газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 10:58

Беләме, юҡмы - кем белһен...

Әлеге лә баяғы меди-цина, врачтар тураһында булыр һүҙем. Күпме генә яҙһаң да, был өлкәләге проблемалар һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡалыр төҫлө.

Эйе, дауаханаларҙағы та-биптарға ҡытлыҡ мәсьәләһе киҫкен тора бөгөн. Тик ул проблеманы танып, уны күтәреп сығыуҙан ғына, тейешле медицина ярҙамы көткән ауырырыуҙарға еңел булып китмәй шул. Йөрәк сирлеләрҙең, унан һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуын белә тороп, ҡалала һаман да кардиологтың булмауын нисек аңлатырға? Йөрәк ауырыуынан интеккән бахыр кеше йә терапевҡа мөрәжәғәт итергә, йә ауырыраҡ осраҡ булһа, оҙон юлды ҡыҫҡа итеп күреп, баш ҡалаға юлланырға мәжбүр. Былай ҙа хәле еңелдәрҙән булмаған кеше, әллә күпме михнәттәр кисереп, үҙенә дауа табырға тейеш. Ярар ҙа яҡшы белгес эләгеп, ул һөҙөмтәле дауа бирә белһә. Белгестәрҙең дә төрлөһө була шул - белгәне һәм белмәгәне. Нисә йыл дауахана юлын тапап, быға нығыраҡ инанаһың.

Бер апай һөйләй: “Йөрәгем ауыртҡас, дауаханаға һалдылар. УЗИ үткәрҙеләр, әллә ниндәй ҡурҡыныс нимә юҡ, тинеләр. Ярар Өфөгә ебәрҙеләр, унда төп сирҙе асыҡлап, теүәл диагноз ҡуйып ҡайтарҙылар. Йыл һайын тикшерелеп торорға, тейешле дауа алырға ҡуштылар. Тик бер йылдан һуң тикшерелә башлағас, беҙҙәге УЗИ белгесе миндәге ауырыуҙы күрә алмайым, тип белдерҙе. Өфө белгестәре яҙып ҡайтарған УЗИ белешмәһен минең алда күсереп яҙҙы ла бирҙе. Йыл да шулай”.

Һорау: һуң УЗИ аппара-тында эшләй белмәгәс, ул ниңә урын биләп ултыралыр инде?

Үҙемдең дә төрлө табипта ҡабул итеүҙә булғаным бар. Уларҙың белеме, кешеләр менән эшләү кимәле төрлөсә. Оло ғына бер терапевтың, минең диагнозды белмәйенсә, әллә студент саҡта яҙған дәфтәрен һөйрәп сығарып, ҡарап ултырыуы иҫемдә. Ә кардиологта ҡабул итеүҙә булғанда, врач интернет менән кәңәшләште. Ҡарап торһаң, оҙаҡ йылдар эшләйҙәр, тәжрибәле һымаҡтар. Тик тейешле дауа алырға тип өмөтләнеп килгән кешегә улар ярҙам итергә һәләтлеме икән, тип уйланып ҡуяһың. Мине ана шул врачтарҙың эштә етерлек компетентлыҡ күрһәтә белеүе, белдеклелеге борсолдора. Дөрөҫ диагноз ҡуя белмәү, һәр кешегә, уның сиренә шәхси күҙлектән ҡарамай, дөйөм дауалау курсы ғына тәғәйенләү - ошолар насар эҙемтәләргә алып килмәйме икән? Эйе, улар билдәләгән дауалау сирҙе ваҡытлыса баҫа, кеше онотолоп йөрөй, әммә ул бит кешене һауыҡтырыуға алып бармай. Ҡайһы берҙә кеше хәленә керә белмәүҙәре, аңларға теләмәүҙәре лә аптырата. Ауырыу кешегә ҡысҡырып, былай ҙа төшөнкөлөктә булған сирленең күңелен ҡыйырһытыуҙары башҡа һыймай. Врач ул донъяла иң изге, кешелекле һөнәр түгелме һуң? Кешегә йылы һүҙ ҙә йән аҙығы бит. Аңлашыла, эштәре ауыр, врачтар етмәй, кешеләрҙе күп ҡабул итергә тура килә. Әммә һин ошо һөнәрҙе, кешеләр менән эшләй торған, уларға ярҙам итеү эшен һайлағанһың икән, үҙ бурысыңды үтәү кәрәктер. Көн үтһен, сабата туҙһын, тип кенә йөрөү бөтөнләй ярамаған эш. Бәлки табиптарҙың белемлелеген, һөнәри яҡтан талаптарға яуап бирерлек белгес икәнлеген билдәләү өсөн кешеләрҙән һорау алып, ул врачтың ни тиклем кешелекле булыуын, дөрөҫ диагноз ҡуйып, һәйбәт дауалау курсы үткәреүен баһалау мөһимдер.

Былай ҙа физик яҡтан ыҙа сиккән сирлеләрҙе тағы ла врачтарҙың тупаҫлығы, белемһеҙлеге аяҡтан йыҡ-маһын ине.


Читайте нас: