бик яратам, йәштәр менән эшләү оҡшай. Бигерәк тә студенттар минең кеүек спортты һөйөп, артабан физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайлайҙар икән, тимәк мин был һөнәргә һөйөү уята алғанмындыр, тип ҡыуанам. Уҡытыусы йәштәр өсөн өлгө булырға тейеш. Шуға күрә лә үҙемде формала тоторға, һәр ваҡыт физкультура, спорт менән шөғөлләнергә тырышам.

- Һеҙҙең үҙегеҙҙә, аңлашыла, спортҡа һөйөү ҙә, уның менән шөғөллөнеүгә ҡыҙыҡһыныу ҙа бар. Ә был һөйөүҙе йәштәрҙә нисек уятырға һуң?

- Барыһы ла уҡытыусынан тора. Һәр төрлө уҡытыусы үҙенең фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй ала. Йыш ҡына уҡытыусы һөнәрен һайлаусыларҙың күбеһе үҙҙәренең уҡытыусыһына оҡшарға теләп ошо йүнәлеш буйынса китеүҙәрен белдерә. Мин әгәр улар менән бергә йүгерәм, ярыштарҙа ҡатнашам, төрлө гимнастика күнекмәләрен бергә эшләйем икән, улар минең шулай һығылмалы булыуыма һоҡлана һәм минең кеүек булырға теләй һәм шуға ынтыла башлай. Иң мөһиме - тере үрнәк күрһәтеү. Әлбиттә, хәҙер мәктәптәрҙә физкультура дәрестәре аҡһаңҡырай, ата-әсәләр ҙә балаларының хәрәкәтләнеүе тураһында хәстәрләмәй, хатта, киреһенсә, физкультураға йөрөмәҫ өсөн справкалар алырға тырыша. Ә беҙҙең белем йортона уҡырға килеү менән беҙ уларҙы шәхси, артыҡ ауырлыҡ талап итмәгән күнекмәләр менән шөғөлләндереп, һаулыҡтарын нығытыуға булышлыҡ итәбеҙ. Физкультура тормошта ныҡлы ярҙам итеүен дә йәштәрҙең аңына һеңдерергә тырышам. Әгәр һеҙ физкультура дәрестәрендә ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнһәгеҙ, холҡоғоҙ ҙа нығына һәм тормошта осраған ҡыйынлыҡтарҙы ла һеҙ еңә аласаҡһығыҙ, тим. Беҙ уҡыған ваҡытта ГТО-ны кемдер тапшыра алмаҫ тигән уй ҙа булмай торғайны, ә хәҙер бронза һынауҙарын да һирәктәр генә үтәй ала. Унда бит беҙҙең барлыҡ физик сифаттар: көс, етеҙлек, һығылмалылыҡ, сыҙамлылыҡ, оҫталыҡ тикшерелә. Ә был сифаттар һәр кешегә тормошта ла кәрәк.

- Һеҙҙең студенттарҙы шулай физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡлы итеп әҙерләүегеҙ төрлө ярыштарҙа ла һөҙөмтә бирәлер.

- Студенттарҙың еңеүҙәре байтаҡ. Тәүҙә улар колледж кимәлендә ярыштарҙа үҙен һынап ҡарай, унда физик яҡтан иң һәләтлеләр һайлап алына. Һуңынан улар нығыраҡ шөғөлләнеп, ҡала, республика ярыштарына сыға. Беҙ йыл һайын 17 спорт ярыш төрө буйынса республика спартакиадаһында ҡатнашып, призлы урындар алабыҙ. Быйылғы уҡыу йылында беҙ унда еңеп сыҡтыҡ. Шулай уҡ колледж нигеҙендә республика кимәлендәге төрлө спорт бәйгеләрен ҡабул итәбеҙ. Студенттарҙы ГТО тапшырыуға ла актив йәлеп итәбеҙ.

- Бынан тыш, һеҙ үҙегеҙ ҙә төрлө спорт ярыштарында сығыш яһайһығыҙ. Быйыл пенсионерҙарҙың ил кимәлендәге спартакиадаһы Өфө ҡалаһында уҙҙы һәм һеҙ унда республика йыйылма командаһының етәксеһе булдығыҙ.

- 2014 йылдан алып йыл һайын ил пенсионерҙарының спартакиадаһы уҙғарыла. Бы-йылғы алтынсыһы Өфөлә үтте. Унда беҙҙең Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән тиерлек һәм 7 сит ил командаһы ҡатнашты. Барлығы 770-тән ашыу кеше йыйылғайны. Быйыл республи-ка йыйылма командаһының етәксеһе мин булдым һәм 8 кешенән торған команда беренсе урын алды. Был беҙҙең өсөн бик мәртәбәле булды. Ярыштар һәр ваҡыт лайыҡлы кимәлдә ойошторола. Быйыл спартакиадала ҡатнашыу-сыларҙы төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Оло йәштәгеләр спорт менән күберәк үҙҙәре өсөн шөғөлләнһә лә, беҙ йәштәргә сәләмәт тормош алып барыуҙа үрнәк күрһәтәбеҙ. Әйткәндәй, был командаға эләгеүе бик еңел түгел, барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә тейешһең. Салауат пенсионерҙары командаһы йыл һайын спарта-кидала ҡатнаша һәм ике тапҡыр - икенсе, ә башҡа йылдарҙа беренсе урын алдыҡ. Салауат командаһында сығыш яһаусыларҙы билдәләп үткем килә: Светлана Звездкина, Фәрит Мәхйәнов, Александр Посацков, Фәйрүзә һәм Рифат Богдановтар, Любовь Белова, Фәрит Мөхәмәтйәров, Роберт Сөләймәнов. Пенсионерҙарға шөғөлләнеү өсөн шарттар бар һәм улар спартакиадала ла ғына сығыш яһамай, ә башҡа төрлө ярыштарҙа ла ҡатнаша. Ололар ҡул ҡаушырып ултырыу яҡлы түгел, ә үҙҙәрен тормошта һәр яҡлап актив күрһәтәләр.

- Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙы, һеҙ үҙегеҙ ниндәй спорт төрөнә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

- Мин уйын спорт төрҙәрен яратам. Улар кешеләрҙе мауыҡтыра. Бигерәк тә ҙур теннисты, гимнастиканы, волейболды, баскетболды ҡарарға яратам, хоккейҙа һәр ваҡыт үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы өсөн көйәм. Ә үҙемдең буш ваҡытымда бассейнға йөрөйөм, йүгерәм, саңғыға баҫам. Ҡайһы берҙә тәндәр ауырайып китһә, тышҡа сығып, йүгереп, йә саңғыла йөрөп ҡайтһаң, ҡайһылай рәхәт булып, йәшәү дәрте артып китә.

- Салауат ҡалаһында сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙа өлгө булып торған кешенән кәңәштәр файҙалы булыр.

- Һәр кешенең һаулығы - үҙенең ҡулында. Беҙҙең халыҡ өйрәнгән, баш ауырта икән, дарыу ашай һалып, ауырыуҙы баҫырға тырыша. Гел генә физкультура эшләп шөғөлләнмәгән кешегә өйрәнеп китеүе ҡыйындыр ҙа, әммә ябай ғына күнекмәләрҙе үҙләштереү һәм даими эшләп тороу физик торошто яҡшырта. Шуның өсөн һәр ғаиләлә физик күнекмәләр тормош рәүешенә әйләнергә тейеш. Әҙерәк баш ауыртҡанда, тышҡа сығып йөрөп килһәң, скандинав таяҡтарын тотоп бер нисә минут йөрөп әйләнеү ҙә яҡшы ярҙам итә. Шулай уҡ организмығыҙҙы тойорға өйрәнегеҙ, ул һеҙгә нимә менән, күпме шөғөлләнергә икәнгә йүнәлеш бирәсәк. Минең әсәйем менән атайыма 87 йәш, улар ҙа күнекмәләр эшләп алһалар, ҡайһылай рәхәт, еңел булып ҡалды әле тип ҡуялар. Күнекмәләрҙе лә бер эшләнең дә бөттө түгел, ә даими эшләп тороу кәрәк. Шул саҡ организм өйрәнеп, нығынып китә, күнекмәләрҙе лә күберәк эшләй аласаҡһығыҙ. Дөрөҫ туҡланыуға ла иғтибар бүлегеҙ. Шул уҡ ваҡытта тормоштан, ғүмерҙең һәр көнөнән ҡәнәғәт була белеү мөһим. Һәр эштең һөҙөмтәһенә, балаларға, ғаиләңә ҡыуанып йәшәргә кәрәк.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: